Афридонов Миҙхәт Вафа улы
Миҙхәт Вафа улы Афридонов (рус. Мидхат Вафиевич Афридонов; 1924 йылдың 15 сентябре, Төркмәнстан — 2000 йылдың 20 июле, Өфө) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының сауҙа министры (1970–1980), 6–9-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1980)[1].
Биографияһы
1924 йылдың 15 сентябрендә Төркөстан АССР-ының Кина-Аральск ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан[1].
1943 йылдың декабренән 1944 йылға тиклем ВЛКСМ-дың Бөрө район комитетында техник секретарь һәм Бөрөләге 7-се һөнәрселек училищеһында комсорг булып эшләгән. 1945 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында инструктор, 1947–1948 йылдарҙа — пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары булған. 1951–1954 йылдарҙа, тәнәфес менән, өлкә комитетының пропаганда һәм агитация буйынса секретары вазифаһын биләгән; 1952–1953 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Стәрлетамаҡ өлкә комитетының беренсе секретары булған[2].
1954 йылдың апреленән — Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры урынбаҫары. 1958 йылда Мәскәүҙә КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған. 1958 йылдан КПСС-тың Октябрьский ҡала комитетының икенсе, һуңынан беренсе секретары булып эшләгән. 1970–1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының сауҙа министры вазифаһын биләгән[2].
Уның Октябрьскийҙа эшләгән осоронда Спорт һарайы, керамик плитка, фаянс әйберҙәр, күн заводтары һәм «Нефтемашремонт» заводы төҙөлгән, Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумы асылған. Уның етәкселегендә Өфөлә «Росторгодежда», «Роскультторг» һәм «Росбакалея» күмәртә базалары төҙөлгән[1].
6–9-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайланған. 2000 йылдың 20 июлендә Өфөлә вафат булған[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966, 1971)[1].
- Ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1966, 1985)[1].
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[2].
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы[2].
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1980)[1].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Календарь знаменательных и памятных дат города Октябрьский на 2014 год / сост. О. В. Николаева; отв. за выпуск Н. А. Скворцова; МБУ «Централизованная библиотечная система». — Октябрьский: ЦГБ, 2013. — 32 с.
- Максимов Н. Оставил добрую память // Октябрьский нефтяник. — 2009. — 15 сентября. — С. 3.