Ахунйәнов Нәби Вәлиәхмәт улы
Ахунйәнов Нәби Вәлиәхмәт улы (1903 йыл Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты, гвардия лейтенанты, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1][2].
Биографияһы
Ахунйәнов Нәби Вәлиәхмәт улы 1903 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районында тыуған[2]. Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылда Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 7 гвардия кавалерия корпусының 16 гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкында 4-се эскадрондың 4-се взвод отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә[1][2].
1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә (7 гвардия кавалерия корпусы 16 гвардия кавалерия дивизияһының 1943 йылдың 6 октябрендәге 263/н номерлы Приказы)[1][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Память народа. Ахуньяпов Наби Валиакметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Шаймуратовцы. АХУНЬЯНОВ Наби Валиахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)