Бәхтиева Зилиә Рәшит ҡыҙы
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 18 февраль 1991 (34 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | певица, музыкант |
Тыуған урыны | |
![]() Радий Хәбиров Зилиә Бәхтиеваға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исемен тапшырғанда |
Бәхтиева Зилиә Рәшит ҡыҙы (18 февраль 1991 йыл) — йырсы, башҡорт халыҡ оҙон көйҙәрен башҡарыусы. Шулай уҡ Этно World music, etno-pop, эстрада һәм башҡа жанрҙарҙы һәм стилдәрҙе үҙ итә. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2023).
Биографияһы
Зилиә Рәшит ҡыҙы Бәхтиева 1991 йылдың 18 февралендә Башҡортостандың Салауат ҡалаһында тыуа. Ҡыҙға 8 йәш булғанда ғаилә Баймаҡ ҡалаһына күсенә (1999).
Зилиәҡаланың 3-сө урта мәктәбен, шулай уҡ Ғ. Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбенең фортепиано класын тамамлай.
Бала саҡтан ижади мөхиттә үҫкән ҡыҙ белем алыуын Сибай сәнғәт колледжында дауам итә — фортепиано класында белемен арттыра. Һуңынан Өфө сәнғәт училищеһының «музыка теорияһы» класын отличие менән тамамлай (2011).
Хеҙмәт юлын Роберт Юлдашевтың «Ҡурайсы» ансамблендә башлай (2010—2013). 2015—2016 йылдарҙа — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисткаһы. Zainetdin менән бергә сығыш яһай, Дмитрий Дибровтың «Антропология. За что мы любим восток: загадочная музыка, красавицы и танцы» тапшырыуында ҡатнашалар[1].
2015 йылдан Айҙар Ғәлимовтың театр-студияһы солисткаһы[2]. Башҡортостандың Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Атайсал» мәҙәни үҙәге артисы.
Уның репертуарында башҡорт, татар, рус, инглиз, әзербайжан, итальян, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәрҙә йырҙар бар.
Хеҙмәттәшлеге
Зилиә Бахтиева бик күп этник лейблдар, Лондон, Истанбул, Израиль музыканттары менән хеҙмәттәшлек итә. «Ziliya& Taturas» этно хаус, «Haua», «Handuhas» электрон проекттары солисткаһы. Уның башҡарыуындағы «Болон» йыры Deep Forest төркөмө Британия диджейы Даниэль Гауди менән берлектә сығарған Epic Circuits альбомына ингән[3].
Мауығыуҙары
Зилиә Рәшит ҡыҙы әүҙем ижад менән бер рәттән яңы этник проект, «HayaL» альбомы һәм үҙенең кейем линияһын булдырыу өҫтөндә эшләй[2].
Ҡаҙаныштары
Зилиә Бәхтиева төрдө конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулай.
• Ирәндек моңдары (1999, 2014)
• Башҡортостан йондоҙсоҡтары (2002)
• Йәш таланттар (2010)
• Гәлсәр һандуғас (2010)
• «Алтын майҙан-Эльбрус» халыҡ-ара конкурсында 1-се урын һәм Болгарияның Изге Ихтыяр Илсеһе Бисер Кировтан Древней Плиски көмөш миҙалы (2012, Ҡабарҙы-Балҡария, «Иң яҡшы этник вокал»)[4]
• Башҡорт йыры (2013)
• Урал моңо (2014)
• От-Ыры (2015, 2-се урын)[5] һәм башҡалар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2023)[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гости: музыкант Загир Зайнетдинов (Zainetdin) и певица Зилия Бахтиева.
- ↑ 1 2 Бахтиева Зилия
- ↑ В новом альбоме Deep Forest звучит голос башкирской певицы
- ↑ Талант молодой певицы из Башкортостана оценил Бисер Киров
- ↑ Башкирская певица завоевала второе место на Международном фестивале-конкурсе «От ыры» в Хакасии
- ↑ На АРТ-Курултае работников культуры наградили почетными званиями и наградами