Баръяҙы ҡаласығы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Баръяҙы ҡаласығы
Дәүләт
Административ-территориаль берәмек Ҡалтасы районы

Баръяҙы ҡаласығы рус. Барьязинское городище — Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Баръяҙы ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан б.э. V—VII быуаттарына ҡараған Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы.[1][2][3]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баръяҙы ҡаласығы Ҡалтасы районы Баръяҙы ауылынан йыраҡ түгел — көньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Район үҙәгенә тиклем (Ҡалтасы): 21 км[4]

Табылдыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баръяҙы ҡаласығының майҙаны археологик тикшеренеүҙәр мәлендә 120 м² ҡаҙылған. Ҡаласыҡ 4 ҡат ур[5] менән уратылған. Ҡаласыҡтың оҙонлоғо 340 м, киңлеге 50 м, ә урҙың дәүмәлдәре — оҙонлоғо 20—60 м, киңлеге 5—10 м, бейеклеге 1—3 м.

Ҡаҙыныуҙар ваҡытында Бахмут мәҙәниәтенә ҡараған керамика һауыттар килеп сыҡҡан. Улар түңәрәк төплө, соҡорло биҙәктәр төшөрөлгән.

Түбәнге ҡатламдарҙа бик аҙ һанда Пьяный Бор мәҙәниәте керамикаһына ҡараған һауыт‑һаба табылған.

Табыштар араһында — бронза айылса, балсыҡ орсоҡбаштар һәм кеше һындары, тимер бысаҡ, таш ҡул тирмәндәре, һөйәк уҡ башағы.

Ҡаласыҡта металлургия менән шөғөлләнгәндәр — көл, металл иретеү мейесе, металл һалып иретә торған балсыҡ һауыт ярсыҡтары, шлак табылған. 8 хужалыҡ соҡоро, 4 усаҡ асылған.

Баръяҙы ҡаласығы материалдары Өфө ҡалаһында, Башҡорт дәүләт университеты фондтарында һаҡлана.

Асыш тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баръяҙы ҡаласығы 1969 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты Ю. А. Морозов[6] тарафынан асыла.

1973—74 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты экспедицияһы ғалим-тарихсы-археолог, тарих фәндәре докторы, профессор В. А. Иванов етәкселегендә ҡаласыҡты яңынан тикшерә[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Баръяҙы ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йылдың 22 октябрь көнөндә архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йылдың 16 сентябрь көнөндә архивланған.
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  6. Морозов Юрий Алексеевич

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иванов В. А., Останина Т. И. К вопросу о бахмутинско-мазунинской проблеме //Поселения и жилища Южного Урала. Уфа, 1983.
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.