Борханова Флүрә Булат ҡыҙы
Биографияһы
Флүрә Булат ҡыҙы Борханова (Латипова) 1956 йылдың 10 ғинуарында Әзербайжан ССР-ы Нахичевань АССР-ы Нахичевань ҡалаһында тыуған[1].
1978 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
1978—1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районының Асҡар урта мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы булып эшләй.
1980—1983 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән лаборант булып эшләй[2].
1984 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында башта кесе ғилми хеҙмәткәр, 1986 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр.
1988 йылдан Башҡорт дәүләт университетенда эшләй:
- 1988—1990 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр;
- 1990—2000 йылдарҙа — иҡтисад һәм социология кафедраһы ассистенты; социология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, доценты; ғәмәли социология кафедраһы доценты;
- 2000—2003 йылдарҙа — БДУ докторанты;
- 2003—2006 йылдарҙа — ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы доценты;
- 2006—2015 йылдарҙа — ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы мөдире;
- 2015 йылдан — социология һәм йәштәр менән эшләү кафедраһы профессоры[2].
2006 йылда «Современный брак в Башкортостане: гендерные аспекты» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм «социология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһен ала.
Бер үк ваҡытта 2007—2012 йылдарҙа — Башҡортостан Фәндәр академияһы Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре, 2012 йылдан — Рәсәй фәндәр академияһы Социология институтының Башҡортостан филиалы баш ғилми хеҙмәткәре[2].
2006 йылдан Рәсәй социологтар ассоциацияһының Республика бүлексәһе рәйесе вазифаһын башҡара[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни тикшеренеүҙәре ғаилә һәм никахты анализлауға, был институттарҙың Башҡортостанда торошоноң һәм үҫешенең айырмалыҡтарына, Рәсәй йәмғиәтенең гендер социологияһы проблемаларына һәм уларҙың республикала сағылышына арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Фән өлкәһендә Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1986, коллектив составында)
- Рәсәй социология ассоциацияһының Почет билдәһе Рәсәйҙә социологик белем биреүҙе үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн (2008).
- РФ мәғариф һәм фән Министрлығының почет грамотаһы (2013).
- Күп йыллыҡ уңышлы эшмәкәрлеге өсөн «рәсәй социологтар йәмғиәтенең» көмөш миҙалы (2015).
- Фәнгә индергән өлөшө өсөн П. Сорокин көмөш миҙалы (2018)[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Борханова Флүрә Булат ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 Бурханова Флюра Булатовна. Институт социологии РАН (29 октябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2018.
- ↑ [Бурханова Флюра Булатовна Flura B. Burkhanova Бурханова Флюра Булатовна]. ФНИСЦ РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2026.
Һылтанмалар
- Борханова Флүрә Булат ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Бурханова Флюра Булатовна // Академия наук Республики Башкортостан