Бәшәров Райнат Әхкәметдин улы

Ринат (Райнат) Әхкәметдин улы Бәшәров (рус. Ринат (Райнат) Ахкаметдинович Башаров1942 йылдың 29 июне, Молотов2007 йылдың 19 сентябре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы) — совет һәм Рәсәй опера йырсыһы, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), Ф. И. Шаляпин исемендәге премия лауреаты (1993).

Биографияһы

1942 йылдың 26 июнендә Молотов ҡалаһында тыуған. 1973 йылда Нәжип Йыһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһын (педагогы В. А. Лазько) тамамлай[1] һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй башлай. Бер үк ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта (1974—1994). Гастролдәр менән Германияла, Египетта, Монголияла, Төркиәлә була.

2007 йылдың 19 сентябрендә Өфөлә вафат була[1].

Вокаль партиялары

  • Кончак («Кенәз Игорь», А. П. Бородин; дебют, 1973);
  • Борис Годунов (М. П. Мусоргскийҙың шул уҡ исемдәге операһы;
  • Тирмәнсе («Һыу инәһе», А. С. Даргомыжский);
  • Мефистофель («Фауст», Ш. Гуно);
  • Арғынбай, Ҡарабаш («Шәүрә»);
  • Юлай («Салауат Юлаев»);
  • Байымбәт («Нәркәс» — «Нэркэс», Х. Ф. Әхмәтов, 1995);
  • Дәрүиш («Ай тотолған төндә», 1996)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997);
  • Ф. И. Шаляпин исемендәге премия лауреаты (1993);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1985)[1]

Иҫкәрмәләр