Аяҡ табаны

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аяҡ табаны
Файл:Evidence-for-a-Time-Invariant-Phase-Variable-in-Human-Ankle-Control-pone.0089163.s001.ogv
Файл:3D foot.stl
Артериальное кровоснабжение мед. артерия тыла стопы[d]
Код NCI Thesaurus C32622
Ссылка на полнокруговую панораму zygotebody.com/#nav=-4.8…
Рәсем
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Табан (лат. pes; рус. Стопа́) — аяҡтың баҫа торған аҫ яғы[1]

Кеше табаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Табан кеше аяғының иң аҫҡы бүлеге булып тора[2]. Аяҡтың ергә туранан-тура ҡағылышы булған өлөшө табан тип атала[3], табандың өҫкө яғын башҡорттар бәкәл яғы тип атай. Табандың быуындары һығылмалы һәм хәрәкәтсән. Табан һөйәк структураһы буйынса бәшәләй һөйәге алды, бәшәләй һөйәге һәм фалангаларға бүленә.

Кеше табаны функциялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Табандың төп функциялары — тән ауырлығын күтәреү һәм тәндең арауыҡта хәрәкәтен тәьмин итеү

Кеше табаны менән бәйле мәҙәниәт һәм йолалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европа һәм Япония мәҙәниәтенә ярашлы, бинанан ситтә табандарҙы йәрәхәтләнеүҙән, нигеҙҙә, аяҡ кейеме менән һаҡлайҙар. Һаҡлау функцияһына эйә аяҡ кейемдәре: сандалый, туфли, ботинкалар һәм итектәр. Биналарҙа аяҡ кейеме кейеүҙең тәртибе төрлөсә. Европаның ҡайһы бер илдәрендә, Канадала һәм Яңы Зеландияла өйгә ингән ерҙә аяҡ кейемен сисәләр. Японияла бинаға ингән ерҙә аяҡ кейемен сисеү йолаһы шул тиклем киң таралған, хатта иҙән япламын махсус рәүештә йомшаҡ яһайҙар.

Башҡорттар шулай уҡ өй эсендә аяҡ кейеме менән йөрөмәй, уны ишек алдында ҡалдырыу ҡабул ителгән. Ҡата, галуш эсенән кейелә торған ситек, тула ойоҡтар сиселмәй[4].

Ҡытайҙа X быуаттан алып XX быуат башына тиклем аяҡтарҙы бинтлау йолаһы булған. Ҡыҙҙарҙың аяҡ бармағын, башбармағынан башҡа, тотош һындырып, табанын туҡыма менән бәйләп, бәләкәй аяҡ кейемен кейеп йөрөтөргә мәжбүр иткәндәр. Бынан аяҡ табандары, йыш ҡына киләсәктә атлап йөрөү мөмкинлегенән мәхрүм итеп, деформацияланған[5].

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 290-сы бит
  2. Островский В. М., Шимкевич В. М. Стопа, в анатомии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Д.Н. Ушаков. Ступня // Толковый словарь Ушакова. — 1935—1940.
  4. https://kitaplong.ru/boots-bash Ситек
  5. Bossan, M.-J., 2004

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Биологический энциклопедический словарь / Гл. ред. М. С. Гиляров; Редкол.: А. А. Баев, Г. Г. Винберг, Г. А. Заварзин и др. — М. : Сов. энциклопедия, 1986. — С. 611. — 831 с. — 100 000 экз.
  • Островский В. М., Шимкевич В. М. Стопа, в анатомии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • М. Ц. Рабинович, Пластическая анатомия человека, четвероногих животных и птиц.
  • Джованни Чиварди, Художественной образ в анатомическом рисовании.