Батырҡаев Рәфис Хөтип улы
Батырҡаев Рәфис Хөтип улы, псевдонимы — Батырҡай (рус. Батырхаев Рафис Хотипович; 1951 йылдың 22 майы, Барҙы районы, Молотов өлкәһе — 2014 йылдың 16 авгусы, Екатеринбург) — рәссам, керамист, дизайнер.
Биографияһы
Рәфис Хөтип улы Батырҡаев 1951 йылдың 22 майында Пермь өлкәһе Барҙы районы Танып ауылында тыуған. Атаһы — Хөтип Ишмөхәмәт улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, миҙалдар кавалеры, оҙаҡ йылдар дауамында ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Әсәһе — Шәрифә Сәләхетдин ҡыҙы башланғыс класс уҡытыусыһы була. Уларҙың ғаиләһендә биш бала үҫә — дүрт малай һәм бер ҡыҙ[1].
Сәрәш ауылы урта мәктәбендә уҡый. Свердловск архитектура институтының рәссам-дизайнерҙар факультетын тамамлай. Свердловск ҡалаһында төрлө конструктор бюроларында проектлаусы булып эшләй.
Төрлө стилдәрҙә эшләй: эпик реалистик полотнолар, абстракт-фәлсәфәүи йүнәлеш, гротеск еңел юмористик жанр һәм башҡалар. Башҡорт мотивтары һәм эпостары буйынса картиналар төшөрә, керамик рельефтар эшләй, шулай уҡ сувенирҙар яһай. Уның эштәре башҡорттарҙың тарихына арналған[1].
Улар араһында «Башҡорт хан ыласындар менән һунарҙа» («Хан Башкорт на соколиной охоте»), «Йәш яугир — башҡорт халҡының өмөтө» («Юный яугир — надежда башкирского народа»), «Сыңрау торна» («Песнь журавля»), «Ҡурай моңо — йыһан моңо» («Мелодия курая — мелодия космоса»), «Барда һылыуы» («Бардымская красавица»), ғәйнә ырыуы гербы «Мөгөҙөндә ҡояшты тотоп йөрөткән болан» («Олень, несущий на рогах солнце»), «Башҡорт милли көрәше» («Башкирская национальная борьба — курэш»), «Уҡсы бүре» («Волк-лучник»), «Вся дичь попряталась», «Праздник живота», «Морские волки», «Полет души» һәм башҡа картиналары бар[1].
Тушь һәм ҡаурый ярҙамында төшөрөлгән графика эштәре араһында «Ҡаһым түрә», «Салауат», «Башҡорт», «Ғәйнә», «Аҡбуҙат», «Ҡараһаҡал» билдәле[1].
Ювелир кимәлдәге һәм юғары оҫталыҡтағы керамика рельефтары араһында «Башҡорт хан», «Башҡортостан», «Атайсал», «Башҡорт батыры», «Йәш яугир», «Самурай» һәм башҡалар бар. Шулай уҡ уның эштәре араһында сувенирҙар, өҫтәл скульптуралары күп.
Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уның эштәренең 26 күргәҙмәһе уҙғарыла. Урал керамистары ағзаһы була, «Батырҡай» башҡорт сәнғәт студияһын ойоштора.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты. Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһын башҡара. 1999 йылда ЮНЕСКО конгрессында ҡатнаша[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Алтынбаева Зухра. Верность поколению // Ватандаш. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Программа «Забытые имена» 2025, Бардымский район — дата и место проведения, программа мероприятия. (рус.), Культура.РФ. 3 февраль 2026 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
- Ризванов Г. Верный своему народу // Рассвет. — 1995. — 26 июля. — С. 3.
- Магафонова Ю. Шар с башкирской стрелой : [О выставке картин Р. Х. Батыркаева в г. Екатеринбург] // Рассвет. — 1997. — 11 июня. — С. 2.
- Батыркай и батыры // Рассвет. — 2000. — 5 июля. — С. 2. — (Из журнала «Ватандаш»).
- Батыркай и батыры // Балкыш : приложение к газ. Рассвет. — 2000. — № 9 (дек.). — С. 1.
- «Бардымская красавица» // Рассвет. — 2006. — 28 июля. — С. 2.
- Слово прощания // Рассвет. — 2014. — 20 авг. — С. 4.
- Путь к успеху. Справочник о деятелях и работниках культуры и искусства, писателях и краеведах Бардымского района. — Барда, 2014.