Бабаев Юрий Николаевич

Бабаев Юрий Николаевич (21 май 1928 йыл — 6 октябрь 1986 йыл) — ғалим-физик. СССР Фәндәр акадамияһының ағза-корреспонденты, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Ядро физикаһы өлкәһендә белгес. Сталин, Ленин һәм СССР Дәүләт премиялары лауреаты.

Биографияһы

Юрий Николаевич Бабаев 1928 йылдың 21 майында Мәскәү ҡалаһында тыуған.

1950 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын отличие менән тамамлай. 1951 йылда Юрий Николаевич бүлеү буйынса 11-се конструкторлыҡ бюроһына (КБ-11) Сахаров А. Д. бүлегенә эшкә килә, унда беренсе водород бомбаһын эшләүҙә ҡатнаша. 1955 йылда Бабаев Ю. А. Трутнев менән берлектә водород зарядының ике фазалы конструкцияһының физик схемаһының яңы принциптарын тәҡдим итә. 1968 йылдың 26 ноябрендә СССР Фәндәр академияһы ядро физикаһы бүлексәһенең эксперименталь ядро физикаһы һөнәре буйынса ағза-корреспонденты итеп һайлана. Ю. Н. Бабаев 1986 йылдың 6 октябрендә Мәскәүҙә вафат була. Кунцево зыяратында ерләнгән[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Социалистик Хеҙмәт Геройы (1962). Ике Ленин ордены — 1956 һәм 1962, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1975 йыл, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы. 1953 йылда Юрий Николаевич Сталин премияһы лауреаты була, 1959 йылда — Ленин премияһы лауреаты. 2000 йылда Юрий Николаевичҡа үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы бирелә.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Бабаев Юрий Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Могила Ю. Н. Бабаева

Әҙәбиәт

  • Богуненко Н. Н., Пелипенко А. Д., Соснин Г. А. Белов Анатолий Сергеевич // Герои атомного проекта. — Саров: Росатом, 2005. — С. 53—55. — ISBN 5-9515-0005-2.

Һылтанмалар