Бүре (ырыу)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бүре

Бүре (ҡорт, ҡашҡар) — ҡайһы бер башҡорт ырыуҙарының исеме, мәҫәлән, Үҫәргән, Йәлдәк ҡәбиләләренең атамалары бүре тотемына барып тоташа[1]. Шулай уҡ антропоним булып та тора, мәҫәлән: Бүребай, Бүресе (бүрегә һунарсы) һ. б.

Ырыу составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бүре-Үҫәргән[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

(Ырыу аралары: арғын, буребай, ибәнәй, ҡаҙаҡ, майруҡ).

Y-DNA анализы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бүре - Телеү ырыуы вәкилдәренең Y- DNA анализы уларҙа  R1a, snp= L342.2+, Z2123+  галлогруппаһын асыҡлай[2].

Башҡорттарҙың бүрегә табыныуҙары хаҡында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорттарҙа бүрегә яугир символы итеп табыныу киң таралған[3], хатта башҡорттарҙың халыҡ атамалары этимологияһы бүре менән бәйле[4][5][6][7].Бүре культы, кеше менән бүре араһында билдәле бер туғанлыҡ бар тип иҫәпләүгә, уның ҡөҙрәтле көсөнә инаныуға нигеҙләнгән дини табыныу. Бүре башҡорттарҙа айырыуса хөрмәт ителгән хайуандарҙың береһе һанала; был халыҡтың ауыҙ-тел ижадында, хөрәфәттәре һәм йолаларында сағылыш тапҡан. Легендаларҙа һәм риүәйәттәрҙә бүре — башҡорттарҙың ата-бабаһына күп бәлә-ҡазанан ҡотолорға һәм яңы тыуған ер табырға ярҙам иткән изге ҡурсалаусы һәм юл күрһәтеүсе.

«Башҡорттарҙың килеп сығышы» риүәйәтендә (варианттары Күгәрсен районы Ишбирҙе ауылында һәм Һарытау өлкәһе Ишембай ауылында яҙып алынған) башҡорттарҙың ата-бабаһының, бүрегә эйәреп, Көньяҡ Уралға килеүе тасуирлана. «Бүреле йылға» легендаһында (Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында яҙып алынған) бүре ырыу башлығының ҡәберенән килеп сыға, башҡорттарҙы исемһеҙ йылға буйына алып килә һәм юҡ була. Башҡорт риүәйәттәрендә, боронғо төрки этногенеалогик легендаларҙағы кеүек үк, бүренән тыуыу мотивы күҙәтелә. «Бүреләр тоҡомо» легендаһына (Ырымбур өлкәһе Башбүре ауылында яҙып алынған) ярашлы, үҫәргән ырыуының бер өлөшө инә бүрегә өйләнгән һунарсы нәҫеленән таралған. Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Наҙарғол (боронғо исеме — Баш бүре) һәм Һаҡмар-Наҙарғол (Һаҡмар бүре) ауылдары халҡы үҙен ошо ырыу тоҡомо тип иҫәпләй. Ырыу башлығы — инә бүре образы шулай уҡ башҡорттарҙың әкиәт фольклорында осрай (мәҫәлән, «Бүре улы Сынтимер бәһлеүән»). Бүрегә табыныу уның кәүҙә өлөштәре тылсымлы көскә эйә тип ышаныуға бәйле. Хужаларҙы нахаҡ ғәйептән, күҙ тейеүҙән һәм бәхетһеҙлектән һаҡлау өсөн, бүре башын өй нигеҙенә күмгәндәр. Аҙау теше, тырнағы һәм йөнө ауырлы ҡатындарҙы һәм балаларҙы һаҡлаусы тылсым булараҡ файҙаланылған. Ҡатын-ҡыҙҙы киреп киптерелгән бүре ирене аша үткәреп, түлһеҙлектән дауалағандар йәки бала табыуҙы еңеләйткәндәр һ.б. Бүре үтен тын юлдары ауырыуҙарынан, ҡотороуҙан дауалау өсөн ҡулланғандар. Әйбер йәки мал юғалһа, бүренең тарамышын яндырғандар: был бурҙың аяҡ-ҡулын тартыштыра, тип иҫәпләнгән. Башҡорт патриархаль ғаиләһендә килен ҡайныһына «Бүре» тип өндәшкән, был бүрегә айырым мөнәсәбәт булғанлығын дәлилләй. Көньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда улус старшиналары 18—19 быуаттарға тиклем түшенә, административ власть билдәһе итеп, бүре башы төшөрөлгән билдә тағып йөрөгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М., Наука, 1974.
  2. National clans project of FTDNA
  3. Илимбетова А. Культ волка у башкир. 2011 йылдың 26 октябрь көнөндә архивланған.
  4. «История Российская». Т. 1. М.-Л., 1962. С. 252
  5. «История Оренбургская». СПб., 1759. С. 10
  6. «Описание всех обитающих в Российском государстве народов и их житейских обрядов, обыкновений, одежд, жилищ, вероисповеданий и прочих достопамятностей». СПб., 1799. С.85
  7. Юсупов Р. М. Башкиры на рубеже тысячелетий//Проблемы этногенеза и этнической истории башкирского народа. Уфа, 2006, С.95-101

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Нәҙершина Ф. А. Халыҡ хәтере. Өфө, 1986;
  • Сулейманова М. Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005;
  • Илимбетова А. Ф., Илимбетов Ф. Ф. Культ животных у башкир: история и современность. Уфа, 2009.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Боз Гурд — образ волка у тюркских народов