Афанасьева Лира Аркадьевна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 20 март 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (50 йәш)
Гражданлығы
Һөнәр төрө преподавательница университета
Тыуған урыны
Заты ҡатын-ҡыҙ

Афанасьева Лира Аркадьевна (20 март 1974) — фольклорсы, филология фәндәре кандидаты (2009)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лира Аркадьевна Афанасьева 1974 йылдың 20 мартында БАССР-ҙың Ишембай районы Васильевка ауылында тыуған.

1996 йылда Чебоксар ҡалаһындағы И. Н. Ульянов исемендәге Сыуаш дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер — Өфө фән һәм технологиялар университеты) филиалы Стәрлетамаҡ педагогия институтында эшләй[2].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эшмәкәрлеге сыуаш йола фольклорын һәм Урал-Волга буйының башҡа халыҡтарын этнолингвистик тикшереүгә, әҙәбиәт менән фольклорҙың үҙ-ара бәйләнеше проблемаларына, сыуаш әҙәбиәте тарихын өйрәнеүгә арналған.

2009 йылдан — филология фәндәре кандидаты. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

20152017 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһы сыуаштарының фольклор-диалектика атласы» («Фольклорно­-диалектологический атлас чувашей Республики Башкортостан») төҙөүҙә,

2013 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Башҡортостан халыҡтарының тере боронғоһо» республика фольклор-этнографик фестивале" ("Республиканский фольклорно­-этнографический фестиваль «Живая старина народов Башкортостана») проекты сиктәрендә «Уҡытыусының иң яҡшы инновацион проекты» («Лучший инновационный проект преподавателя») конкурс номинацияһын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша.

2012 йылдан — Сыуашстан фән һәм сәнғәт халыҡ академияһының мөхбир ағзаһы[3].

Уҡытҡан дисциплиналары:

Туған әҙәбиәт (татар, сыуаш) тарихы

Әҙәбиәт ғилеме нигеҙҙәре

Халыҡ ауыҙ-тел ижады (туған халыҡының)

Туғандаш (төрки) халыҡтар әҙәбиәте

«Сыуаш теле һәм әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре» модуле

Туған (татар, сыуаш) әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы

Тексҡа лингвостилистик анализ (татар һәм сыуаш телдәре материалында)

Балалар әҙәбиәте[4]

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Терминология похоронно­-поминальной обрядности чувашей (опыт сравнительно-сопоставительного и этно-лингвокультурологического исследования). Стерлитамак, 2017[5].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]