Батша ҡыңғырау
Батша ҡыңғырау | |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү ҡалаһы |
---|---|
Дәүләт | |
Бейеклеге/буйы | 6,24 метр |
Ауырлығы | 201 924 килограмм |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза |
Файл:00 4841 Tsar Bell - Moscow Kremlin.jpg | |
Урынлашыу | |
Беренсе яҙма телгә алыу | 1737 |
Нигеҙләү датаһы | 1733 |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Батша ҡыңғырау — XVIII быуат рус ҡойоу сәнғәте һәйкәле. Ҡыңғырауҙың бейеклеге беркеткесе менән бергә — 6,24 м, диаметры — 6,6 м; ауырлығы — 202 тонна. Тәғәйенләнеше буйынса бер тапҡыр ҙа файҙаланылмаған. Ҡыңғырауҙы императрица Анна Иоанновна бойороғо буйынса нәҫеленә батшалыҡ иткәне тураһында иҫтәлек ҡалдырыу өсөн 1730 йылда ҡойғандар. Ҡыңғырау 1737 йылда Троицк янғыны ваҡытында зыянланған һәм быуат самаһы ерҙә ятҡан. XIX быуаттың беренсе яртыһында уны Мәскәү Кремлендәге Бөйөк Иван ҡыңғырау манараһы янында постаментҡа мендереп ҡуйғандар.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Элгәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Беҙгә билдәле «Батша ҡыңғырау»ҙың бер нисә элгәре булған. Беренсеһен, Годунов ҡыңғырауын, 1599 йылда ҡойғандар. Ул Кремлдең Иван майҙанында торған. Ҡыңғырау үҙенең матурлығы һәм ҙурлығы менән урындағы халыҡты һәм башҡа илдәрҙән килгән сәйәхәтселәрҙе хайран ҡалдырған. Уның ауырлығы — 33,6 тонна. Ҡыңғырау 50 йыл хеҙмәт итә, әммә Мәскәүҙәге көслө янғын ваҡытында ярыла[1]
1651 йылда 130 тонналыҡ ҡыңғырау ҡойоу тураһында һүҙ алып барыла. Батша Алексей Михайлович был эште Ганс Фалькка ҡушырға теләй, әммә Фальк яңы ҡыңғырау өсөн ватыҡ ҡыңғырауҙың баҡырын файҙаланыуҙан баш тарта һәм яңы ҡыңғырауҙы эшләр өсөн биш йыл ваҡыт һорай. Мәскәү оҫталары — Данила Матвеев, уның улы Емельян Матвеев, ярҙамсылары Кирилл Самойлов, Василий Борисов һәм Семен Симонов — ҡыңғырауҙы иҫке баҡырҙан бер йыл эсендә ҡойорға әҙер булыуҙарын әйтә. 1654 йылда ҡыңғырауҙы иҫке ҡыңғырау металын файҙаланып ҡоялар, һәм ул шул уҡ йылдың декабрь айында манаранан был ҡыңғырауҙы ҡағалар, уның саң тауышы 7,5 километрға тиклем таралған[2]. Тиҙҙән ул теле менән ныҡ һуғыуҙан ярыла, һәм 1655 йылда Александр Григорьев уны ҡайтанан ҡойоу менән шөғөлләнә. Оҫта ҡыңғырауҙы ун ай буйына, февралдән декабргә тиклем, ҡоя. Еҙ ҡыңғырау 1661 йылда әҙер була, ләкин ул ергә ҡолап төшә, шулай ҙа бөтөн ҡала. 1674 йылда уны ҡабат элеп ҡуялар. Икенсе ҡыңғырау ҙа беренсеһенең яҙмышын ҡабатлай — 1701 йылда, 50 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, янғын ваҡытында ватыла.
Ҡыңғырау ҡойоу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1730 йылда императрица Анна Иоанновна үҙенең батшалыҡ итеүе тураһында иҫтәлек ҡалдырырға була, ул Григорьев эшләгән ватыҡ ҡыңғырауҙы яңыртып ҡойорға ҡуша.
1730 йылдың 26 июлендәге указда ошо турала яҙылған була.
Был юлы яңы ҡыңғырауҙың ауырлығы 200 тонна тәшкил итергә тейеш була. Оҫтаны башта сит илдәрҙә эҙләйҙәр. Француз Жермен, механик, «алтын эштәре оҫтаһы һәм Фәндәр академияһы ағзаһы», йомарт тәҡдим ала, әммә был бурысты шаяртыу тип ҡабул итә һәм баш тарта. Эшкә аталы-уллы Иван Федорович Моторин һәм Михаил Иванович тотона.
Иван Моторин тураһында аҙ билдәле. Тыуған датаһы ла асыҡ түгел. 1686 йылда ул атаһы Федор Дмитриевич Моториндан Сретенкалағы ҡойоу заводын мираҫҡа ала, ағаһы Дмитрий менән икәүләшеп ҡыңғырау ҡойоу эшен дауам итә. Иван Моторин 12 ҡыңғырау эшләгән тигән мәғлүмәт һаҡланған, шул иҫәптән Кремлдәге Великий Пост (1704 йылғы) һәм Набат (1714 йылғы) ҡыңғырауҙары уныҡы.
Ҡыңғырауҙы Артиллерия контораһы һыҙмалары буйынса ҡойоу планлаштырыла. Башта Моторин ҡыңғырауҙың бәләкәй моделен эшләй һәм уны һыҙмалары, сметаһы менән бергә Петербургҡа ризалыҡ алыу өсөн ебәрә. Проектты тикшереү һәм уны тормошҡа ашырыуға әҙерлек ике йыл дауам итә. 1732 йылдың ноябрендә Сенат Моториндан эш барышы тураһында белешә. Моторин быға, «болванкаларҙы эшләргә ике ай ярым ваҡыт кәрәк буласаҡ, 29 июнгә улар әҙер буласаҡ, 15 сентябрҙә кожух (ҡаплама) эшләй башлайбыҙ, ә ҡойоу формалары 13 декабргә әҙер буласаҡ», тип яуап бирә. 1733 йылдың ғинуарында ҡыңғырауҙы эшләй башлайҙар. Батша ҡыңғырауҙың күләме ҙур булғанлыҡтан, ҡыңғырауҙы баштан уҡ Кремлдә эшләргә булалар. Иван майҙанында ун метр тәрәнлектәге соҡор ҡаҙыла, ә кожух (ҡаплама) ирегән металдың баҫымына сыҙаһын өсөн, ҡыңғырау формаһы (ҡалыбы) менән ҡойоу стенаһындағы араны балсыҡ менән төйөп күмәләр. Соҡор янында дүрт металл иретеү мейесен һалалар һәм кожухты (ҡапламаны) күтәреү өсөн ҡулайлама ҡуялар, һәр бер мейес 50 тоннаға тиклем металл һыйҙырған, мейестән ул кирбес улаҡтар аша форманың (ҡалыптың) ҡойоу һауытына бушатылған. Элекке ҡыңғырауҙың металы етерлек булмағанлыҡтан, Моторин 5 тонна ҡурғаш һәм 16 тонна баҡыр өҫтәп һорай.
1734 йылдың 26 ноябрендә рөхсәт алынған, Успенский соборы тантаналы дини хеҙмәт үткәргән һәм фатихаһын биргән, шунан һуң металды иретә башлағандар. Кремлдәге был эштә барлығы 83 эшсе эшләй[3], ә ҡыңғырауҙы төҙөүҙә дөйөм алғанда 200-гә яҡын кеше ҡатнаша.
Эш башында уҡ ҡыйынлыҡтар килеп сыға. Мейестәрҙә 94 тонна баҡыр була, һуңыраҡ уға тағы ла 21 тонна өҫтәйҙәр. 28 ноябрҙә 33 тонна аҡ ҡурғаш менән баҡырҙы мейескә тултыралар. Ә мейес 43 сәғәт эшләгәндән һуң, уның горизонталь төбө күтәрелә, һәм баҡыр ер аҫтына ағып инеп китә. Эшләп торған мейесте ремонтлау барышында янғын сыға һәм артабанғы эштәр туҡтатыла. Оҫталар зыян күрмәй ҡалған ике мейескә 106,5 тонна аҡ ҡурғаш һәм баҡыр тултыра. Бының өсөн Пушкалар ихатаһынан 27 тонна тартҡан 600 ҡыңғырау, 68 тонна пушкалар баҡыры һәм 11 тонна аҡ ҡурғаш килтерелә. 29 ноябрҙә мейестәрҙең хәлдәре ҡатмарлаша. Баҡыр ергә ағып төшмәһен өсөн, ирегән металды запастағы мейестәргә күсерәләр һәм мейестәрҙе ремонтлай башлайҙар. Ошо саҡта кожухты (ҡапламаны) күтәреү ҡулайламаһының машинаһы янып китә. Утты тиҙ генә һүндерә алмайҙар, шунлыҡтан ҡыңғырау ҡалыбы зыянлана. Уның торошон тикшереү һәм ватыҡтарын йүнәтеү өсөн, машинаны һүтергә тура килә. Бының икенсе көнөнә Иван Моторин яҙма аңлатма биргән[4].
Эш башланғандан һуң бер йыл үткәс, 1735 йылдың 19 авгусында Иван Моторин вафат була, уның эше тулыһынса улы Михаилға күсә. Михаил янында — атаһының крепостнойы Гаврила Лукьянов «Смирный улы» һәм Огородный биҫтәһенең посадсыһы Андрей Федоров «Моляров улы» — ҡала. Эштең тиҙләтелеүен отчет раҫлай: 6 — 12 октябрҙә эш менән 57 кеше мәшғүл булһа, киләһе аҙнала — 85, һуңынан — 114, 27 октябрҙән 2 ноябргә тиклем 166 кеше эшләй[5].
Янғынға ҡаршы тороу сараларын иҫәпкә алып, яңы ҡыңғырау ҡойоуҙа 400 кеше ҡатнаша. 1735 йылдың 23 ноябрендә мейес яңынан тоҡандырыла, 36 сәғәт буйына металды иреткәндән һуң, баҡырҙы ҡыңғырау ҡалыбына ҡоялар. Ҡойоу 46 минут бара, минут һайын 7 тонна металл ҡалыпҡа ҡойолоп инә. Ҡыңғырау ҡойоу ике көн тигәндә тамамлана. Ҡыңғырауҙың бейеклеге — 6,24 м, диаметры — 6,6 м, ауырлығы 200 тоннаға яҡын була. Металл һыуынғас, уға биҙәктәр яһала һәм яҙмалар төшөрөү эштәре башлана.
Батша ҡыңғырауҙы ҡойған өсөн 1736 йылда Михаил Моторинға 1000 һум түләйҙәр, һәм уға ҡыңғырау ҡойоу эштәре цехмейстеры тигән ранг бирелә.
Ҡыңғырауҙың зыянланыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1737 йылдың 9 июнендә (яңы стиль буйынса) Мәскәүҙә Троицк янғыны сыға, ул янғын 1812 йылғы янғындарға тиклем иң ҙур ҡазаларҙың береһе тип һанала. Дөйөм ҡабул ителгән фараздар буйынса, соҡор өҫтөндә торған ҡыңғырау бинаһының өҫтөндәге ағас ҡоролма янып китә һәм янған бүрәнәләр соҡорға төшә башлай. Ҡотҡарыу эштәре ваҡытында ҡыңғырау 62 мең һум торған түшәмә өҫтөнән ҡолап төшә һәм 10 урындан буйлай ярыла, ярылып төшкән иң ҙур киҫәге 11,5 тонна була[6].
- Ярсыҡ яһалыуҙың версиялары
- Троицкий янғыны башланғанда ҡыңғырауҙың сүкеп биҙәү эштәре тамамланып барған була. Ҡыңғырау янғында иремәһен өсөн, уға һыу ҡоялар, ләкин тигеҙһеҙ һәм бик тиҙ һыуытыу ҡыңғырауҙы сатната һәм яра.
- Ҡолаған ҡыңғырауҙы күтәргән саҡта ярсыҡтың кителеп төшөүе мөмкин.
- Ҡыңғырауҙы ҡойғанда ебәрелгән технологик хаталар арҡаһында ярылып төшкән, ә быны янғын сығыу менән бәйле тип тапҡандар.
- Ҡыңғырау аҫып ҡуйылған булған һәм янғында ҡолап төшкән.
- Кремль музейының аккредитацияһыҙ ҡытай гидтары әйтеүе буйынса, батша Пётр I, Батша-пушканан атып, Батша ҡыңғырауҙы ярған.
Хәҙерге тикшеренеүҙәр буйынса, һығылмалы бронзанан эшләнгән ҡыңғырау янғын ваҡытында ярылмаған, ә уның ярылыуы технологияны боҙоуға бәйле [7]. Был фараз файҙаһына ҡыңғырауҙың янғындан һуң рәшәткәлә тороуы һөйләй — ул ҡойғандан һуң ҡуйған урынға бер нисек тә туп-тура төшә алмаған булыр ине. Шунлыҡтан күп тикшеренеүселәр, ҡыңғырауҙы соҡорҙан бер тапҡыр ҙа сығарып ҡарамағандар, тик янғындан һуң ғына күтәрергә тырышып ҡарарғандар, әммә булдыра алмағандар, тип фаразлай.
Ватыҡ ҡыңғырау йөҙ йыл тиерлек ерҙә ятҡан, сөнки күтәргеһеҙ тип иҫәпләнгән. 1792 һәм 1819 йылдарҙа ҡыңғырауҙы йәнә күтәреп ҡарайҙар, ләкин был юлы ла уңышҡа өлгәшә алмайҙар. 1821 йылда соҡорҙо таҙартып, уны уратып баҫҡыстар һәм тотонғос яндауырҙар ҡуйғандар. Ҡыңғырауҙы ҡарарға теләгәндәр өсөн экскурсиялар ойошторола. Бер нисә тапҡыр ҡыңғырауҙы күтәреү һәм уның ярсығын кире йәбештереү проекттары төҙөлә. Тик был проекттар ҡыйбатлы булып сыға, өҫтәүенә, 11,5 тонналы ярсыҡты йәбештереү ҡыңғырауҙың тауышын боҙоу хәүефе менән янай, шуға улар тормошҡа ашырылмай ҡала. Ҡыңғырау 1836 йылда соҡорҙан ниндәй сифатта күтәрелһә, шул көйөнсә һаҡланып ҡалған.
Күтәреү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1827-1831 йылдарҙа архитектор Иван Мироновский ҡыңғырауҙы соҡорҙан күтәреп, постаментҡа баҫтырыу проектын эшләй. Был проектты тормошҡа ашырыуҙы француз инженеры Огюст Монферранға тапшыралар. Ярты йыл әҙерлек бара. Тәүге күтәреү уңышһыҙ тамамлана: ҡыңғырауҙың ауырлығынан төрлө ваҡытта дүрт канат шартлап өҙөлә һәм бер блок һына. Эшселәргә ҡынғырау аҫтына бүрәнәләр тығырға һәм уны кире элек торған урынына баҫтырырға тура килә. Икенсе тапҡыр күтәреү өсөн егерме ҡат металдан эшләнгән канаттар ишелә. 1836 йылдың 23 июнендә ҡыңғырауҙы икенсе тапҡыр күтәрә башлайҙар. Эш 42 минут 33 секунд дауам итә. Ҡыңғырауҙы соҡорҙан күтәргәс, уны катоклы шылдырғысҡа баҫтыралар, ә соҡорон бүрәнә түшәмә менән ҡаплап ҡуялар. Өс көн эсендә ҡыңғырауҙы Иван Великий ҡыңғырау манараһы янындағы постаментҡа шыуҙырып алып киләләр һәм шунда баҫтырып ҡуялар. Ҡыңғырау әлеге көндә лә шул урында тора. Ошо ваҡыттан алып ҡыңғырау төп рус ҡомартҡыларының береһенә әйләнә.
1979 йылдың көҙөндә Батша ҡыңғырау реставрациялана — уны һуңғы лак һәм буяу ҡатламдарынан таҙарталар, шулай итеп, рельефлы биҙәктәрен өйрәнеү мөмкинлеге асыла.
Хәҙерге заман технологиялары ҙур ҡыңғырауҙар эшләргә мөмкинлек бирә. Әммә бындай ҙур ҡыңғырауҙы ҡаҡҡандағы тулҡындарҙың күбеһе инфратауыш спектрына ҡарай һәм кешеләрҙе, хайуандарҙы борсоуға һәм паникаға һалырға һәләтле. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ҙур ҡыңғырауҙар өсөн оптималь ауырлыҡ — 32 тонна.
Химик составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мина корпустары лабораторияһы анализдарына ярашлы, Батша ҡыңғырау иретмәһендә 84,51 % баҡыр, 13,21 % ҡурғаш, 1,25 % көкөрт, тағы ла һуңыраҡ асыҡланыуынса 0,036 % алтын (72 килограмм), 0,26 % көмөш (525 килограмм) бар.
Аналогтарыы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Троица-Сергиева лавраһындағы иң ҙур ҡыңғырау шулай уҡ «Батша» тип атала, уның ауырлығы — 64 тонна. Ҡыңғырау 1748 йылда эшләнгән, ә 1930 йылда ул юҡ ителгән.
Мәҙәниәттә ҡыңғырау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1919 йылдың авгусында ВСЮР командованиеһы үҙ валютаһын сығара, 100 һумлыҡ купюрала Батша ҡыңғырау һүрәте төшөрөлгән була. Шунлыҡтан был аҡсаларҙы «ҡыңғырауҙар» тип атап йөрөткәндәр.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Захаров Н. Кремлёвские ворота. — М.: Московский рабочий.
- ↑ Андрей Сидорчик. Молчащий гигант. Кто сломал Царь-колокол? АиФ (4 август 2014). Дата обращения: 17 октябрь 2017.
- ↑ Московский Царь–колокол, 1880, с. 6–76–7
- ↑ Московский Царь–колокол, 1880, с. 13—1413—14
- ↑ РГАДА. Ф. 1239, с. 50–56, 64–6750–56, 64–67
- ↑ Андрей Сидорчик. Огненный апокалипсис. Семь крупнейших пожаров Москвы . АиФ (9 июнь 2016). Дата обращения: 17 октябрь 2017.
- ↑ К истории создания, 1993, с. 119—127119—127
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Снегирев И.М., Мартынов А.А. Московский Царь–колокол. Т.3. — М.: Русские достопамятности, 1880.
- РГАДА. Ф. 1239. Оп. 3. Ч. 79. Д. 35707.
- Костина И. Д. К истории создания Царь-колокола: Новые архивные материалы. Колокола: История и современность. — М., 1993.
Был мәҡәлә РУВИКИ проектының башҡорт бүлегендәге яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |