Барков Лев Митрофанович
Биографияһы
Лев Митрофанович Барков 1928 йылдың 24 октябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған.
- 1952 — Мәскәү дәүләт университетының физика-техника факультетын (хәҙерге MIPT) тамамлай.
- 1952 йылдан — Атом энергияһы институтында эшләй.
- 1967 йылдан — СССР Фәндәр академияһының Себер филиалының атом физикаһы институтында эшләй.
- 1967 йылдан — Новосибирск университетында уҡыта (1973 йылдан профессор).
- 1972 — СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.
- 1976—1979 йылдарҙа ул Новосибирск дәүләт университетының физика факультеты деканы, һуңынан 20 йыл дауамында ядро физикаһы (элементар киҫәксәләр физикаһы) кафедраһын етәкләй[1]
- 1984 — СССР Фәндәр академияһы академигы (1991 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы академигы).
Ғалим 2013 йылдың 9 февралендә Новосибирск ҡалаһында вафат була, «Көньяҡ» зыяратында ерләнгән.
Фәнни эшмәкәрлеге
Төп эштәре уран-һыу системаларында нейтрондарҙы әкренләштереү һәм ишәйтеү процесстарын өйрәнеү буйынса. Ул пиондарҙың барлыҡҡа килеү һәм уларҙың матдә менән үҙ-ара тәьҫирләшеү процестарын тикшерә. Элементар киҫәксәләр үҙенсәлектәрен тикшереү өсөн ҡеүәтле импульслы магнит ҡырҙары булған яйланмалар булдырыу буйынса байтаҡ эш башҡара. М. С. Золотарев менән бергә эксперимент ойоштора, унда атомар бисмут парҙарында яҡтылыҡтың полярлаштырыу яҫылығы әйләнеше асыла, был иһә электрондарҙың көсһөҙ нейтраль тоҡтарға бәйле булған нуклондар менән үҙ-ара бәйләнеше барлығын күрһәтә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Октябрь Революцияһы ордены (1971)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1975)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1982)
- СССР Дәүләт премияһы (1989)
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1998)
- Миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Биографическая справка о Льве Митрофановиче Баркове 2015 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Наш юбиляр. Семьдесят пять лет академику Льву Митрофановичу Баркову // Журнал «Философия науки»
- Лев Митрофанович Барков (к 80-летию со дня рождения), УФН, том 178, выпуск 12, декабрь 2008
- Профиль Льва Митрофановича Баркова на официальном сайте РАН
- Лев Митрофанович Барков в журнале «Успехи физических наук»
- Выпускники МГУ в ННЦ СО РАН. 1957—2007 — Персоналии: Физический факультет. А-З — Барков Лев Митрофанович 2021 йылдың 6 март көнөндә архивланған.
- Персональная страница на сайте фотоархив СО РАН
- Храмов, Ю. А. Барков Лев Митрофанович // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — С. 24. — 400 с. — 200 000 экз. — ББК 22.3гя2. — УДК 53(G).