Баймырҙин Ғәлимырҙа Әҙелмырҙа улы
Баймырҙин Ғәлимырҙа Әҙелмырҙа улы (1 ғинуар 1897 йыл, Бөрйән районы, Тимер ауылы — 1969 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, III дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры[1]
Биографияһы
Ғәлемырҙа Әҙелмырҙа улы Баймырҙин 1887 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Тимер ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Белорет ҡалаһында хеҙмәт армияһында йыл ярым эшләй.
1942 йылдың сентябренән Ҡыҙыл Армия сафында. Ҡыҙыл Байраҡлы 6-сы айырым инженер-сапер батальонында ефрейтор дәрәжәһендә сапер һәм пулемет расчеты командиры булып хеҙмәт итә. Курск алышында (1943), Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша. Һуғышта өс тапҡыр яралана.
1945 йылдың август айында демобилизациялана һәм ғүмеренең аҙағына тиклем «Ҡыҙыл таң» колхозында эшләй[2].
1969 йылда вафат була һәм Тимер ауылы зыяратында ерләнә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[4]
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)
- III дәрәжә Дан ордены (1944)
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы (1945)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1946)
Сығанаҡтар
Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
«Үлемһеҙ полк» проекты |
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://veteran1945.jimdofree.com/вернулись/баймурзин-галимурза-адилмурзович/
- ↑ https://vk.com/wall-199952354_428 Бөйөк_Еңеү_байрамы_менән РӘХМӘТ ҺИҢӘ, ЕҢЕҮ ҺАЛДАТЫ!
- ↑ Баймурзин Галимурза Адилмурзович
- ↑ https://pamyat-naroda.ru/heroes/podvig-chelovek_nagrazhdenie18965656/
Һылтанмалар
Сығанаҡтар
Баймурзин Галимурза Аделмурзович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.