Белов Фёдор Антонович

Белов Антонович Фёдор (8 июнь (21 июнь) 1910 йыл29 август 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Дан орденының тулы кавалеры.

Биографияһы

Фёдор Антонович Белов 1910 йылдың 8 июнендә хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы Беловка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс мәктәпте тамамлай. Ҡарағанда өлкә нефть һатыу компанияһында ҡабул итеүсе- тапшырыусы булып эшләй[1].

1942 йылдың июнь айынан хәрәкәт итеүсе армияла. Төп ғәскәр төрҙәренең фронт эргәһендәге кесе командирҙар курсын тамамлағандан һуң Ленинград фронтының 382-се уҡсылар дивизияһына ебәрелә. Аҙағыраҡ 120-се Гатчина уҡсылар дивизияһында бронебойщик була. Нарва өсөн барған яуҙа ике дошман бронетранспортерын юҡ иткәне өсөн III дәрәжә Дан орденына тәҡдим ителә.

1945 йылдың ғинуары аҙағында Одер йүнәлешендәге плацдарм өсөн барған яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

Найссе ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа, дошман контратакаһын кире ҡағып, станковый пулеметтан ут яуҙырып, дошмандың үҙйөрөшлө ҡоролмаһын сафтан сығара. Ошо батырлығы өсөн наградаға тәҡдим ителә, ләкин I дәрәжә Дан ордены уға тик 1969 йылда ғына тапшырыла.

Еңеү Көнөн Ф. А. Белов Прага янында ҡаршы ала. 1945 йылдың ноябрь айында старшина[2] званиеһында демобилизациялана.

Тыуған ауылына ҡайта. «Ленин» колхозында эшләй.

Шулай уҡ I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар, шул иҫәптән «Батырлыҡ өсөн» һәм «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Белан П. С., Потапов А. В., Честнов С. И. Доблесть солдатская. — Алма-Ата, 1974. — С. 39—41.
  2. Кавалеры ордена Славы трех степеней, Краткий биографический словарь. — М., Военное изд-во, 2000.
  3. Белов Фёдор Антонович : Министерство обороны Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2013. Архивировано 7 апрель 2013 года.