Бобровый Гай

Бобровый Гай (Бәгәнәш, Ҡондоҙло; рус. Бобровый Гай) — Һарытау өлкәһенең Пугачёв районындағы башҡорт ауылы, Клинцовка ауыл биләмәһенә керә.

Почта индексы — 413713.

Халыҡ һаны

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 146 кеше теркәлгән.

Тарихы

Тарихи сығанаҡтарҙа ауыл Бәгәнәш, Ҡондоҙло исеме аҫтында билдәле[3]. Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров фекеренсә ауылды Стәрлетамаҡ өйәҙенең 7-се башҡорт кантонына ҡараған Бәгәнәш-Абукан ауылының мең ырыуы башҡорттары нигеҙләгән[3]. Тәүге тапҡыр 1797 йылда телгә алына[4].

Рәсәй империяһында үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1816 йылда ауылда 72 кеше, 1834 йылда — 60, 1850 йылда — 204 кеше йәшәгән[3].

Ауылдың билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Федеральный закон от 22.11.2016 № 395-ФЗ (урыҫ) — 2016.
  2. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  3. 1 2 3 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
  4. Ырғыҙ-кәмәлек башҡорттарының торама пункттары.

Һылтанмалар