Байрамғол (һырт)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Байрамғол
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге1017 м
Урынлашыуы
Ил
Тау системаһыКөньяҡ Урал 

Байрамғол — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе биләмәләрендә урынлашҡан.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостандың Белорет районы һәм Силәбе өлкәһе буйлап көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан һуҙылған. Оҙонлоғо 5 км, Башҡортостан Республикаһында яҡынса 3 км, киңлеге 3 км, бейеклеге яҫы түбәһе м‑н 1010 м тиклем. Көнбайыш битләүҙәре һөҙәк, уйһыулыҡтары күп, көнсығышы — текә, урыны менән ҡаялы. Урта рифейҙың егәлгә һәм әүжән свиталарының кварцитлы ҡомташтары, эзбизташтары, доломиттары һәм һәүерташтарынан тора. Һырт битләүҙәрендә Төлмән йылғаһы (Инйәр й. басс.) ҡушылдыҡтары башлана. Көнбайыш битләүҙәрен аҡһыл һоро урман һәм кәҫле көлһыу тау тупраҡтарындағы киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы урмандар биләй. Көнсығыш битләүе ландшафтары үҙгәргән, итәгендә урмандар ҡырҡылған, төрлө бейек үләндәрҙән торған болондар өҫтөнлөк итә. Көньяҡ Урал ҡурсаулығында урынлашҡан.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

И.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров. / Байрамғол (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]