Билалов Муса Ғайса улы
Муса Ғайса улы Билалов | |
---|---|
Тыуған көнө | 1923 |
Тыуған урыны | Башҡортостан АССР-ы, Тамъян-Ҡатай кантоны, Яңы Байрамғол ауылы |
Вафат булған көнө | 2008 |
Вафат булған урыны | Башҡортостан, Өфө |
Наградалары һәм премиялары |
Билалов Муса Ғайса улы (18 ноябрь 1923 йыл — 2008 йыл) — педагог, урындағы башҡарма, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, иҡтисадсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, осоусы, старшина. 1962 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, Башҡорт АССР-ы Халыҡ контроле комитеты рәйесе урынбаҫары; 1970—1986 йылдарҙа Ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү һәм уның сифатын контролләү буйынса инспекция начальнигы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1962). Ике I дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Биографияһы
Билалов Муса Ғайса улы 1923 йылда Башҡортостан АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) Яңы Байрамғол ауылында тыуған.
1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, лётчик булып хеҙмәт итә. Алыштарҙың береһендә яралана.
1945 йылдың ноябренән Учалы районында уҡытыусы булып эшләй, КПСС-тың Учалы район комитетында инструктор була. 1947—1949 йылдарҙа өлкә партия мәктәбендә белем ала.
1949—1955 йылдарҙа Әбйәлил районы Советы рәйесе урынбаҫары, Абҙан районы Советы рәйесе вазифаларын үтәй. 1953 йылда ситтән тороп Магнитогорск педагогия институтын тамамлай.
1955 йылдың ноябрендә КПСС-тың Бөрйән район комитетының 1-се секретары итеп һайлана.
1959—1962 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академяһында уҡый.
1962 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында бүлек мөдире урынбаҫары, артабан Башҡортостан Халыҡ контроле комитеты рәйесе урынбаҫары була.
1970—1986 йылдарҙа Ауыл хужалығы аҙыҡ-түлек әҙерләү буйынса Башҡортостандың Баш дәүләт инспекторы вазтфаһын башҡара. 1986 йылда хаҡлы ялға сыға.
Биш тапҡыр Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Биш орден, миҙалдар менән бүләкләнгән. Сәйәси һәм милли мәсьәләләр буйынса матбуғатта мәҡәләләр баҫтыра.
Әҙәбиәт
- Билалов М. Киләсәгебеҙ үҙебеҙҙән тора // Ватандаш : журнал. — 1997. — № 5. — С. 43. — ISSN 1683-3554.
Һылтанмалар
- Белалов Мансур. Жил ради людей // Республика Башкортостан, 15 ноября 2008, № 222.