Батталов Абдул-Басир Вагидович

Батталов Абдул-Басир Вагидович (21 май 1958 йыл) — Рәсәй һәм совет классик (грек-рим) стиле көрәшсеһе. Рәсәй спорт көрәше федерацияһының вице-президенты (2011 йылдың 29 декабренән алып)[1].

Бала сағы

Буйнакск ҡалаһында 9-сы мәктәпте тамамлай. Буйнакск һәм Өфө спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.

Спортсы карьераһы

Европа чемпионы (1985), СССР чемпионы, донъя чемпионатының көмөш призеры (1985), Донъя кубогын яулаусы (1981, 1984), ике тапҡыр СССР чемпионы (1983, 1985).

СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988)[2].

Спорт эшмәкәрлеге тамамланғандан һуңғы карьераһы

1994 йылда Өфө технология сервис институтын тамамлай.

2011 йылдың 29 декабрендә Рәсәй спорт көрәше федерацияһы бюроһының ултырышында федерация вице-президенты итеп һайлана. Был тәғәйенләү төбәктәр менән үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтеү өсөн эшләнә (Батталов Волга буйы федераль округы өсөн яуаплы).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар