Большеченко Алексей Гаврилович
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 18 ғинуар 1929 |
Вафат булған көнө | 20 октябрь 2002 (73 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | промышленник |
Тыуған урыны | |
Сәйәси фирҡә ағзаһы |
Алексей Гаврилович Большеченко (укр. Олексій Гаврилович Большеченко; 1929 —2002) — украин совет сәнәғәт эшмәкәре, 1969-1993 йылдарҙа. Бровары порошок металлургияһы заводы директоры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1929 йылдың 18 ғинуарында Курск өлкәһенең Отрадно-Малиновский ауылында тыуған.
1961 йылда Мәскәү политехник институтын тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Салауат машиналар эшләү заводының (хәҙерге Салауатнефтемаш, Башҡортостан Республикаһы) мастеры, цех начальнигы һәм баш технологы булып эшләй.1964 йылдан алып «Бровары порошок металлургия заводында эшләй, унда цех начальнигы, техник бүлек начальнигы, заводтың баш инженеры һәм директоры булып эшләй. А. Г. Большеченко производстволарҙы һәм эшселәрҙең социаль өлкәһен үҫтереүгә, технологик процестарҙы камиллаштырыуға һәм етештереүҙе арттырыуға ҙур иғтибар бүлә. Уның етәкселегендә яңы производство биналары, шифахана-профилакторий, «Металлург» спорт комплексы, поликлиника, торлаҡ йорттар һәм ятаҡтар төҙөлә. 1981-1985 йылдарға «Металдың сифатын күтәреү» мөһим республика маҡсатлы фәнни-техник программаһы буйынса советтың координация советы ағзаһы була.[1] КПСС ағзаһы булараҡ КПСС-тың XIX Бөтә Союз конференцияһы делегаты буып ҡатнаша.[2]
Алексей Гаврилович Большеченко шулай уҡ порошок металлургияһы техникаһы һәм ҡорамалдары өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. «Порошкова металлургия» журналында мәҡәләләр, шулай уҡ бик күп уйлап табыуҙар һәм патенттар авторы.[3]
Ҡайһы бер хеҙмәттәре:
- Изучение некоторых процессов изготовления металлокерамических фрикционных дисков. // Журн. «Порошковая Металлургия». 1972. № 12.
- Сравнительная оценка себестоимости железных порошков, полученных методом распыления расплава и комбинированным восстановлением прокатной окалины. // Журн. «Порошковая Металлургия». 1978. № 2
2002 йылдың 20 октябрендә Киев өлкәһенең Бровары ҡалаһында вафат була..
Большеченко Алексей Гаврилович — Бровары ҡалаһының почетлы гражданы (1993). УССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1969), шулай уҡ СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977). Миҙалдар менән бүләкләнгән.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тышҡы медиафайлдар |
---|
- Броварҙа А. Г. Большеченко йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған: «Был йортта Бровары почетлы гражданы Бровары порошок металлургия заводы директоры Большеченко Алексей Гавриловичтың (1929—2002) йәшәгән»..[4]
- Бровары урамдарының береһе уның исемен йөрөтә.[5]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ СОВЕТ МИНИСТРОВ УКРАИНСКОЙ ССР. О мерах по обеспечению выполнения важнейших республиканских целевых комплексных научно-технических программ на 1981—1985 годы 2018 йылдың 30 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ XIX ВСЕСОЮЗНАЯ КОНФЕРЕНЦИЯ КПСС — Список делегатов
- ↑ Изобретатель БОЛЬШЕЧЕНКО АЛЕКСЕЙ ГАВРИЛОВИЧ
- ↑ Мемориальная доска А. Г. Большеченко
- ↑ Алексея Большеченко улица, Бровары