Бирҙеғолов Миңнеғол Ишемғол улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ир-ат
Хәрби звание кесе лейтенант[d]
Тыуған көнө 10 ғинуар 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (103 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Тыуған урыны
Һуғыш/алыш
Ғәскәр төрө кавалерия

Бирҙеғолов Миңнеғол Ишемғол улы (рус. Бирдегулов Миннигул Ишемгулович; 10 ғинуар 1922 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия кесе лейтенанты. 112 -се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының ҡылыссылар взводы командиры[1]. «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1945) кавалеры[2].

Миңнеғол Ишемғол улы Бирҙеғолов 1922 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Маҡар (хәҙер Ишембай) районы Әхмәр ауылында[1] тыуған.

1941 йылдың 7 июлендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында (1943 йылдың февраленән алып 16-сы гвардия Чернигов) хеҙмәт итә, 60-сы гвардия кавалерия полкының ҡылыссылар взводы командиры була[1] тыуған. Һуғыш яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби наградаларға лайыҡ була.

Демобилизацияланған, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ, Ишембай районының «Улар Еңеү менән ҡайттылар» һәм «Хәтер китабы» проекттарында уның исеме күрһәтелмәгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (4 май 1945)[3]
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (18 октябрь 1943)