Байрамғол (исем)
Викидата элементы юҡ |
Байрамғол — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла, күп мәғәнәле һүҙ.
Этимология
Байрамғол башҡорт һүҙе — байрам + ҡол; байрамда тыуған мәғәнәһен аңлата[1]
Билдәле кешеләр
Байназаров Тимербәк Байрамғол улы —«Батырлыҡ өсөн» миҙалы 1926 йылда тыуған. Хәрби саҡырылыш урыны: Воскресенсе район хәрби комиссариаты, Башҡорт АССР-ы, Воскресенка районы [2]
Әхмәҙиев Салауат Байрамғол улы — Башҡортостан Республикаһы Юғары Суды Судьяһы.[3]
Фамилия
Байрамғолов Миҙхәт Әсфәндиәр улы (1 май 1930 йыл) — педагог, шағир, үҙешмәкәр рәссам. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты (1998).
Байрамғолов Юлай Ейәнғәли улы (15.12.1937, БАССР‑ҙың Мәсетле районыны Тимерәк ауылы), инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1978).
Байрамғолов Владислав Николай улы (род. 1972) — режиссёр.[4]
Байрамғолов Нәбиулла Ғәбделманан улф (1894—1965) — Совет дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының эске эштәр халыҡ комиссары (1930).
[5]
Байрамғолова Ниля Ильяс ҡыҙы (род. 1948) — йырсы.[5]
Ауылдар
Яңы Байрамғол — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.
Иҫке Байрамғол — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.
Байрамғол (Силәбе өлкәһе) — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Байрамғол (һырт) — Көньяҡ Уралда тау һырты.
Байрамғол сохозы — Башҡортостан Республикаһы Учалы районында совхоз[6]
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ https://pamyat-naroda.ru/heroes/podvig-chelovek_nagrazhdenie40353496/
- ↑ https://sudact.ru/regular/judge/Wa7AICWLqPJt/
- ↑
https://ru.wikipedia.org/wiki/Байрамгулов - ↑ 1 2 https://ru.wikipedia.org/wiki/Байрамгулов
- ↑ https://argayash.com/20190823-vot-moya-derevnya-bajramgulovo
![]() |
Күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең исемлеге. Бында яңылыш башҡа биттән күсһәгеҙ, һылтанманы аныҡлағыҙ . Был биттә күп мәғәнәле һүҙҙәр исемлеге: |
![]() |
Аҙаш исемдәр исемлеге. |
![]() |
Башҡа мәғәнәләр. |
![]() |
Шулай уҡ: «Байрамғол» һүҙенән башланған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағаҙ. |