Бредихина Антонина Романовна
Антонина Романовна Бредихина | |
---|---|
Файл:Бредихина Антонина Романовна.jpg | |
Тыуған көнө | 23 февраль 1947 |
Тыуған урыны | Белгород |
Вафат булған көнө | 31 октябрь 2017 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Белгород |
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Эшмәкәрлеге | аппаратсы |
Наградалары һәм премиялары |
Бредихина Антонина Романовна (23 февраль 1947 йыл — 31 октябрь 2017 йыл) — фармацевтика сәнәғәте алдынғыһы, СССР Медицина һәм микробиология сәнәғәте министрлығының Белгород өлкәһендә урынлашҡан СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге Белгород витаминдар комбинаты аппаратсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986).
Биографияһы
Антонина Романовна Бредихина 1947 йылдың 23 февралендә Белгород ҡалаһында тыуған. Мәктәп тамамлағас, Белгород витаминдар комбинатына эшкә урынлаша. Аппаратсы ярҙамсыһы булып эшләй башлай, аҙаҡ оператор була. Туғыҙынсы һәм унынсы биш йыллыҡтарҙа етештереүҙә юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Ленин ордены һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләүгә тәҡдим ителә.
СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1986 йылдың 3 июнендә Бредихина Антонина Романовнаға фармацевтика сәнәғәтендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн, Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Комбинатта эшләүен артабан дауам итә. Дөйөм хеҙмәт стажы 35 йыл тәшкил итә.
Белгород ҡалаһында йәшәй. Бредихина Антонина Романовна 2017 йылдың 31 октябрендә вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (03.06.1986)
- Ленин ордены (31.03.1981, 03.06.1986)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (11.03.1976)
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Антонина Романовна БРЕДИХИНА - (билдәһеҙ). Наш Белгород (2 ноябрь 2017). Дата обращения: 20 март 2020. 2020 йылдың 20 март көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Бредихина Антонина Романовна . «Герои страны» сайты.