Борханкүл (ауыл)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Борханкүл (ауыл)
Административ-территориаль берәмек Белозерское сельское поселение[d][1]
Уникальный номер ГАР c286d5fe-8e5d-44ea-a747-e3bc9a0786b8
Дәүләт
Нигеҙләү датаһы 1898
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00
Почта индексы 457118
Халыҡ һаны

Борханкүл (рус. Бурханкуль) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Троицк районындағы ауыл. Белозерский ауыл биләмәһенә ҡарай.

Ауыл райондың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Борханкүл буйында урынлашҡан. Рельефы — ярым уйһыулыҡ (Урал аръяғы пенеплены); янындағы ҡалҡыулыҡтар — 200 һәм 202 метр. Ландшафы — урман-дала. Эргә-тирәһендә күлдәр күп.

Ауылға 1898 йылда Долгодеревенск станицаһынан күсенгән кешеләр тарафынан Ключевский станицаһының өҫтәмә биләмәһе сиктәрендә нигеҙ һалына. 1930 йылдан алып уның биләмәһендә «Совместный труд» колхозының үҙәк усадьбаһы, 1947 — «Победа» колхозы, 1951 йылдан — «Песчаный» совхозының бүлексәһе, 1969 йылдан — «Белозерский» совхозы (хәҙер — «Борханкүл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) урынлашҡан.

Халыҡ һаны
2002[3]2010[4]
308214

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылдағы халыҡ һаны 214 кеше тәшкил иткән.

  • Торналар урамы
  • Йәшел урам
  • Йәштәр урамы
  • Яр буйы урамы
  • Үҙәк урам
  • И. П. Матюхин исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбе эшләп килгән булған, мәгәр хәҙер ябылған[5]

Башҡорт халҡының фольклорын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, бигерәк тә топонимдарын күп йылдар дауамында өйрәнгән һәм улар буйынса китап сығарған Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Н. И. Шувалов ойконимдың килеп сығышын антропонимдан - Борхан тигән башҡорт йәки татар исеменән килеп сыҡҡан тип аңлата[6].[7][7][8].

Ауыл атамаһын үҙе урынлашҡан Борханкүл атамаһынан алған, ә күлгә, үҙ сиратында, Борхан антропонимынан исем бирелгән. Т. Кусимова, С. Бикҡолова төҙөгән «Башҡорт исемдәре» һүҙлегендә Борхан исеменең ике төрлө аңлатмаһы бар: монгол теленән ингән вариант бот, тораташ, илаһ тигәнде аңлатһа, ғәрәп теленән ингәне дәлил, хәҡиҡәт, дөрөҫлөктө иҫбатлаусы[9]

  • Челябинская область: энциклопедия / гл. ред. К. Н. Бочкарёв. — Челябинск: Каменный пояс, 2008.
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 39-сы бит
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  3. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  4. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  5. В Троицке умер последний в Челябинской области полный кавалер ордена Славы. Агентство новостей «Доступ». Дата обращения: 21 ғинуар 2019.
  6. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  7. 1 2 От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  8. Бурханкуль, озеро, деревня, Троицкий район. От распространенного у башкир и татар арабского мужского имени Бурхан, в значении «истинный выразитель веры» - Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  9. Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 39-сы бит