Бикҡолова Нурия Нәғимйән ҡыҙы

Бикҡолова Нурия Нәғимйән ҡыҙы (рус. Биккулова Нурия Нагимьяновна; 1956 йылдың 12 ғинуары, Дәүләкән, Башҡорт АССР-ы) — физик-ғалим. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2006), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000).

Биографияһы

Нурия Нәғимйән ҡыҙы Бикҡолова 1956 йылдың 12 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән ҡалаһында тыуған[1].

1973 йылда Дәүләкән ҡалаһының 3-сө урта мәктәбен тамамлағандан һуң уҡыуын Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында дауам итә. 1978 йылда университетты тамамлай һәм, тыуған ҡалаһына ҡайтып, 6-сы урта мәктәптә физика һәм математика фәндәренән уҡыта башлай[1]. Һөнәре буйынса дөйөм эш стажы — 40 йыл.

  • 1988 йыл — Екатеринбургта Урал дәүләт университеты аспирантураһын тамамлай.
  • 1989 йыл — «физика-математика фәндәре кандидаты» дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
  • 2006 йыл — Башҡорт дәүләт университеты эргәһендәге докторантураны тамамлай һәм докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[1];
  • 2008 йыл — профессор исеменә лайыҡ була[1];
  • 1993 йылдан Башҡорт дәүләт университетының дөйөм һәм теоретик физика кафедраһында эшләй[1], 2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы[2].

Студенттарға түбәндәге темалар буйынса белем бирә:

  • Мәғарифта инновацион процестар;
  • Фән һәм мәғарифтың хәҙерге заман проблемалары;
  • Юғары ҡатмарлылыҡтағы мәсьәләләрҙе сисеү буйынса практикум;
  • Механика;
  • Физика фәнен уҡытҡанда фәндәр араһындағы бәйләнеште ғәмәлгә ашырыуҙың ғилми нигеҙҙәре һәм методикаһы;
  • Махсус физика практикумы;
  • Физика тарихы һәм методологияһы;
  • Электр тогы һәм магнетизм;
  • Дөйөм физика.

Фәнни эшмәкәрлеге конденсатланған хәл физикаһына арналған. Бикҡолова Н. Н. стехиометрик булмаған составлы баҡыр селенидтары рәшәткәһенең структур үҙенсәлектәрен һәм динамикаһын, баҡыр селениды нигеҙендә ҡаты эретмәләрҙең юғары температуралы фазаларын, күсереү күренештәрен һ.б. тикшерә. Ул — 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Ғилми йәһәттән түбәндәге темалар менән ҡыҙыҡһына:

  • суперион үткәргестәр физикаһы;
  • рәшәткә динамикаһы;
  • зоналар структураһын хисаплау;
  • яңы инновацион материалдар синтезы;
  • квалификация күтәреү курстары;
  • БДИ-ға әҙерлек;
  • олимпиада мәсьәләләрен сисеү һәм башҡалар.

Ғилми хеҙмәттәре

  • Фазовые превращения монокристалла Cu1.8Se //Известия Российской Академии наук. Серия физическая. 2004. Т.68. № 10 (авторҙаш)[1];
  • Структура интеркалатного соединения Ag0.25ZrSe2 //Там же. 2009. Т.73. № 3 (авторҙаш)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • 2000 йыл — Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 М. Б. Сәғҙәткирәева. Бикҡолова Нурия Нәғимйән ҡыҙы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025.
  2. Биккулова Нурия Нагимьяновна. Стерлитамакский филиал Уфимского университета науки и технологий. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025.