Аҡмырҙа (исем)
Викидата элементы юҡ |
Аҡмырҙа — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
Аҡмырҙа башҡорт һәм фарсы телендәге аҡ һәм мырҙа һүҙҙәре ҡушылып яһалған исем[1].
Билдәле кешеләр
Аҡмырҙа (сәсән) — башҡорт халыҡ сәсәне. Йәшәгән осоро — 15-се быуат аҙағы- 16-сы быуаттың беренсе яртыһы. Үҫәргән ырыуы вәкиле.
Аҡмырҙа — полковник, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашҡан башҡорт юлбашсыларының береһе, Нуғай даруғаһы башҡорто.
Рөстәмбәков Аҡмырҙа Иса улы — ҡаҙаҡ архитекторы, Бәйтерек монументы проектының авторы.
Фамилияла
Аҡмырҙин Хажғәли Аҡмырҙа улы (рус. Акмурзин Хажгали Акмурзаевич; 1902 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының кавалерист-миномётсыһы. Ҡыҙылармеец.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
«Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне» — башҡорт халыҡ ҡобайыры.
Аҡмырҙа — Баязит Бикбайҙың «Шәүрә» башҡорт халыҡ йырының легендаһына нигеҙләнеп яҙылған поэмаһындағы төп образ.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Таңһылыу Күсимова. 2018 йылдың 16 май көнөндә [https://web.archive.org/web/20180516203613/http://bashklip.ru/site/kitap/isembashklip_ru.pdf архивланған. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
![]() |
Күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең исемлеге. Бында яңылыш башҡа биттән күсһәгеҙ, һылтанманы аныҡлағыҙ . Был биттә күп мәғәнәле һүҙҙәр исемлеге: |
![]() |
Аҙаш исемдәр исемлеге. |
![]() |
Башҡа мәғәнәләр. |
![]() |
Шулай уҡ: «Аҡмырҙа» һүҙенән башланған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағаҙ. |