Балғабаш

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Балғабаш
Балғабаш
Coccothraustes coccothraustes
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Подотряд: Һайраусылар
Ғаилә: Аҡбауыр турғайҙар
Ырыу: Балғабаштар
Төр: Балғабаш
Латинса исеме
Coccothraustes coccothraustes
(Linnaeus, 1758)
Ареал
ITIS 179169
NCBI 37608
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svgen:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 149597

Балғабаш, ҡалынморон турғай, сүкешбаш (рус. дубонос, лат. Coccothraustes coccothraustes) — Европала, Азияла, Төньяҡ Африкала йәшәй торған, тупаҡ ҙур суҡышлы ваҡ ҡош йәки турғай.

Балғабаш
Coccothraustes coccothraustes

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҙурлығы сыйырсыҡтай. Һирәк осоусы ҡыҫҡа ҡойроҡло, йыуан, ауыр кәүҙәле ҡош. Осло ғына суҡышының төбө бик йыуан. Ата ҡоштоң дөйөм төҫө алһыуыраҡ ерән. Суҡыш төптәре, тамағы, ҡанат ситтәре, ҡойроғо ялтыр ҡара. Елкәһе, яурындары, ҡорһағы һәм ҡойроҡ осо аҡ. Инә ҡоштоң дөйөм төҫө һоро. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.

Тауышы яңғы-рауыҡлы: «сыҡ-сыҡ». һайрауы сыйылдаҡ һәм безелдәк тауыштарҙан тора. Ҡыуаҡлыҡтарҙа, япраҡлы урмандарҙа йәшәй. Емеш: еләк һөйәктәре эсендәге емдәр, сәтләүектәр, ағас орлоҡтары менән туйына. Ултыраҡ ҡош. Һирәк осрай. Ағастарҙа оялай.

Ҡара-көрән таплы, сыймадаҡлы 4—5 бөртөк һорғолт йәшел йомортҡаһы була.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Н. П. Кныш. Некоторые черты биологии дубоноса в лесостепье Сумщины [1] // Екологія. Вип. 1-2. 1998. С. 70-81.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]