Бәҙер (Сәғүд Ғәрәбстаны)
Бәҙер (ғәр. بدر), тулы атамаһы: Бәҙер Хүнәйн (ғәр. بدر حنین) — Мәҙинә административ округындағы ҙур балмаған ҡала,Сәғүд Ғәрәбстанынының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан.
Тарихы
Ҡала Мәҙинәнән көньяҡ-көнбайыштараҡ яҡынса 130 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Текә убалар һәм ҡом тауҙары менән уратып алынған[2].
Борон ҡала Ҡыҙыл диңгеҙ ярында Мәккә менән Мәҙинә араһындағы Сүриәгә каруан менән барған юл сатында урынлашҡан булған. Киңлеге 4 км һәм оҙонлоғо 8 км тигеҙлектә урынлашҡан[2]
Миләди 624 йылдың 15 мартындамы, 17-һендәме Мөхәммәт Пәйғәмбәр етәкселегендә мосолмандар һәм Мәккә мөшриктәре араһында киң билдәле ҙур һуғыш була [2].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Badr / Watt, W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1986. — Т. 1. — P. 867-868. (түләүле)