Атауллин Талха Атаулла улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 1901
Вафат булған көнө 16 декабрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Заты ир-ат
Һуғыш/алыш
Тыуған урыны

Атауллин Талха Атаулла улы (1901 — 16 декабрь 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышсыһы

Талха Атаулла улы Атауллин 1901 йылда хәҙерге Әбйәлил районы Күсем ауылында тыуған. Троицк ҡалаһында «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлай.

Талха Атаулла улы Буранғол ауылында балалар уҡыта. Тыуған ауылына ҡайтҡас, колхоз рәйесе (тәүгеһе) итеп һайлана һәм 1931 йылға тиклем эшләй. Нахаҡҡа ғәйепләнеп, 1931 йылдың 25 майында ҡулға алына һәм 58-10, 58-11 статьялар буйынса 5 йылға хөкөм ителә. Тәүҙә Архангельск өлкәһенә, аҙаҡ ғаиләһе менән Үзбәкстанға (Һырдаръя өлкәһе, Ҡарадаръя районы, «Кызыл Эскер» колхозы, Кэдэн ҡышлағы) ебәрелә. Талха Атаулла улы Атауллин унда 7 йыл баш бухгалтер булып эшләй.

1940 йылда ул тыуған яғына ҡайта һәм «Салауат Батыр» колхозында эшләй башлай. Паспорт биргәндә яңылышлыҡ менән фамилияһын Ғатауллин тип яҙалар һәм шул фамилияла һуғышҡа китә.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында Таһир Күсимов полкында кавалерист була. Сталинград янындағы алышта 1942 йылдың 16 декабрендә һәләк була. Ростов өлкәһенең Басковский районы Ягодное утары янындағы 218,9 бейеклектең төньяҡ-көнсығышында ерләнгән.

1989 йылдың 29 июнендә аҡлана.

  • Сайт Память народа[1]