Брянск дәүләт университеты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Брянск дәүләт университеты
Административ-территориаль берәмек Брянск и Новозыбков[d]
Дәүләт
Нигеҙләү датаһы 1930
Рәсми сайт brgu.ru
Хөрмәтенә аталған Петровский Иван Георгиевич
Рәсми атамаһы бел. Бранскі дзяржаўны педагагічны інстытут імя акадэміка І. Г. Пятроўскага
бел. Навазыбкаўскі дзяржаўны педагагічны інстытут
Рәсем
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Академик Иван Георгиевич Петровский исемендәге Брянск дәүләт университеты (БДУ)Брянскиҙең юғары уҡыу йорто. Тулы рәсми атамаһы: юғары профессиональ белем биреү дәүләт белем биреү учреждениеһы «Академик И. Г. Петровский исемендәге Брянск дәүләт университеты»; ҡыҫҡартылған атамаһы: БДУ.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1930 йылда Новозыбков дәүләт педагогия институтына нигеҙ һалына. 1976 йылда ул Брянск ҡалаһына күсерелә һәм Брянск дәүләт педагогия институты тип үҙгәртелә (РСФСР Министрҙар Советының 1976 йылдың 12 февралендәге 102-се һанлы ҡарары).

РСФСР Министрҙар Советының 1976 йылдың 18 авгусындағы 460-сы ҡарары менән Брянск дәүләт педагогия институтына академик И. Г. Петровский исеме бирелә.

Рәсәй Федерацияһының юғары белем биреү буйынса Дәүләт комитетының 1995 йылдың 13 апрелендәге 545-се приказы менән академик И. Г. Петровский исемендәге Брянск дәүләт педагогия институты академик И. Г. Петровский исемендәге Брянск педагогия университеты тип үҙгәртелә.

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының 2001 йылдың 6 июнендәге 2292-се номерлы бойороғона ярашлы, академик И. Г. Петровский исемендәге Брянск педагогия университеты академик И. Г. Петровский исемендәге Брянск дәүләт университеты тип үҙгәртелә.

Ойоштороусы — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте. Ойоштороусы вәкәләттәрен Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тормошҡа ашыра. Рәсәй Федерацияһының дөйөм һәм профессиональ Мәғариф министрлығының 1998 йылдың 13 мартындағы 692-се бойороғона ярашлы рәүештә, университеттың Новозыбков ҡалаһында филиалы бар.

Филиалдың исеме: академик И. Г. Петровский исемендәге Брянск дәүләт университетының Новозыбков ҡалаһындағы филиалы.

Университет белем биреү эшмәкәрлеге алып барыу хоҡуғына эйә.

Лицензияланған:

— юғары һөнәри белем биреүҙең 52 һөнәре,

— урта профессиональ белем биреүҙең 1 һөнәре,

— бакалавр әҙерлегенең 8 һөнәре,

— магистр әҙерллегенең 4 һөнәре,

— аспирантураның 26 һөнәре,

— 5 өҫтәмә квалификация.

Факультеттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Технология һәм дизайн
  • Юридик
  • Сит телдәр
  • Физик культура
  • Тарих һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр (элекке Тарихи)
  • Педагогика һәм психология
  • Физика-математика
  • Филология
  • Тәбиғи-география
  • Финанс-иҡтисад факультеты
  • БДУ-ның Новозыбков ҡалаһындағы филиалы

Кафедралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сит телдәр
  • Журналистика
  • Философия, политология һәм тарих
  • Педагогика
  • Социология һәм социаль хеҙмәттәр
  • Медицина белеменең нигеҙҙәре һәм физик тәрбиә
  • Дөйөм тарих, халыҡ-ара хоҡуҡ һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
  • Ватан тарихы
  • Теоретик физика
  • Математикаға һәм мәғлүмәт технологияларына өйрәтеү методикаһы
  • Алгебра
  • Ғәмәли математика һәм информатика
  • Дөйөм физика
  • Математик анализ
  • Йәшәйеш хәүефһеҙлеге
  • Иҫәпләү техникаһы һәм мәғлүмәт технологиялары
  • Дизайн һәм сәнғәт белеме
  • Профессиональ-технологик белем биреү уҡытыу теорияһы һәм методикаһы
  • Йәшәйеш хәүефһеҙлеге
  • Дөйөм һәм профессиональ педагогика
  • Юридик колледжы
  • Химия

Кадрҙар составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

БДУ-ла барлығы профессор-уҡытыусылар составының 570 хеҙмәткәре эшләй. БДУ-ла белем биреү процесын юғары квалификациялы белгестәр тормошҡа ашыра. Университетта 52 фән докторы, 291 фән кандидаты, 43 профессор, 188 доцент уҡыта.

БДУ етәкселеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антюхов Андрей Викторович

БДУ ректоры. Филология фәндәре докторы, рус һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһы профессоры. Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Петр (Санкт-Петербург) фәндәр академияһы ағзаһы.

Мельников Сергей Леонидович

Беренсе проректор. Педагогия фәндәре кандидаты, профессор.

Лупоядова Лариса Юрьевна

Уҡыу эштәре буйынса беренсе проректор. Тарих фәндәре кандидаты, профессор.

Степченко Татьяна Александровна

Фәнни эштәр һәм халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса проректор. Педагогия фәндәре докторы, профессор.

Лагерев Игорь Александрович

Инновацион эштәр буйынса проректор. Техник фәндәр докторы.

Зятева Людмила Анатольевна

Социаль һорауҙар, уҡыуҙан тыш һәм тәрбиә эше буйынса проректор. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент.

Фотоһүрәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ