Борзик Вера Михайловна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Вафат булған көнө 7 февраль 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған көнө 30 сентябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Вафат булған урыны
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
ВДНХ-ның алтын миҙалы ВДНХ-ның көмөш миҙалы ВДНХ-ның бронза миҙалы
Һөнәр төрө һауынсы
Тыуған урыны

Борзик Вера Михайловна (30 сентябрь 1920 йыл — 7 февраль 1990 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы хеҙмәткәре, һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Вера Михайловна Борзик (Самойлова) 1920 йылдың 30 сентябрендә Николаевская станицаһында (хәҙер — Ростов өлкәһе, Константиновский районы) тыуған.

Шахты районында йәшелсәселек тресында эшләй. Немец оккупацияһын кисерә. 1943 йылдан «Горняк»[1] тоҡомсолоҡ һөт-тауар фермаһында һауынсы булып эшләй.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Борзик юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Бер нисә тапҡыр СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) ҡатнаша. 1960-сы йылдарҙа үҙенә беркетелгән һәр һыйырҙан һауымды 500 килограммға арттырған, ә 1970 йылда 1 һыйырҙан йыллыҡ һауым 4700 кг тәшкил итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрель Указы менән, «ауыл хужалығы призводствоһы үҫешендә һәм дәүләткә игенселек һәм малсылыҡ продукттарын һатыу буйынса биш йыллыҡ планын үтәүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән өсөн», Вера Борзик Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы[1] тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән юғары исемгә лайыҡ була.

Октябрь районы Красногорняцкий ҡасабаһында йәшәй.

1990 йылдың 7 февралендә[1] вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Красногорняцкий ҡасабаһының бер урамы[1] Борзик исемен йөрөтә.

  • Список Героев Социалистического Труда Ростовской области
  1. 1 2 3 4 Борзик Вера Михайловна. «Герои страны» сайты.
  • Борзик Вера Михайловна // Герои труда Дона: биобиблиографический справочник / Донская гос. публичная библиотека. — Ростов-н/Д, 2008.