Бензилпенициллин

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

‎‎

Бензилпенициллин
Международное непатентованное название ВОЗ benzylpenicillin[1]
Химик формула C₁₆H₁₈N₂O₄S[2]
Файл:Penicillin-G.svg
Каноническая формула SMILES CC1(C(N2C(S1)C(C2=O)NC(=O)CC3=CC=CC=C3)C(=O)O)C[2]
Применяется для лечения Гонорея[d][3], Дифтерия[4], актиномикоз[d][4], staphylococcal septicemia[d][4], anthrax septicemia[d][4] и Ботулизм[4]
Категория безопасности при беременности Australian pregnancy category A[d] и категория B по риску для плода, принятая в США[d]
Имеется у таксона Penicillium chrysogenum[d][5][6][…], C. acremonium[d][7], S. strictum[d][7], S. clavuligerus[d][8], H. grisea[d][9], Stereocaulon paschale[d][10] и C. lunata[d][11]
Изомерическая формула SMILES CC1([C@@H](N2[C@H](S1)[C@@H](C2=O)NC(=O)CC3=CC=CC=C3)C(=O)O)C[2]
Ауырлығы 5,5E−25 килограмм[2]
Является активным ингредиентом в Pfizerpen[d][12], Bicillin L-A[d][12] и Permapen[d][12]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Бензилпенициллин (G пеницилинды (PCN G) йәки ябайыраҡ әйткәндә, пеницилинды (PCN)) — 6-аминопенициллан кислотаһының N-фенилацетамиды. Үңәҙ бәшмәге пенициллдан (лат. Penicillium: лат. Penicillium chrysogenum, лат. Penicillium notatum һәм башҡа бәшмәктәр ырыуынан) алынған антибиотик. Йәшәү эшмәкәрлеге барышында бәшмәктәр пенициллиндың төрлө формаларын: фармакологик планда иң әүҙеме бензилпенициллин һәм, тәүгеһенән айырылмалы рәүештә, бензиль төркөмө урынына башҡа радикалдар туплаған пенициллиндың башҡа төрҙәрен синтезлай. Шулай итеп, молекуляр структураһы буйынса, пенициллин — уның үҙенән төрлө (натрий, калий, новокаин һәм башҡа) тоҙҙар[13] алынған кислота. Пенициллинлы антибиотиктар ғаиләһе үҙ эсенә бензилпенициллинды (пенициллин G), феноксиметилпенициллин (пенициллин V) һәм башҡаларҙы[14][15] ала.

Күп кенә ауыр сирҙәргә, мәҫәлән, сифилис, шулай уҡ инфекция тыуҙырыусы стафилококтар һәм стрептококктар килтереп сығарған инфекцияларға ҡаршы беренсе һөҙөмтәле дарыу булып торғаны өсөн пенициллинлы антибиотиктар мөһим тарихи әһәмиәткә эйә. Пенициллин һәйбәт өйрәнелгән, ләкин әлеге ваҡытта күпселек бактериялар β-лактамлы антибиотиктарға ҡарата тотороҡло. Хәйер, мәҫәлән, аҡһыл трепонема пенициллинға ҡаршы етерлек тотороҡлоҡҡа эйә түгел.

Башҡа β-лактамар кеүек, пенициллиндар бактерияларҙың, шул иҫәптән цианобактерияларҙың үрсеүенә ҡамасаулап ҡына ҡалмайҙар, шулай уҡ мүк хлоропластарыныңбүленеүенә ҡамасаулай. Әммә һуңғылары пенициллинға сәп — пептидогликанов күҙәнәк көбө булмағанлыҡтан, юғары көпшәле үҫемлектәре[16]пластидаларының бүленеүенә йоғонто яһамай.

Тарихи мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фарер утрауҙарының Александр Флемингҡа арналған почта маркаһы, 1983
Фролово ҡалаһындағы Ермольево урамындағы З. В. Ермольеваға арналған иҫтәлекле таҡтаташ

Күп кенә боронғо мәҙәниәттәр, шул иҫәптән, боронғо мысырҙар һәм гректар, антибиотик булғанлыҡтан, үңәҙҙе һәм ҡайһы бер үҫемлектәрҙе инфекцияларҙы дауалау өсөн ҡулланған. Мәҫәлән, Боронғо Мысырҙа, Ҡытайҙа һәм Һиндостанда күгәргән плесневелый икмәкте, яра һәм эренле шешкә ябып, дезинфекция өсөн ҡулланғандар. Боронғо фәйләсуф һәм ғалимар хеҙмәтендә үңәҙҙе дауалау маҡсатында файҙаланыу телгә алына. 1963 йылда этноботаника буйынса белгес Энрике Облитас Поблет XV—XVI быуаттарҙа үңәҙҙе индейҙар ҡулланғанын һүрәтләгән.

Пенициллин — беренсе антибиотик — микроорганизмдарҙың эшмәкәрлеге емеше нигеҙендә алынған.

1870-се йылдар башында бер үк ваҡытта үңәҙҙе тикшереү менән медиктар Алексей Герасимович Полотебнов һәм Вячеслав Авксентьевич Манассеин шөғөлләнә, Penicillium glaucum бәшмәген өйрәнеп, йәшел үңәҙҙең төп, атап әйткәндә, бактериостатик, үҙенсәлектәрен[17] ентекле һүрәтләй. Полотебнов, үңәҙҙең эренле яраны һәм сей яраны дауалау тәьҫирен аңлап,[18] тире ауырыуҙарын дауалау өсөн үңәҙҙе файҙаланыуҙы тәҡдим итә. Уның «Йәшел үңәҙҙең патологик әһәмиәте» хеҙмәте 1873 йылда баҫылып сыға. Әммә ул мәлдә уның идеяһы артабанғы ғәмәли ҡулланышҡа инә алмай.

1896 йылда итальян табибы һәм микробиолог һәм Гозио Бартомелео Рenicillium-дан түләмәгә ҡаршы әүҙем микофенол кислотаһын бүлеп сығара. 1897 йылда француз хәрби табибы Эрнест Дюшено пенициллинды таба. Ул ғәрәп ат ҡараусыларының, аттарының арҡаһындағы яраһын эшкәртеү маҡсатында, үңәҙ ҡулланғанын күргән Penicillium бәшмәктәре ырыуы менән эшләүсе Дюшен, үңәҙҙе морской свинкаларҙа һынағанда, уның ҡара һырҡау йәки ҡорһаҡ тифы таяҡсаларын емереүен билдәләгән. Әммә уның хеҙмәттәре ғилми берләшмәнең иғтибарын йәлеп итмәгән.

1904 йылда рус ғалимы М. Г. Тартаковский, йәшел үңәҙ бүлеп сығарған матдәләр тауыҡ холераһын ҡуҙғытыусы вибриондың үҫешен баҫа, тип хәбәр итә.

1913 йылда америка ғалимдары Карл Альсберг һәм Отис Фишер Блек Penicillium puberulum-тан микробтарға ҡаршы торорлоҡ үҙенсәлектәргә эйә булған (1936 йылдарҙа, химик структураһы асыҡланғас, уның пеницилл кислотаһы булғаны асыҡлана) ағыулы субстанция алыуға ирешкәндәр.

1928 йылда Александр Флеминг Penicillium notatum төрө бәшмәге штаммынан осраҡлы ғына тышҡы мөхиттән үңәҙ бәшмәге саң-һеркәләре йә споралар эләгеүе бактериаль культураһына бактерицидлы йоғонто яһаусы[19] пенициллин бүлеп сығарғанын асҡан.

Флеммингтың пенициллин тураһында мәҡәләһе 1929 йылда сығыуға ҡарамаҫтан, уны химик бүлеп сығарыу һәм етештереү ысулдары булмау сәбәпле, баштараҡ энтузиазм менән ҡабул итмәгәндәр. 1942 йылда, пенициллиндың бөтә америка запасының яртыһы тиерлек[20] — бер аш ҡалағы[21] — ни бары бер пациентты, Анна Миллеры, дауалау өсөн ҡулланыла. 1942 йылдың июненә АҠШ-та булған пенициллин запасы ун пациентты дауалау өсөн генә етерлек булған[22].

1940—1941 йылдарҙа австралия бактериологы Хоуард Флори һәм биохимиктар Эрнст Чей һәм Норман Хитли пенициллинды айырыу һәм башта уны Англияла һәм, һуңынан, АҠШта сәнәғәт етештереү технологияһын булдырыу өҫтөндә ентекле эшләй. Улар пенициллинды беренсе тапҡыр 1941 йылда бактериаль инфекцияларҙы дауалау өсөн ҡулланған. 1945 йылда Флеминг, Флори һәм Чейн, «пенициллинды һәм уның төрлө йоғошло ауырыуҙарға шифалы йоғонтоһон асҡан өсөн», Физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһына лайыҡ була.

СССР-ҙа 1942 йылда микробиологтар З. В. Ермольева һәм Т. И. Балезина пенициллиндың тәүге өлгөләрен алған. Зинаида Виссарионовна Ермольева пенициллинды сәнәғәт етештереүҙе ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Ул сығарған пеницилин-крустозин ВИЭМ препараты Penicillium crustosum төрө бәшмәге штаммынан алынған.

Пенициллин оҙаҡ ваҡыт бөтә технологик яҡтан алдынғы илдәрҙең клиник практикаһында киң ҡулланылған төп антибиотик булды.[23]. Һуңынан, фармакология үҫеше менән, башҡа антибиотик төркөмдәре (тетрациклин, аминогликозид, макролид, цефалоспорин, фторхинолон, грамицидин һәм башҡа) бүленгән һәм синтезланған. Әммә хәҙерге фармацевтика баҙарында антибиотиктар төркөмөнөң күп төрлө һәм күп патоген бактерияларҙың пенициллинға тотороҡло булыуына ҡарамаҫтан, пенициллиндар инфекция сирҙәре терапияһында элеккесә лайыҡлы урын биләй, сөнки хәҙерге ваҡытта теге йәки был антибиотикты тәғәйенләгәндә, патоген микрофлораның (лаборатор шарттарҙа билдәләнә) уның тәьҫиренә һиҙгерлеге, шулай уҡ антибиотикты ҡулланыуҙың минималь өҫтәмә эффекттары төп күрһәткес булып тора[13].

Фармакологик тәьҫире[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бензилпенициллин — биосинтетик пенициллиндар төркөмө антибиотигы. Микроорганизмдарҙың күҙәнәк көбөһө синтезының ферментлы тоҡарланыуы иҫәбенә бактерицидлы тәьҫир итә.

Түбәндәге бактерияларға әүҙем ҡаршы тора:

  • грамыңғай бактериялар: Staphylococcus spp., Streptococcus spp. (шул иҫәптән, Streptococcus pneumoniae), Сorynebacterium diphtheriae, Bacillus anthracis;
  • грамкире бактериялар:
  • Neisseria gonorrhoeae, Neisseria meningitidis;
  • анаэроб саң-һеркә таяҡсалары барлыҡҡа килтереүсе;
  • Actinomyces spp., Spirochaetaceae.

Пенициллиназ эшләп сығарыусы бензилпенициллин тәьҫиренә Staphylococcus spp. штаммдары тотороҡло. Әсе мөхиттә емерелә.

Бензилпенициллиндың новокаин тоҙо, калий һәм натрий тоҙҙары менән сағыштырғанда, түбән иреүе һәм инъекция урынында депо барлыҡҡа килеүе арҡаһында оҙағыраҡ тәьҫир итеүе менән характерлана.

Фармакокинетикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мускулдар эсенә инъекция индерелгән осраҡта, тиҙ арала ҡаҙалған урындан ҡан йөрөшөнә күсә һәм организмдың биологик шыйыҡлыҡтарында һәм туҡымаларында киң тарала, әммә арҡа мейеһендәге елек шыйыҡсаһына аҙ күләмдә үтеп инә. Бензилпенициллин плацентар кәртә аша яҡшы үтеп инә. Ғәҙәти шарттарҙа, ҡулланғандан һуң, бензилпенициллин арҡа мейеһе шыйыҡсаһында аҙ миҡдарҙа табылһа ла, гематоэнцефалик барьерҙың (ГЭБ) үткәреүсәнлеге көсәйеү фонында мейе тышлығы шешкәндә, ликворҙа антибиотик тупланыуы күтәрелә. T½ — 30 мин. Һейҙек менән сығарыла. Мускулдар эсенә ҡаҙағандан һуң, ҡанда максималь тупланыуы 30-60 минут үткәс күҙәтелә, ә антибиотиктың мускул эсенә йә тире аҫтына бер тапҡыр инъекцияһынан һуң 3-4 сәғәт үткәс, ҡанда антибиотиктың бары тик эҙҙәре генә табыла. Бензилпенициллиндың ҡанда тупланыуы һәм әйләнеше индерлгән дозаның дәүмәленә бәйле. Шуға ҡарамаҫтан, тейешле терапевтик тәьҫирен һәм ярайһы уҡ юғары концентрацияын тәьмин итеү өсөн, бензилпенициллин инъекцияһын һәр 3-4 сәғәт һайын ҡабатларға кәрәк. Эскә ҡабул иткәндә антибиотик насар һеңгәнен иҫәпкә алырға кәрәк, сөнки ашҡаҙан һуты һәм эсәктәрҙең микрофлораһы эшләп сығарған бета-лактамаза арҡаһында өлөшләтә емерелә, ә вена эсенә индергәндә, бензилпенициллин концентрацияһы тиҙ кәмей[13].

Күрһәткестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бензилпенициллинға һиҙгер микроорганизмдар тыуҙырған ауырыуҙарҙы: крупоз пневмония һәмсикле пневмония, плевраның эмпиемаһы, сепсис, септицемия, пиемия, киҫкен һәм ярым киҫкен септик эндокардит, менингит, киҫкен һәм хроник остеомиелит, үт юлдары һәм һейҙек юлдары инфекцияһы, ангина, тиренең, йомшаҡ туҡымаларҙың һәм яры көптәренең слизистых оболочек эренле инфекцияһын, рожа, дифтерия, скарлатина, түләмә сибирская язва, актиномикоз, акушер-гинекология практикаһында эрен-шеш, тамаҡ, танау, ауыҙ ҡыуышлығы, күҙ сирҙәрен, гонорея, бленнорея, сифилисты дауалағанда антибиотик ҡулланалар.

Көтөлмәгән тәьҫирҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҙыҡты эшкәртеү системаһы яғынан: эсе китеү, күңел болғаныу, ҡоҫоу.

Химиотерапевтик сәбәптәргә бәйле килеп сығыуы мөмкин эффекттар: еңсә кандидозы, ауыҙ ҡыуышлығы кандидозы.

Үҙәк нерв системаһы яғынан: бензилпенициллин ҙур дозаларҙа ҡулланғанда, айырыуса арҡа мейеһенә һәм һөйәк ярыһына индергәндә, нейротоксик реакциялар: күңел болғаныу, ҡоҫоу, рефлектор ярһыулыҡтың күтәрелеүе, менингизм, еңсә көҙән тартыу судорога, кома билдәләре күҙәтелеүе мөмкин.

Аллергия реакцияһы: тән температураһы күтәрелә, кесерткән биҙгәге, тире сабыртмаһы йә эҫмә, лайлалы яры эҫмәһе, быуындар һыҙлауы, эозинофилия, ангионевротик елһенеү. Анафилактик шок кеше ғүмерен ҡыйыуға алып килеүе мөмкин. Бындай осраҡта вена эсенә кисектермәйсә адреналин ҡаҙар кәрәк.

Дарыуҙың кәрәкмәгәнен күрһәтеүсе билдә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайһы бер кешеләрҙең бензилпенициллинға һәм башҡа пеницилин һәм цефалоспорин препараттарына һиҙгерлеге юғары булыуы мөмкин. Быума Эпилепсия менән ауырыусы пациенттарға пенициллинды эндолюмбаль индереү етди зыян килтереүе мөмкин, шуға уларға антибиотикты бөтөнләй ҡулланырға ярамай.

Йөклөлөк һәм имеҙеү осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йөклөлөк осоронда дарыуҙың кәрәкмәгәнен күрһәтеүсе билдә хәүефе менән сағыштырғанда фәҡәт көтөлгән файҙаһы мөмкинлеге булған осраҡта ҡулланырға мөмкин. Бала имеҙеү осоронда пенициллин менән дауалау кәрәк булғанда, был мәсьәлә балаға күкрәк һөтөн имеҙеүҙе ваҡытлыса туҡтатып торғандан һуң ғына ( Һөт йыйылыу туҡталмаһын өсөн пациент ҡатын имсәген һауып торорға тейеш) хәл ителә. Бының бөтә сәбәбе шунда, пенициллин һөт биҙҙәре аша әсә һөтөнә һәм балаятҡы аша яралғыға яҡшы үтеп инә, һәм кире эҙемтәләр тыуҙырыуға һәләтле — пенициллин тәүгә ҡулланғанда уҡ балаларҙа ауыр аллергия реакцияһы тыуҙырырға һәләтле[24].

Айырым күрһәтмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөр функцияһы боҙолған, йөрәк ҡыҫанҡалығы, аллергия реакцияһына (айырыуса дарыуҙарға аллергия), бирешеүсәнлеге, цефалоспоринға (бигерәк тә сатраш аллергия үҫеше мөмкин булғанда) һиҙгерлеге юғары булған пациенттарға һаҡлыҡ менән ҡулланалар. Ҡуллана башлағандан бирле 3-5 көн үтеүгә эффект билдәләнмәһә, башҡа антибиотиктар йәки ҡатнаш терапия ҡулланыуға күсергә кәрәк. Бәшмәк суперинфекцияһы үҫеше мөмкинлеге менән бәйле, бензилпенициллин менән дауалағанда бәшмәккә ҡаршы тора алырлыҡ препарат тәғәйенләү маҡсатҡа ярашлы. Бензилпенициллинды субтерапевтик доза ҡулланыу йәки алдан туҡтатыу йыш ҡына йоғошло сирҙәрҙең резистент штамдарын барлыҡҡа килтергәнен иҫәпкә алырға кәрәк. Инъекциялар өсөн тәғәйенләнгән порошок рәүешендәге бензилпенициллин Ифрат мөһим һәм әһәмиәтле дауа саралары исемлегенә индерелгән.

Бензилпенициллинға һиҙгер булмаған микроорганизмдар тыуҙырған (шул иҫәптән бактериаль инфекция менән ҡатмарланмаған киҙеү вирустары менән ауырығанда) йоғошло ауырыу осрағында бензилпенициллинды клиник ҡулланыу рациональ түгел, ә антибиотик менән дауалау үткәреүҙең өҫтәмә эффекты үҫеш мөмкинлеге менән бәйле — хәүефле[13].

Бензилпенициллиндың синонимдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Angicilline, Capicillin, Cilipen, Conspen, Cosmopen, Cracillin, Crystacillin, Crystapen, Deltapen, Dropcillin, Falapen, Lanacillin, Novopen, Panavlon, Pentallin, Pharmacillin, Pradupen, Rentopen, Rhinocillin, Solupen, Solvocillin, Supracillina, Veticillin һ. б.[13].

Дарыуҙарҙың үҙ-ара тәьҫире[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пробенецид бензилпенициллиндың канал секрецияһын кәметә, һөҙөмтәлә уның ҡан плазмаһында концентрацияһы, органик ярым сығарыу мөҙҙәте арта. Бактериостатик тәьҫир итеүсе (тетрациклин) антибиотик ҡулланғанда, бензилпенициллиндың бактерицид ғәмәле кәмей.

Дарыуҙы барлыҡҡа килтереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Биосинтезы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пеницилиндың биосинтезы. Беренсе стадияһында өс аминокислотаның конденсаты, икенсе стадияһында — трипептидтың окисланыуы һәм ике цикллы интермедиаттың — N пенициллинының барлыҡҡа килеүе, өсөнсө стадияһында — трансаминирланыу һәм G пенициллинының барлыҡҡа килеүе

Пенициллиндың биосинтезы өс стадияла башҡарыла:

  • Беренсе стадияһына аминокислоталарҙың өс конденсацияһы: L-α-аминоадипов кислотаһы, L-цистеин, трипептидтың L-валины.[25][26][27] башҡарыла. Трипептидҡа конденсацияланыу алдынан L-валин аминокислотаһы D-валинға әйләнә.[28][29] Δ Күрһәтелгән трипептид δ-(L-α-аминоадипил)-L-цистеин-D-валином -(L-α-аминоадипил)-L-цистеин-D-валин (ингл. ACV) тип атала. Конденсация һәм эпимеризация реакцияһы δ-(L-α-аминоадипил)-L-цистеин-L-валинсинтетаза (ингл. ACVS) һәм рибосомаһыҙ пептидтарҙың синтетазаһы менән (ингл. NRPS) ферменттары менән катализациялана.
  • Пенициллин биосинтезының икенсе стадияһы — ACV һыҙыҡлы молекулаһының булған был фермент ике цикллы изопеницииллиндың интермедиаты N ферменты изопенициллин N синтетазаһында (ингл. IPNS) окисланыу, pcbC гены емеше. Изопенициллин N — микробҡа ҡаршы әүҙемлеккә эйә булмағанлыҡтан, бик көсһөҙ интермедиат.
  • Һуңғы стадияһында изопенициллин N N-ферментының ацилтрансферазаға күсеүе трансаминирование, шул уҡ ваҡытта изопенициллин N α-аминоадипиллы эргә сылбыры алына һәм фенилуксус кислотаһы менән алмаштырыла. Был реакцияны катализациялаған фермент penDE ген продукты.

Тулы синтезы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Химик Джон Шиэн (ингл. Sheehan) Массачусетс технологик институтын (ингл. MIT) 1957 йылда пенициллиндың тулы химик синтезын яһаған.[30][31][32] Шиэн пенициллин синтезын өйрәнеүгә 1948 йылда тотонған һәм тикшеренеүҙәр барышында пептидтар синтезының яңы методтарына, шулай уҡ яңы һаҡлағыс төркөмдәренә тотонған.[32][33] Шиэн ентекләп эшләгән синтез методы пенициллинды күпләп сығарыуға ярамаһа ла, интермедиаттарҙың береһе (6-аминопенициллан кислотаһы, ингл. 6-APA) синтезы пенициллин молекулаһы ядроһы булып тора.[32][34] 6-APA ядроһына төрлө төркөмдәрҙе ҡушыу пенициллиндың яңы формаларын алыу мөмкинлеген биргән.

Унан алынған дарыуҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

6-APA пенициллины молекулаһы ядроһын бүлеү яңы ярым синтетик бензилпенициллиндан да яҡшыраҡ (биологик үҙләштереү мөмкинлеге, микробҡа ҡаршы тороу спектры, стабиллек) үҙенсәлектәргә эйә антибиотиктар алыу мөмкинлеген биргән.

Тәүге иң мөһим алынған дарыу ампициллин була, ул антибиотиктарҙың сығанаҡ препараттары менән сағыштырғанда, киңерәк бактериаль әүҙемлек спектрына эйә. Шул иҫәптән артабанғы тикшеренеүҙәр β-лактамазаға бирешмәүсән антибиотиктар, флуклоксациллин, диклоксациллин һәм метициллин, алыу мөмкинлеген биргән. Был антибиотиктар бета-лактамаза синтезлаған бактерияларға ҡаршы эффектлы, әммә, һуңыраҡ барлыҡҡа килгән метициллин-резистентлы алтын төҫлө золотистый стафилококка көсө етмәй (ингл. MRSA).

Пенициллин мәҙәниәттә һәм сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хиггинс Джек «Бөркөт ергә төштө» (инг.)баш. (см. тж. романды экранлаштырыу) романында ваҡиғалар 1943 йылдың көҙөндә бара һәм унда пеницилин телгә алына.
  • «Өсөнсө кеше» (1949, реж. Кэрол Рид) фильмында — картина персонажы Гарри Лайм (Орсон Уэллс) хәрби госпиталдән урлаған шыйыҡлатылған пенициллинды һата.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. benzylpenicillin (ингл.)EBI.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 penicillin g (ингл.)
  3. NDF-RT (ингл.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Inxight: Drugs Database
  5. Fierro F., Garcia-Estrada C., Castillo N. I., Rodríguez R., Velasco-Conde T., Martín J. Transcriptional and bioinformatic analysis of the 56.8 kb DNA region amplified in tandem repeats containing the penicillin gene cluster in Penicillium chrysogenum (ингл.) // Fungal Genetics and Biology / M. C. FisherAcademic Press, Elsevier BV, 2006. — Vol. 43, Iss. 9. — P. 618—629. — ISSN 1087-1845; 1096-0937doi:10.1016/J.FGB.2006.03.001PMID:16713314
  6. Lara F., Mateos R. d. C., Vázquez G., Sánchez S. Induction of penicillin biosynthesis by L-glutamate in penicillium chrysogenum (ингл.) // Biochemical and Biophysical Research CommunicationsAcademic Press, Elsevier BV, 1982. — Vol. 105, Iss. 1. — P. 172—178. — ISSN 0006-291X; 1090-2104doi:10.1016/S0006-291X(82)80027-2PMID:6124245
  7. 7,0 7,1 Baldwin J. E., Abraham E. P., Burge G. L., Ting H. Penicillin biosynthesis: direct biosynthetic formation of penicillin V and penicillin G (ингл.) // Journal of the Chemical Society. Chemical communicationsRSC, 2004. — Iss. 24. — P. 1808. — ISSN 0022-4936; 2050-5639doi:10.1039/C39850001808
  8. Y A., Y A., R S., G C. Characterization of a broad-range disulfide reductase from Streptomyces clavuligerus and its possible role in beta-lactam antibiotic biosynthesis (ингл.) // Journal of Bacteriology / T. J. Silhavy — Baltimore: ASM, 1993. — Vol. 175, Iss. 3. — P. 623—629. — ISSN 0021-9193; 1098-5530; 1067-8832doi:10.1128/JB.175.3.623-629.1993PMID:8423136
  9. Sandargo B., Thongbai B., Stadler M., Surup F. Cysteine-Derived Pleurotin Congeners from the Nematode-Trapping Basidiomycete Hohenbuehelia grisea. (ингл.) // Journal of Natural ProductsACS, 2018. — Vol. 81, Iss. 2. — P. 286—291. — ISSN 0163-3864; 1520-6025doi:10.1021/ACS.JNATPROD.7B00713PMID:29356520
  10. Carpentier C., Queiroz E. F., Marcourt L., Wolfender J., Azelmat J., Grenier D., Boudreau S., Voyer N. Dibenzofurans and Pseudodepsidones from the Lichen Stereocaulon paschale Collected in Northern Quebec (ингл.) // Journal of Natural ProductsACS, 2017. — Vol. 80, Iss. 1. — P. 210—214. — ISSN 0163-3864; 1520-6025doi:10.1021/ACS.JNATPROD.6B00831PMID:28079378
  11. Fang W., Wang J., Wang J., Shi L., Li K., Lin X., Min Y., Yang B., Tang L., Liu Y. et al. Cytotoxic and Antibacterial Eremophilane Sesquiterpenes from the Marine-Derived Fungus Cochliobolus lunatus SCSIO41401 (ингл.) // Journal of Natural ProductsACS, 2018. — Vol. 81, Iss. 6. — P. 1405—1410. — ISSN 0163-3864; 1520-6025doi:10.1021/ACS.JNATPROD.8B00015PMID:29786436
  12. 12,0 12,1 12,2 RxNorm (ингл.)
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 М. Д. Машковский. Лекарственные средства. В двух частях. — 12-е изд., перераб. и доп. — М.: Медицина, 1993. — Т. II. — С. 245—251. — 688 с ил. с. — (Пособие для врачей). — 75 000 экз. — ISBN 5-225-02735-0.
  14. Garrod, L. P. Relative Antibacterial Activity of Three Penicillins (инг.) // British Medical Journal : journal. — 1960. — Vol. 1, no. 5172. — P. 527—529. — DOI:10.1136/bmj.1.5172.527.
  15. Garrod, L. P. The Relative Antibacterial Activity of Four Penicillins (инг.) // British Medical Journal : journal. — 1960. — Vol. 2, no. 5214. — P. 1695—1696. — DOI:10.1136/bmj.2.5214.1695. — PMID 13703756.
  16. Kasten, Britta; Reski, Ralf. β-lactam antibiotics inhibit chloroplast division in a moss (Physcomitrella patens) but not in tomato (Lycopersicon esculentum) (инг.) // Plant Physiology : journal. — American Society of Plant Biologists, 1997. — Vol. 150, no. 1—2. — P. 137—140. — DOI:10.1016/S0176-1617(97)80193-9.
  17. МАНАССЕИН Вячеслав Авксентьевич.
  18. ПОЛОТЕБНОВ Алексей Герасимович.
  19. Haven, Kendall F. Marvels of Science : 50 Fascinating 5-Minute Reads. — Littleton, CO: Libraries Unlimited, 1994. — С. 182. — ISBN 1-56308-159-8.
  20. Мадхаван Г. Думай как инженер. — М.: Манн, Иванов и Фербер, 2016. См. главу 4.
  21. https://time.com/4250235/penicillin-1942-history/
  22. https://www.lib.niu.edu/2001/iht810139.html
  23. James, PharmD, Christopher W.; Cheryle Gurk-Turner, RPh. Cross-reactivity of beta-lactam antibiotics (инг.) // Baylor University Medical Center Proceedings. — Dallas, Texas: Baylor University Medical Center, 2001. — Vol. 14, no. 1. — P. 106—107. — PMID 16369597.
  24. Описание пенициллина и его воздействия на человека
  25. Al-Abdallah, Q., Brakhage, A. A., Gehrke, A., Plattner, H., Sprote, P., Tuncher, A. Regulation of Penicillin Biosynthesis in Filamentous Fungi // Molecular Biotechnolgy of Fungal beta-Lactam Antibiotics and Related Peptide Synthetases / Brakhage A. A.. — 2004. — С. 45—90. — ISBN 3-540-22032-1.
  26. Brakhage, A. A. Molecular Regulation of β-Lactam Biosynthesis in Filamentous Fungi (инг.) // Microbiology and Molecular Biology Reviews (инг.)баш. : journal. — American Society for Microbiology (инг.)баш., 1998. — Vol. 62, no. 3. — P. 547—585. — PMID 9729600.
  27. Baldwin, J. E., Byford, M. F., Clifton, I., Hajdu, J., Hensgens, C., Roach, P., Schofield, C. J. Proteins of the Penicillin Biosynthesis Pathway (билдәһеҙ) // Curr Opin Struct Biol.. — 1997. — № 7. — С. 857—864.
  28. Fernandez, F. J., Fierro, F., Gutierrez, S., Kosalkova, K . Marcos, A. T., Martin, J. F., Velasco, J. Expression of Genes and Processing of Enzymes for the Biosynthesis of Penicillins and Cephalosporms (инг.) // Anton Van Lee : journal. — 1994. — Vol. 65, no. 3. — P. 227—243. — DOI:10.1007/BF00871951. — PMID 7847890.
  29. Baker, W. L., Lonergan, G. T. «Chemistry of Some Fluorescamine-Amine Derivatives with Relevance to the Biosynthesis of Benzylpenicillin by Fermentation». J Chem Technol Biot. 2002, 77, pp1283-1288.
  30. Sheehan, John C.; Henery-Logan, Kenneth R. The Total Synthesis of Penicillin V (инг.) // Journal of the American Chemical Society (инг.)баш. : journal. — 1957. — 5 March (vol. 79, no. 5). — P. 1262—1263. — DOI:10.1021/ja01562a063.
  31. Sheehan, John C.; Henery-Logan, Kenneth R. The Total Synthesis of Penicillin V (инг.) // Journal of the American Chemical Society (инг.)баш. : journal. — 1959. — 20 June (vol. 81, no. 12). — P. 3089—3094. — DOI:10.1021/ja01521a044.
  32. 32,0 32,1 32,2 E. J. Corey; John D. Roberts.: Biographical Memoirs: John Clark Sheehan. The National Academy Press. Дата обращения: 28 ғинуар 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  33. Nicolaou, K.C.; Vourloumis, Dionisios; Winssinger, Nicolas; Baran, Phil S. The Art and Science of Total Synthesis at the Dawn of the Twenty-First Century** (инг.) // Angewandte Chemie International Edition : journal. — 2000. — Vol. 39, no. 1. — P. 44—122. — DOI:[[DOI:10.1002/(SICI)1521-3773(20000103)39:1<44::AID-ANIE44>3.0.CO;2-L|10.1002/(SICI)1521-3773(20000103)39:1<44::AID-ANIE44>3.0.CO;2-L]]. — PMID 10649349.
  34. Professor John C. Sheehan Dies at 76 (1 апрель 1992). 28 ғинуар 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Пенициллины