Боланды (тау)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Боланды
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе и Һатҡы районы
Дәүләт

Боланды (рус. Буландиха) — Рәсәй, Силәбе өлкәһендәге тау[1].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боланды тауы Силәбе өлкәһендә Ҡытаутамаҡ ҡала округы составындағы Һатҡы районында, Баҡал ҡалаһы тирәләй урынлашҡан. Рудничный, Еркүскән һәм Ельничный ҡасабалары араһынан һуҙылған.

Силәбегә тиклем араһы — 226 км, Екатеринбургҡа — 338 км, Өфөгә — 205 км.

Координаттары: 54°55’50"N 58°49’45"E[2]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боландының оҙонлоғо биш километр самаһы, әммә шул уҡ ваҡытта бейек — 903 метрға тиклем етә. Уның битләүҙәре шыршылыҡтар менән ҡапланған, ә түбәһендә, башлыса, көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, кварцитлы ҡаялар, таш йылғалар. Айырыуса һырттың төньяҡ-көнбайышындағы осло шихан иғтибарға лайыҡ, сөнки тигеҙ генә ҡырлы булыуы арҡаһында уны Айыу теше тип атайҙар. Һыртта һыу йыйылған карьер ҙа бар.

Тау тоҡомдары файҙалы ҡаҙылдыҡтарға бик бай. Беренсе һәм ҙур ятҡылыҡ бында 1817 йылда уҡ асылған. Шул ваҡыттан алып һырттың көнсығыш, көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш битләүҙәрендә бишләгән рудник эшләп килә. 1957 йылда Яңы Бакал тип аталған һуңғы һәм беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған берҙән-бер рудник асылған. Ҡаҙыныу эштәре барған урындарҙа төрлө төҫтәге минералдар менән күренеп торған гигант кратерҙар барлыҡҡа килгән[3].

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт халҡының фольклорын, атамаларын оҙаҡ йылдар дауамында өйрәнгән Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Н. И. Шувалов тауҙың атамаһын башҡорт телендәге болан йәки мышы тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан тип һанай, сөнки улар был урындарҙа тереклек иткән[4][5][6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Хребет (гора) Буландиха в Челябинской области
  2. Хребет Буландиха 2021 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. Хребет Буландиха 2021 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  4. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  6. Буландиха (Боландиха), гора Саткинский район. От башкирского слова болан — «олень, лось». Названия связаны с местами обитания в прошлом этих животных - Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7, От Парижа до Берлина по карте Челябинской области

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7