Бүжәлек (йылға)
Бүжәлек — рус. Бижеля́к — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге йылға.
Тасуирламаһы
Ҡыштым, Озёрск ҡалалары һәм Арғаяш районы сиктәре аралығында урынлашҡан Аҡакүл янындағы Оло Аҡакүл һаҙлығының һыуҙары ҡаҙылған каналдар аша Аҡакүлгә һәм Олағас күленә ағыҙыла. Аҡакүлдән артыҡ һыу Аҡкүлгә китә, унда элек ҡылымыҡ булғандыр. Олағас күле яғына ҡаҙылған канал Бүжәлек ҡасабаһы янындағы тимер юл күпере алдында тамамлана. Артабан һыу күпер һәм Бүжәләк-Һеләүһен юлы аҫтынан ағып барып Олағасҡа ҡоя. Башлыса яҙғы ташҡындарҙа көсәйә[1].
Йылға үҙәне һаҙмырт[2].
Этимологияһы
Бүжәлек йылғаһы менән Бүжәлек ҡасабаһы бер үк исем йөрөтә. Башҡорт топонимдары араһында Бүжәтау тигән тау ҙа, Бүжән тигән ауыл да бар. Бүжәк (бүжә) — сусаҡлы тау, уба тигәнде аңлатҡан һүҙ. Билдәле булыуынса, ҡасаба янында сусаҡтар бар Иң яҡын бүжәктәр (сусаҡтар) бейеклеге — 305 м һәм 286 м. Бүжәкле был төбәк шундай атама алған[3]
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 181-се бит.
Һылтанмалар
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
- В. В. Устюжанин. Протоки, ручьи, речки нашего округа [1]