Байков Александр Александрович
Кемдә уҡыған | Дмитрий Иванович Менделеев и Дмитрий Петрович Коновалов[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Ғилми исеме | профессор[d] и академик АН СССР[d] |
Махсус дәрәжәһе йәки класс чины | статский советник[d] |
Һөнәр төрө | металлург, сәйәсмән |
Эшмәкәрлек төрө | химия и металловедение[d] |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Вафат булған урыны | |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы и СССР Фәндәр академияһы |
Вафат булған көнө | 6 апрель 1946[1] (75 йәш) |
Эш урыны | |
Тыуған көнө | 25 июль (6 август) 1870 |
![]() | |
Аспиранттар йәки докторанттар | Гудцов, Николай Тимофеевич[d] и Старк, Борис Викторович[d] |
Ерләнгән урыны | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тыуған урыны | |
![]() |
Байков Александр Александрович (25 июль [6 август] 1870, Фатеж, Курск губернаһы — 6 апрель 1946) — урыҫ, совет металлургы һәм химигы, педагог, СССР Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы һәм вице-президенты. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты.
Төп хеҙмәттәре ҡаты иретмәләре өлкәһендә, металдарҙы өйрәнеүсе фән һәм металлургия («юғары температура химияһы»); ҡайһы бер етештереү процестарын физик химия дәлилләүгә; утҡа сыҙамлылар һәм цементтар етештереү һәм теорияһы буйынса эштәргә нигеҙ һала.
Биографияһы
Байков Александр Александрович присяжный вәкиле (адвокат) ғаиләһендә тыуған. Урыҫ[2].
Курск гимназияһын, һуңынан Санкт-Петербург университетының физика-математика факультетында (1893) тамамлай; Д.П.Колновалов уҡыусыһы һәм хеҙмәткәре (1893-1898). А.А.Байковтың беренсе тикшеренеүҙәрен И.Д. Менделеев тарафынан юғары баһалана, ул алып барған курс лекцияларына А А. Байков барыһына ла йөрөй. Ике йыл химия кафедраһында лаборант булып эшләй.
1895-1902 йылда шулай уҡ Юл институтында эшләй. 1903 йылдан Петербург политехник институты профессоры. Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге өсөн бер нисә мәҡәлә яҙа.
Рәсәй империяһының граждан хеҙмәтендә һуңғы чин — дәүләт кәңәшсеһе була[3].
1911-1917 йылдарҙа П Ф. Лесгафт курстарында лекциялар уҡый.
1918 йылдың йәйендә Ҡаратау трастарын тикшереү буйынса Ҡырымда була[4]. Граждандар һуғышы ваҡиғалары уға Петроградҡа ҡайтырға мөмкинлек бирмәй, һәм 1923 йылда тиклем ул Симферополдә ҡала, унда Ҡырым университетында химия кафедраһы мөдире була, ә 1921-1923 йылдарҙа уның ректоры вазифаһында эшләй.
1923 йылда Петроградта ҡайтып, элекке кафедраһына ала һәм уҡытыусылыҡ эшенә яңынан тотона. Шул уҡ 1923 йылда А. А. Байков Петроград университетының химия кафедраһы профессоры итеп һайлана, элек кафедра мөдирҙәре булып уҡытыусылары Д. И.Менделеев һәм Д.П. Коновалов тора[4].
1925 йылдың февраленән — химия факультеты деканы, ә 1925 йылдың июненән 1928 йылдың октябренә тиклем — Ленинград политехник институтын ректоры[4].
1938 йылдан Мәскәүҙә яңы ойошторолған СССР ФА металлургия институтының металл фәне бүлегенең беренсе етәксеһе була. Артабан был институтҡа А.А.Байков исеме бирелә.
Мөхбир ағза, һуңынан — тулы хоҡуҡлы ағзаһы, президиум ағзаһы һәм, ниһайәт, СССР Фәндәр академияһының беренсе вице-президенты.
Ленинградтан (1937) һәм Бежицы ҡалаһынан (1946) СССР Юғары Советына депутат булып һайлана.
Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1945)
- 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены
- 2-се дәрәжә Изге Анна ордены
- 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены
- Өс Ленин ордены (10.10.1940; 10.06.1945; 05.08.1945)
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (21.02.1944; 29.05.1944)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре
- Беренсе дәрәжәлә Сталин премияһы (1943)
Хәтер
- А. А.Байков исемен Мәскәүҙә РФВҮА металлургия һәм материал өйрәнеү фәне институты йөрөтә
- Литейный проспект урамының 10-сы йортона 1948 йылда мемориаль таҡтаташ ҡуйыла (архитектор Р. И. Каплан-Ингель).
- А.А.Байковтың 100 йәше тулыу уңайынан 1970 йылда СССР-ҙа уға арналған почта маркаһы сығарыла.
- Байков хөрмәтенә 1975 йылда Ленинградта урам аталған.
- Санкт-Петербург дәүләт университетының химия факультеты (Васильев утрауы проспекты, 41/43), хәҙер — СПбГУ факультет-ара үҙәге.
- 1978 йылда Политехник урамындағы 29-сы йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйыла (архитектор Р. И. Каплан-Ингель)[5]
Санкт-Петербургта адрестары
- 1904-1918, 1923-1925 — Политехник урамы, 29;[6]
- 1925-1930 — Миллион урамы, 1;
- 1930-1942 — И.А. Апраксин йорто — Володарский проспекты (1944 йылдан Литейный урамы), 10, кв. 3.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Байков Александр Александрович (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Герой Социалистического Труда Байков Александр Александрович :: Герои страны
- ↑ Информационная система "Архивы Российской академии наук" (ИСАРАН).
- ↑ 1 2 3 Козлова, И. В. Александр Александрович Байков (1870 –1946) (pdf). Строительные материалы, № 3 (2010). Дата обращения: 4 сентябрь 2015.
- ↑ Энциклопедия Санкт-Петербурга, мемориальные доски А. А. Байкову.
- ↑ Весь Петербург — Весь Петроград (1894—1917), Весь Ленинград (1922—1935); интерактивные оглавления .
Әҙәбиәт
- Сталинградская битва. Июль 1942 — февраль 1943: энциклопедия / под ред. М. М. Загорулько. — 5-е изд., испр. и доп. — Волгоград: Издатель, 2012. — С. 57. — 800 с.
- Санкт-Петербург. 300 + 300 биографий. Биографический словарь / St. Petersburg. 300 + 300 biographies. Biographic Glossary // Сост. Г. Гопиенко. — На рус. и англ. яз. — М.: Маркграф, 2004. — 320 с. — Тир. 5000 экз. — ISBN 5-85952-032-8. — С. 20.
Һылтанмалар
- Байков Александр Александрович . «Герои страны» сайты.
- Профиль Александра Александровича Байкова РФА рәсми сайтында
- Александр Александрович Байков на официальном сайте СПбГПУ
- Император Санкт-Петербург университетын тамамлаусылар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- 6 апрелдә вафат булғандар
- 1946 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербург дәүләт университеты уҡытыусылары
- Санкт-Петербург политехник университеты уҡытыусылары
- 6 августа тыуғандар
- 1870 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Изге Владимир ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Изге Анна ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- II дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- Сталин премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Курск губернаһында тыуғандар
- 2-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Алфавит буйынса химиктар
- СССР химиктары
- СССР металлургтары
- Рәсәй империяһы химиктары