Белка һәм Стрелка
Белка һәм Стрелка | |
Файл:Strelka.Space dog.jpg | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Белка һәм Стрелка — йыһанға осҡан һәм Ергә уңышлы кире ҡайтҡан беренсе космонавт-эттәр (уларға тиклем 1957 йылдың ноябрендә йыһанға Лайка ҡушаматлы эт осорола, әммә уның Ергә ҡайтыу мөмкинлеге булмай). Белка һәм Стрелка 1960 йылдың 19 авгусында «Спутник-5» совет карабында оса[1].
Тәжрибә маҡсаты булып йыһан нурланыуының тере организмдарға (уларҙың тормошона һәм нәҫелселлегенә), шулай уҡ артыҡ көсөргәнеш, ауырлыҡ юғалғанда һәм киреһенсә, ғәҙәти торошҡа ҡайтыу йоғонтоһон тикшереү тора. Бер үк ваҡытта хәүефһеҙ осош һәм Ергә кире ҡайтыу мөмкинлеге, кешенең орбиталь йыһан осошонда йәшәү рәүешен тәьмин иткән төрлө системалар һөҙөмтәлелеге: туҡланыу, һыу менән тәьмин ителеү, ассенизация, ҡалдыҡтарҙы регенерациялау тикшерелә. Осош барышында шулай уҡ бер нисә медик-биологик тәжрибә һәм йыһан киңлеген фәнни тикшереү үткәрелә[2]. Карап осош буйына эттәрҙең организмындағы үҙгәрештәрҙе теркәп барыусы аппаратура менән йыһазландырыла[3].
20 августа бортында хайуандар булған ҡотҡарыу капсулаһы алдан иҫәпләнгән урынға аныҡ килеп ултыра. Белка һәм Стрелка йыһанда 25 сәғәт тирәһе була, был ваҡытта карап-юлдаш Ер тирәләй тулы 17 (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса −18) әйләнеш яһай[4][3].
Осошҡа әҙерлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1957 йылда баш конструктор Сергей Павлович Королёв эттәрҙе кире ҡайтыу мөмкинлеге менән бер тәүлек йыһан осошона әҙерләү бурысын ҡуя[2]. Бының өсөн бер нисә фәнни-техник мәсьәләне хәл итергә кәрәк була:
- идара ителеүсе карап-юлдаштың осошон һәм уның билдәләнгән пунктҡа аныҡ килеп ултырыуын тәьмин итергә;
- тереклектең бортта уңайлы йәшәү шарттарын булдырырға;
- карап-юлдаш менән радио- һәм телевизион бәйләнеш булдырырға[5].
Бик оҙаҡ йыһан карабы кабинаһында кәрәкле температура тотоп булмай — эттәр эҫене ауыр кисерә[6].
Тәжрибә өсөн махсус методика буйынса 12 эт һайлап алына: улар барыһы ла ауырлығы — алты килограмға, бейеклеге — 35 сантиметрға тиклем, йәше — ике йәштән алты йәшки тиклем ҡансай (улар өсөн ассенизацион ҡоролма әҙерләү еңелерәк) булырға тейеш була. Мониторҙа яҡшы күренһендәр өсөн асыҡ төҫтәге эттәрҙе һайлап алалар. Бынан тыш, улар киң мәғлүмәт сараларына күрһәтеү өсөн күрмәлекле булырға тейеш була[7][8].
Осошҡа әҙерлек нигеҙҙә Мәскәүҙә Медик-биологик проблемалар институтында бара. Эттәр бер нисә ай тығыҙ геометрик кабиналарҙа йәшәргә, оҙайлы ваҡыт изоляцияға һәм тауышҡа өйрәнә. Уларҙы ябыҡ арауыҡҡа өйрәтеүе ауырыраҡ була: күнекмә өсөн тәүҙә осоролорға тейешле аппарат дәүмәлендәге металл йәшник, һуңынан йыһан карабы-юлдаш макеты файҙаланыла. Күнекмәләрҙең йомғаҡлау этабы мөмкин тиклем ысынбарлыҡҡа тап килгән шарттары булған герметик кабинала уҙғарыла, эттәргә барлыҡ датчиктар тағыла, махсус йыһан кейеме һәм ассенизация ҡоролмаһы (бәҙрәф) кейҙерелә. Эттәрҙе йыһанға бер тәүлек осошҡа әҙерләһәләр ҙә, уларҙы һигеҙ тәүлекте күҙаллап күнектерәләр. Шулай уҡ улар туҡландырыу аппараттарынан йыһан ризығын ашарға, кейемдә, датчиктарҙа йөрөргә һәм бәҙрәфкә барырға өйрәнә. И. С. Балаховский эшләгән йыһан аҙығы желе рәүешендә була һәм хайуандарҙың ашау-эсеүгә булған ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә[2][9][10][5].
Герметик кабинала, тирбәлеүсе стендта һәм центрифугала йомғаҡлау күнекмәләре үтеп, Белка һәм Стрелка йыһанға осоу өсөн иң ныҡлылары булып сыға; улар икенсе йыһан карабы-юлдаш бортында осоу өсөн һайлап алына ла инде. Тәүлек әйләнәһенә эттәр күҙәтеү аҫтында була: табиптар һәм лаборанттар махсус журналда күнекмә барышында эттәрҙә булған үҙгәрештәрҙең барыһын да теркәп бара[2][11]. Улар икеһе лә Мәскәүҙең берәҙәк эттәре приютынан алынған ике йәш ярымлыҡ тоҡомһоҙ ҡансай була (осош ваҡытында). Белка — тулыһынса күк төҫлө, иң әүҙем һәм илгәҙәк, лидер һыҙаттарына эйә, иң аҡыллыһы була, күнекмәләрҙе барыһынан да яҡшыраҡ үтә, барыһынан алда нимәлер оҡшамаһа тауыш биреп белдерергә өйрәнә. Стрелка — асыҡ төҫтә, һоро таплы була. Ул тиклем илгәҙәк тә, ҡыйыу ҙа түгел, хатта бер аҙ йомоғораҡ була[12].
Белка һәм Стрелка йыһанда беренселәр түгел. Уларға тиклем ошондай тәжрибә осоштарында 8 эт үлә[13]. 1960 йылдың авгусына ғалимдар быға тиклем булған йыһан караптары-юлдаштарҙың конструкцияһында асыҡланған барлыҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә өлгәшә. 1960 йылдың 28 июлендә бортында Лисичка һәм Чайка булған Спутник-5-1 йыһан аппараты осорола. Эттәр осоштоң 23-сө секундында юғары йышлыҡтағы тирбәлеш арҡаһында ҡабырға блогындағы яныу камераһының боҙолоуы һөҙөмтәһендәге аварияла һәләк була. Ошо ваҡиғанан һуң авария булған осраҡта хайуандарҙы ҡотҡарыу мөмкинлеге биргән катапульта капсулаһы эшләнә. Ул Белка һәм Стрелка осҡан Спутник-5 карабында ла була[14].
Йыһан аппараты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Белка һәм Стрелка Ер орбитаһына С. П. Королёва етәкселегендә Мәскәү өлкәһенең Королёв ҡалаһында «Спутник» серияһында эшләнгән «Спутник-5» йыһан карабында сыға. Карап кабинанан һәм ҡорамал бүлегенән тора[5].
Кабинала[5]:
- хауандарҙың йәшәүен тәьмин иткән аппаратура,
- биологик тәжрибәләр һәм фәнни тикшеренеүҙәр өсөн йыһаз,
- йүнәлеш системаһы аппаратураһының бер өлөшө,
- техник күрһәткестәрҙе теркәп барыусы аппаратура ,
- ергә төшөүҙе тәьмин иткән автоматик система,
- осорған ваҡытта һ.б. эттәрҙең физиологик күрһәткестәрен теркәп барған йыһаз,
- биообъектлы катапульта контейнеры.
- 28 лаборатория сысҡаны һәм 2 аҡ ҡомаҡ (катапульта контейнерынан ситтә урынлаштырыла)[15] була.
Катапульта контейнеры космонавтарҙың Ергә парашют менән төшөүе өсөн тәғәйенләнгән контейнерҙар кеүек үк була. Унда, Белка һәм Стрелканан тыш, тағы ла 12 сысҡан, бөжәктәр, үҫемлектәр, бәшмәк культуралары, кукуруз, бойҙай, борсаҡ, һуған орлоҡтары, бер нисә төр микроб һәм башҡа биообъекттар була. Бынан тыш, унда хайуандар өсөн лоток, туҡландырыу автоматы, ассенизация ҡоролмаһы, вентиляция системаһы һәм башҡалар, катапульта һәм пиротехник саралар, ергә төшкәндән һуң урынды белдереүсе радиотапшырғыстар, телевизион камералар, ионлаштырыу радиацияһын үлсәү өсөн махсус дозиметрҙар (улар эттәрҙең кейеменә лә ҡуйылған була) урынлаштырыла. Кабина эсендә ваҡ биообъекттар өсөн контейнерҙар, туҡландырыу автоматы һәм осош ваҡытында кабиналағы тауышты контролләү өсөн микрофон ҡуйыла. Катапультанан һуң контейнерҙарҙың үҙәге торошо тиҙлек векторына ҡарата тотороҡло һәм дөрөҫ булыуын тәьмин итеү өсөн ғалимдар уларҙың формаһын уйлап таба[5][2].
Ҡорамалдар бүлегенең йыһаздары:
- радиометрик аппаратура,
- карап осошо менән идара итеү ҡорамалдары,
- ғилми тикшеренеүҙәр аппаратураһы өлөшө (йыһан нурҙарын һәм Ҡояштың ҡыҫҡа тулҡынлы нурланышын өйрәнеү ҡормалдары),
- йылылыҡты көйләү ҡорамалдары,
- тормоз ҡорамалы[5].
Карап-юлдаштың ауырлығы 4600 килограмм була[5].
Осош[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Икенсе йыһан карабы-юлдаш 1960 йылдың 19 авгусында Байконур космодромынан Мәскәү ваҡыты менән 11:44 сәғәттә 1-се старт комплексынан (45°55′00″ с. ш. 63°20′00″ в. д.HGЯO) осорола. Сергей Павлович Королёв карапты осошҡа әҙерләүҙе шәхсән күҙәтә. Стартҡа ике сәғәт ҡалғас, карапҡа Белка һәм Стрелка булған кабинаны урынлаштыралар. Стартта һәм бейеклеккә күтәрелгәндә эттәрҙең тын алышы, пульсы йышая, әммә карап орбитаға сыҡҡас, тигеҙләнә[16][10][13].
Медик-биологик проблемалар институты вәкиле әйтеүенсә, , «эттәрҙе 17 августа осороу планлаштырыла, әммә ракетала кислород клапанында етешһеҙлектәр булыуы асыҡлана»[13].
Карап-юлдаш кабинаһына ҡуйылған система баҫымды, температураны, һауа дымлылығын тейешле кимәлдә тоторға ярҙам итә. Һауаны регенерациялау ҡорамалы углекислотаны йотоп, кәкәрле күләмдә кислород бүлеп сығара. Эттәрҙе көнөнә ике тапҡыр махсус атомат ярҙамында ашаталар. Улар осош барышында медицина тикшереү аппараты ярҙамында контролләнә, ул хайуандарҙың физиологик функцияларын: пульс йышлығын, ҡан баҫымын, электрокардиограммаһын, йөрәк тонын, хәрәкәт итеү әүҙемлеген һәм тән температураһын теркәп бара. Барлыҡ был медицина күрһәткестәре ерҙәге радиотелеметрик системаларға тапшырыла, мәғлүмәт туплана һәм уны табиб-физиологтар эшкәртеп, осош менән идара итеү үҙәгенә тапшыра[2].
Был осошта беренсе тапҡыр эттәрҙең хәл-торошо һәм ҡылығы телевизион система аша күҙәтелә. Карап-юлдаш ерҙәге приемниктар эргәһенән үткәндә, борттағы видеомәғлүмәт кинотаҫмаға теркәлә. Уны һуңынан ҡарап, эттәрҙең теге йәки был мәлдәге тәртибен, ҡылығындағы үҙгәрештәр тикшерелә. Карап ерҙәге хеҙмәттәрҙең күҙәтеүенән ситтә булғанда, мәғлүмәт тупланып, мөмкинлек сығыу менән Ергә тапшырыла. Бынан тыш, хайуандарҙың хәрәкәт координацияһы уларға беркетелгән датчиктар аша телеметрия буйынса тапшырыла һәм тикшерелә[2].
Башта, карап-юлдаш орбитаға сығыу менән, Белка һәм Стрелка бер аҙ шаңҡып ҡала, әммә тиҙҙән ауырлыҡ юғалтыуға өйрәнә, үҙҙәрен тыныс тота, ҡайһы бер ваҡытта хатта әүҙемләшеп китә, йыһан ризығын тәмләп ашай. Шул да асыҡлана: ауырлыҡ юғалтыу уларҙың ҡан әйләнеше системаһына артыҡ йоғонто яһамай, тән температуралары ла нормала ҡала[2]. Әммә Ер тирәләй дүртенсе әйләнештән һуң Белка тынысһыҙлана, беркетелгән элементтарҙан ысҡына, өрә башлай, ҡоҫа, ләкин осоштан һуң анализдары ниндәйҙер тайпылыш булыуын күрһәтмәй[10]. Старттан һуң күпмелер ваҡыт үткәс карапта инфраҡыҙыл вертикаль датчик эшләмәй башлай, С. П. Королёв ултыртыу алды йүнәлешен билдәләү өсөн резервтағы ҡояш системаһын файҙаланырға күрһәтмә бирә[13].
1960 йылдың 20 авгусында Мәскәү ваҡыты менән 13:32 сәғәттә, карап Ер тирәләй 18-се әйләнешен яһағанда, Ерҙән уны ултыртырға әҙерләү күрһәтмәһе килә. Туҡтатыу ҡоролмаһын эшләтеп ебәргәс, карап орбитанан сыға. Юлдаштан Белка һәм Стрелка, башҡа биологик объекттар булған контейнер катапультлана һәм алдан иҫәпләнгән нөктәнән 10 километр ситтәрәк уңышлы ултыра (Орск-Кустанай-Амангилде өсмөйөшө). Программа тулыһынса үтәлә. Контейнер ултырған ергә килгән белгестәр Белка һәм Стрелканың хатта осош алдынан үткәрелгән күнекмәләрҙән һуң булған тороштарынан да яҡшыраҡ булыуын (иркәләнәләр, өрәләр) күрә[2][10].
Белка һәм Стрелка осош ваҡытында дөйөм алғанда 700 мең километр үтә[5].
Осош һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәүлек буйына Ер тирәләй осош яһаған йыһан карабында булған һөтимәрҙәрҙең беренсе тапҡыр Ергә иҫән-һау ҡайтыуы йыһанды өйрәнеүҙә мөһим өлөш була. В. И. Яздовский менән О. Г. Газенко етәкселегендәге ғалим-табиптар йыһанға осоуҙың тере организмдарҙың биохимик, генетик, цитологик һәм физиологик системаһына йоғонтоһо тураһында уникаль фәнни мәғлүмәт ала. Ғалимдар, тәүлек буйы осош хайуандарҙа «стресс» тыуҙыра, әммә улар ваҡытлыса, осоштан һуң анализдарҙағы тайпылыштар тиҙ арала нормалләшә, тигән һығымтаға килә. Был мәғлүмәттәр кешене йыһанға осорорға әҙерләүҙәге төп йүнәлештәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлай[3][2].
Белка һәм Стрелканың күнекмәләре һәм осошо ваҡытында кешенең йыһанға хәүефһеҙ осоуы өсөн барлыҡ кәрәкле шарттар булдырыла. Бынан тыш, космонавтарҙың осош ваҡытындағы торошон медицина күҙәтеүе һәм көнкүреш, осош хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм кешенең Ергә урап ҡайтыуын тәьмин иткән системаларҙы эшләү өсөн барлыҡ фәнни мәғлүмәттәр алына[2].
Белканың дүртенсе әйләнештән һуң хәл-торошо үҙгәреүе (тынғыһыҙланыуы һәм үҙен насар тойоуы) ғалимдарҙы борсоһа ла, Стрелка үҙен был ваҡытта яҡшы тоя. осоштан һуң эттәрҙең анализында тайпылыш булмаһа ла, ғалимдар кешенең йыһанға осоуы менән һаҡ булырға кәрәк, тигән һығымтаға килә. Ул ваҡытта кешенең йыһанда оҙайлы ваҡыт була алыуына етерлек дәлилдәр булмағанлыҡтан, беренсе космонавтың осошон Ер тирәләй иң кәм әйләнеш менән сикләргә ҡарар ителә[5][13].
Осоштан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Эттәрҙең йыһандан ҡайтыуының икенсе көнөнә ТАСС матбуғат-конференцияһы ойоштора һәм былай тип хәбәр итә:
«…Запуск и возвращение на Землю космического корабля-спутника, созданного гением советских учёных, инженеров, техников и рабочих, является предвестником полёта человека в межпланетное пространство»[2]. |
Белка һәм Стрелканың артабанғы яҙмышы уңышлы була. Улар ҡартайғансы Авиация һәм йыһан медицинаһы дәүләт фәнни-тикшеренү һәм һынау институты ҡарамағында йәшәй, бышҡаса йыһанға осмай. Осоштан һуң алты йыл үткәс Стрелка алты һау-сәләмәт көсөк килтерә, үҙенән һуң күп һанлы тоҡом ҡалдыра. Уларҙың берһе — Пушок (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — Пушинка) АҠШ Президенты Джон Кеннедиҙың ҡыҙы Каролинаға (икенсе версия буйынса үҙенең үтенесе буйынса Жаклин Кеннедиға) бүләк ителә, АҠШ президенты ғаиләһендә үҫә һәм Аҡ йортҡа арлан Чарлиҙан тоҡом ҡалдыра[17][12][18][13].
Стрелканың тағы бер тоҡомо эттәрҙе йыһанға осошҡа әҙерләүҙә ҡатнашҡан К. С. Ахлебининский тәрбиәһендә СССР Бәйләнеш юлдары министрлығының хәрбиләштерелгән һағының Командирҙар составын камиллаштырыу мәктәбе питомнигында йәшәй[19].
Белка һәм Стрелканың һөлдә-ҡарасҡылары Мәскәүҙә Космонавтиканың мемориаль музейында һаҡлана[13].
Мәҙәниәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Звёздная сказка» (2004) йәнһүрәте. Унда «Мегаполис» төркөмөнөң «Белка и Стрелка» йыры файҙаланыла[20].
- «Настоящие приключения Белки и Стрелки» (2008) йәнһүрәте[21].
- «Белка и Стрелка. Звёздные собаки» (2010) 3D форматындағы компьютер анимация фильмф һәм уның дауамы:
- «Белка и Стрелка. Озорная семейка» (2011) йәнһүрәт сериалы;
- мультфильм «Белка и Стрелка. Лунные приключения» (2014) йәнһүрәте;
- «Белка и Стрелка. Тайны космоса» (2018)[22] йәнһүрәте;
- «Белка и Стрелка. Карибская тайна» (2020) йәнһүрәте.
- Осоштоң 50 йыллығына Рәсәй почтаһы сығарғаен иҫтәлекле марка[23].
- Осоштоң 60 йыллығына сығарылған Приднестровье почта маркаһы.
- «Белка и Стрелка. Звёздные собаки» йәнһүрәте мотивы буйынса төшөрөлгән «Белка и Стрелка» мюзиклы.
Харьковтың яр буйындағы граффити
- Belka and Strelka.Space Dogs.In space.jpg
«Белка и Стрелка. Звёздные собаки» йәнһүрәте кадры
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Эттәр йыһанда
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 55 лет космонавтики за 55 секунд . Дата обращения: 9 октябрь 2023. Архивировано 21 апрель 2016 года.
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 Полёты на кораблях-спутниках . — Космическая энциклопедия «Astronote». Дата обращения: 9 октябрь 2023. Архивировано 5 сентябрь 2008 года.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Белка и Стрелка: четвероногие космонавты на орбите . Государственный музей истории космонавтики имени К. Э. Циолковского. Дата обращения: 9 октябрь 2023.
- ↑ Замостьянов А. Собачья работа: как Белка и Стрелка стали героями страны . iz.ru (19 август 2020). Дата обращения: 9 октябрь 2023.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 5,8 Научное обоснование возможности космических полётов человека и их медико-биологическая подготовка . — Космическая энциклопедия «Astronote». Дата обращения: 9 октябрь 2023. Архивировано 22 ғинуар 2012 года.
- ↑ Литвинов Д. Зачем летали в космос Белка и Стрелка . Парламентская газета (19 август 2021). Дата обращения: 9 октябрь 2023.
- ↑ Белка и Стрелка — космические собаки . ar.culture.ru. Дата обращения: 9 октябрь 2023.
- ↑ 60-летие полёта Белки и Стрелки . samara.bezformata.com (19 август 2020). Дата обращения: 9 октябрь 2023.
- ↑ Хвостатые космонавты Белка и Стрелка . Межпоселенческая центральная библиотека Мясниковского района. Дата обращения: 9 октябрь 2023.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 Животные в космосе . Межпоселенческая центральная библиотека Мясниковского района. Дата обращения: 9 октябрь 2023.
- ↑ Хроника освоения космоса . — «Космический мир». Информация о российском космосе. Дата обращения: 9 октябрь 2023. Архивировано 11 февраль 2012 года.
- ↑ 12,0 12,1 «Белка и Стрелка — как всё было на самом деле» . — Сайт Pravda.ru. Дата обращения: 9 октябрь 2023. Архивировано 11 февраль 2012 года.
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 13,5 13,6 Легендарный полёт Белки и Стрелки . — РИА Новости. Дата обращения: 9 октябрь 2023. Архивировано 11 февраль 2012 года.
- ↑ РИК, 2005
- ↑ Яздовский В. И. На тропах Вселенной. — М.: ГНИИИА и КМ, 1990 (рукопись).
- ↑ Документальный фильм «Белка, Стрелка и др» 0:27
- ↑ История потомства дворняг, которые проложили путь в космос . Hi-News. Дата обращения: 10 октябрь 2023. Архивировано 21 октябрь 2022 года.
- ↑ Любимые дворняжки СССР | rg.ru . Дата обращения: 10 октябрь 2023. Архивировано 29 март 2017 года.
- ↑ Школа для четвероногих друзей // Маяк : газета. — 1999. — 13 апрель.
- ↑ «Звёздная сказка» . — RuTube. Канал kefir_n. Дата обращения: 10 октябрь 2023. Архивировано из оригинала 11 февраль 2011 года.
- ↑ Настоящие приключения Белки и Стрелки . Дата обращения: 10 октябрь 2023. Архивировано 21 ноябрь 2008 года.
- ↑ Белка и Стрелка. Тайны космоса . Дата обращения: 10 октябрь 2023. Архивировано 26 июнь 2021 года.
- ↑ Каталог марок. № 1455. 50 лет космическому полёту Белки и Стрелки. rusmarka.ru. Дата обращения: 10 октябрь 2023. Архивировано 11 февраль 2012 года.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гюрджиан А.А., Дёмин Н.Н., Туточкина Л.Т. и др. Биохимические исследования крови и мочи животных, совершивших полёт в космических кораблях // Проблемы космической биологии. — М.: АН СССР, 1962. — Т. 1. — С. 152—160.
- Ивановский, О. Г. Ракеты и космос в СССР : Записки секретного конструктора. — М. : Молодая гвардия, 2005. — 318 с. — (Россия и мир). — ISBN 5-235-02772-8.
- Сисакян Н.М., Парин В.В., Черниговский В.Н., Яздовский В.И. Некоторые проблемы изучения и освоения космического пространства // Проблемы космической биологии. — М.: АН СССР, 1962. — Т. 1. — С. 5—16.
- Шашков B.C., Антипов В.В., Раушенбах М.О. и др. Влияние факторов космического полёта на уровень серотонина в крови животных // Проблемы космической биологии. — М.: АН СССР, 1962. — Т. 1. — С. 258—264.
- Яздовский В.И. На тропах Вселенной. — Москва ГНИИИА и КМ, 1990. — Рукопись p.
- Яздовский В.И., Газенко О.Г., Серяпин А.Д. и др. Отчёт ГНИИИАиКМ по теме: Исследование возможности выживания и жизнедеятельности животного при длительном полёте на объекте «Д». Второй этап. — М.: АН СССР, 1959. — 263 с.
- Яковлев В.В. Результаты исследования некоторых показателей периферических сосудов у собак во время и после полёта в космическое пространство // Проблемы космической биологии. — М.: АН СССР, 1962. — Т. 1. — С. 166—170.
- Герд М. А. Реакции и поведение собак в экстремальных условиях. — М.: Наука, 1976. — 136 с.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Статья в журнале «Известия Науки»
- Научное обоснование возможности космических полётов человека и их медико-биологическая подготовка
- Собаки-космонавты
- Сериал «Настоящие приключения Белки и Стрелки»
- «Они проложили дорогу в космос» Телестудия Роскосмоса
Описание изменений (краткое описание вашей правки для других участников)