Буркацкая Галина Евгеньевна

Буркацкая Галина Евгеньевна (укр. Галина Євгеніївна Буркацька; 19162006) — колхоз хәрәкәте эшмәкәре, УССР-ҙың Черкассы өлкәһе Черкассы районының «Украина Радянська» колхозы рәйесе. Ике Тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951, 1958).КПСС Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы (1961—1966).

Биографияһы

Галина Евгеньевна Буркацкая 1916 йылдың 4 (17) февралендә Геронимовка ауылында, хәҙер УССР-ҙың Черкассы өлкәһенең Черкасся районында тыуған

Артём исемендәге Харьков коммунистик университетын (1938), Украин ауыл хужалығы академияһын тамамлай (1956).

1941—1944 йылдарҙа — Һарытау өлкәһенең Первомайский районы «Ураҡ һәм сүкеш» колхозы колхозсыһы. 1944 йылда — «Украина Радянська» колхозы колхозсы.

Г.Е. Буркацкая — иҡтисад фәндәре кандидаты (1967), ә 1968 йылдан — ауыл хужалығы академияһының хеҙмәт ойоштороу кафедраһында өлкән уҡытыусы (Киев).

1946 йылдан КПСС ағзаһы. КПСС-тың XIX—XXII съездары делегаты.[1] КПСС-тың XXII съезында үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы булып һайлана. 3-6 саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты.

«Крестьянка» журналының редколлегия ағзаһы була.

2006 йылдың 13 мартында вафат була [2]

Наградалары

Хәтер

  • Г.Е. Буркацкаяның тыуған илендә бронза бюсы ҡуйылған[5]
  • Галиня Евгеньевна тураһында йырҙар ижад ителгән.[2]
  • Буркацкая тураһында китаптар яҙылған:
    • «Як ми виконуємо головне завдання в сільському господарстві». К., 1953;
    • «По пути крутого подъёма хозяйства». М., 1964;
    • «Совершенствование системы ведения хозяйства». К., 1967
  • 2008 йылдың 10 сентябрендә Геронимовка ауылындағы Г.Е. Буркацкая йәшәгән йортта мемориаль таҡта асыла[6]

Һылтанмалар

Галина Евгеньевна Буркацкая. «Герои страны» сайты.