Биксурин Азат Нуриман улы
Азат Нуриман улы Биксурин (рус. Азат Нуриманович Бикчурин; 1975 йылдың 4 майы, Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы) — ҡурайсы. «Сураман» этно-төркөмөн ойоштороусы һәм уның етәксеһе[1]. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022).
Биографияһы
1975 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.
Ижад юлын 2000 йылда Республика халыҡ ижады үҙәгендә әйҙәүсе методист булып башлай.
2002 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырыла.
2009 йылдың декабренән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эстрада артисы-ҡурайсыһы булып эшләй.
2011 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелә.
2013 йылда Красноярск крайының Шушенское ҡасабаһында үткән «Мир Сибири» халыҡ-ара этник музыка һәм кәсепселек фестивалендә Азат Биксурин һәм «Сураман» этно-төркөмө беренсе урынға һәм лауреат исеменә лайыҡ була. Ҡурайсы үҙе «инструменталь башҡарыу» номинацияһында еңеү яулай[2].
Музыкант сит илдәрҙә лә башҡорт музыка мәҙәниәтен таныта, сит ил ижадсылары менән хеҙмәттәшлек итә. 2016 йылда, дирижёр Гжех Пиотровский саҡырыуы буйынса барып, Польшала концерттар ҡуя. 2017 йылдың 22 мартында Өфөлә Гжех Пиотровский етәкселегендә Милли симфоник оркестрға ҡушылып тәүге тапҡыр ҡурайҙа соло-концерт бирә[3].
2018 йылдың 22 мартында Гжех Пиотровский етәкселегендә тағы ла Милли симфоник оркестрға ҡушылып ҡурайҙа соло-концерт ҡуя. Икенсе көнөнә Норвегия (Рут Вильхельмин Мейер) һәм Польша музыканттары менән берлектә «Бер алманы бишкә бүләйек» башҡорт халыҡ йырына композиция яҙҙыра[4].
2018 йылда Мәскәү өлкәһендә үткән «Солнечный павлин» II халыҡ-ара классик һәм халыҡ сәнғәте конкурсында профессиональ башҡарыусылар араһында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була[5].
2020 йылда «Евровидение»-ла сығыш яһаған Little Big төркөмө өсөн Uno кавер-версияһын (рус.)баш. яҙҙырыуҙа ҡатнаша[6].
2022 йылдың 30 декабрендә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем бирелә[7].
2026 йылға ҡарата Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.
Ғаиләһе
- Өйләнгән. Ҡыҙҙары — Ҡәҙриә, Шәүрә[8].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башҡорт ҡурайы Польшала (башҡ.). gtrkrb.ru (17 июль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2026.
- ↑ Башкирский музыкант Азат Бикчурин признан лучшим на фестивале «Мир Сибири» (рус.) (17 июль 2013).
- ↑ Башкирский курай услышали в Польше. rb7.ru (23 март 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2026.
- ↑ Башкирскую народную песню записали музыканты Норвегии и Польши. Башинформ (26 март 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2026.
- ↑ Заслуженный артист РБ Азат Бикчурин победил на международном конкурсе «Солнечный павлин». kulturarb.ru (25 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2026.
- ↑ Башкирский кураист Азат Бикчурин создал кавер на песню группы Little big Uno (рус.) (26 март 2020).
- ↑ Работников культуры Башкортостана перед Новым годом наградили почетными званиями (рус.) (30 декабрь 2022).
- ↑ Им музыка не по барабану. vechufa.ru (15 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.