Бәҙретдинов Тимур Таһир улы

Тимур Таһир улы Бәҙретдинов (рус. Тиму́р Тахи́рович Батрутди́нов; 11 февраль 1978 йыл, Вороново[d], Мәскәү өлкәһе) — Рәсәйҙең кино актёры, телетапшырыуҙар алып барыусы.

Биографияһы

Тимур Таһир улы Бәҙретдинов 1978 йылдың 11 февралендә Мәскәү өлкәһенең Подольск районы Воронов ауылында тыуған. Бала сағы Калининград өлкәһенең Балтийск ҡалаһында үтә. Атаһы — Таһир Хөсәйен улы, инженер; әсәһе — Наталья Евгеньевна, иҡтисадсы; апаһы — Татьяна Славнова (Бәҙретдинова)[1].

Алты йәшендә Воронов дөйөм белем биреү мәктәбенә бара. Урта белем алғас, Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университетының хеҙмәт һәм персонал менән идара итеү факультетына уҡырға инә һәм уны 2000 йылда тамамлай[2]. Уҡыуын тамамлағандан һуң, бер йылға элемтә ғәскәрҙәренә хәрби хеҙмәткә саҡырыла.

2025 йылдың 26 ноябрендә Мәскәүҙең ҡала мөлкәте идаралығы Тимур Батрутдиновтың һәм тағы ла 30 кешенең мөлкәтен тартып алыу тураһында судҡа дәғүә белдергәне тураһында хәбәр ителә. Комплекслы үҫеш өсөн тәғәйенләнгән биләмә сиктәрендә урынлашҡан мөлкәт дәүләт ихтыяждары өсөн тартып алынырға тейеш була. Батрутдинов быға тиклем Мәскәүҙәге фатиры өсөн түләнмәгән коммуналь хеҙмәттәр өсөн ғәйепләнгән[3].


КВН

Университеттың студенттар клубында күп һанлы күңел асыу сараларында ҡатнаша, ФинЭка КВН командаһы өсөн уйнай, Санкт-Петербург КВН йыйылмаһы өсөн сценарийҙар яҙған.

Хәрби хеҙмәттән һуң Мәскәүҙә PSA Peugeot Citron компанияһында һөнәре буйынса эшләй. «Незолотая молодёжь» КВН командаһында ҡатнашырға тәҡдим иткәс, эшенән китә.

2023 йылда КВН 2023 ҙур лигаһының 1/8 финалында алып барыусы булып ҡатнаша.

Телевидение

2005 йылдан «ТНТ» телеканалында Comedy Club телепроектында ҡатнаша. Унда Харламов Гарик менән дуэтта сығыш яһай, ул да «Незолотая молодёжь» командаһында була.

Comedy Club 2009 йылда People Choice сайты версияһы буйынса иң популяр резидент: бөтә резиденттар араһында тамашасылар һөйөүен яулай (53 % тауыш йыя), ҡалғандар: Харламов Гарик 14 %, Воль Павел- 11 %, Мартиросян Гарик — 9 %, Ревв Александр — 5 % тауыш.

  • 2004 йыл — Муз-ТВ каналының «Привет, Кукуево!» һәм башҡа тапшырыуҙарҙы алып барыусы.
  • 2008 йыл — Беренсе каналдың «Йондоҙҙар менән Цирк» проектында ҡатнашыусы. Проект йомғаҡтары буйынса тамашасылар һөйөүе призын алды.
  • 2009 йыл — Беренсе каналдың «Южное Бутово» проектында ҡатнашыусы.
  • 2010 йыл — Харламов Гарик менән берлектә Discovery Russia каналында «Бергәләп йәшәргә» программаһын иғлан итә[4].
  • 2013 йыл — Харламов Гарик менән бергә төшөрөлгән «ХБ» шоуында ҡатнашыусы.
  • 2014 йыл — Беренсе каналдың «Ледниковый период» проектында Денкова Албене менән ҡатнаша.
  • 2015 йыл — ТНТ телеканалында «Холостяк» шоуының төп геройы.
  • 2016 йыл — Пожиленкова Ксения менән Рәсәй каналында «Йондоҙҙар менән бейеү» шоуында ҡатнаша.
  • 2022 — «Битлек» шоуының өсөнсө миҙгелендә жюри ағзаһы.
  • 2022 — «Аватар шоуы»нда жюри ағзаһы[5].
  • 2023 — 2023 йылғы КВН ҙур лигаһын үткәреү.

Фильмографияһы

Кинолағы роле

  • 2002 — Нож в облаках — охранник подземного паркинга
  • 2005—2007 — Клуб (телесериал, 2006)|Клуб — Гриша Лузер
  • 2005 — Саша+Маша — эпизодическая роль
  • 2006 — Счастливы вместе (телесериал) — приятель Светы Букиной
  • 2009 — Галыгин.ру — Тимур
  • 2009 — Два Антона (телесериал) — Антон Крутов
  • 2009 — Самый лучший фильм 2 — «Актёр»
  • 2012 — Зайцев+1 — камео
  • 2013 — Друзья друзей — Денис
  • 2014 — Сашатаня|СашаТаня
  • 2015 — Гороскоп на удачу — Лёха
  • 2015 — Озабоченные, или Любовь зла — Филипп, походник, друг Славы
  • 2015 — Бармен (фильм, 2015)|Бармен — клубный тусовщик
  • 2018 — Zомбоящик — разоблачённый агент под прикрытием / исполнитель главной роли в сериале «Усы любви» / детектив
  • 2020 — Идеальная семья (телесериал) — Илья Близкий, актёр популярного сериала про баскетболистов
  • 2021 — Love (фильм, 2021)|Love — Юрий

Тауыш ҡуйыу, дубляж

  • 2008 — Хортон (йәнһүрәт) — слон Хортон[6]
  • 2010 — Я люблю тебя, Филлип Моррис — Стив (Джим Керри)[6]
  • 2014 — Медведи-соседи|Медведи-соседи 3D — медведи Брайар и Брамбл[7]
  • 2017 — Энджи Трайбека — Джей Гайлз (Хэйз МакАртур) (1 сезон, закадровый перевод ТНТ4)[8]

Йәнһүрәттәргә тауыш ҡуйыу

  • 2015 — Богатырша — левая голова Змея Горыныча

Шәхси тормошо

Батрутдинов Тимур бер ҡасан да өйләнгән[9].

2015 йылда ТНТ телеканалында «Холостяк» шоуында ҡатнаша, финалында кәләш итеп Канануху Дарьяны һайлай. Проект тамамланғандан һуң, пар тарҡала[10][11][12][13][14][15].

Иҫкәрмәләр

  1. Славнова Татьяна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 сентябрь 2019. Архивировано из оригинала 27 сентябрь 2019 года. 2019 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.
  2. Тимур Батрутдинов: Биография 2009 йылдың 16 декабрь көнөндә архивланған.
  3. Власти Москвы потребовали изъять имущество Тимура Батрутдинова. 26 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  4. Гарик Харламов и Тимур Батрутдинов выживают вместе 2013 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған.
  5. Шоу Аватар. НТВ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2022. Архивировано 5 сентябрь 2022 года.
  6. 1 2 Тимур Батрутдинов: «Побыть Джимом Кэрри — счастье для меня». Труд (16 февраль 2010).
  7. Рецензия на мультфильм «Медведи-соседи». Film.ru (7 октябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2021. Архивировано 12 ноябрь 2014 года.
  8. Как Тимур Батрутдинов и Марина Кравец озвучивали сериал «Энджи Трайбека». The Hollywood Reporter Russia (27 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2021. Архивировано 27 ғинуар 2020 года.
  9. Тимур Батрутдинов | Журнал Cosmopolitan. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2015. Архивировано 20 ғинуар 2021 года.
  10. Дарья Канануха — избранница Тимура. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2015. Архивировано 2 август 2019 года.
  11. Главный холостяк России больше не холостяк. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2015. Архивировано 29 август 2018 года.
  12. Тимур Батрутдинов выбрал себе невесту. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2015. Архивировано 26 август 2018 года.
  13. Новости сегодня: Избранница Батрутдинова Дарья Канануха. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2015. Архивировано 26 август 2018 года.
  14. Тимур Батрутдинов - Холостяк 3 сезон на ТНТ (фото, инстаграм, биография). uchastniki.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июнь 2016. Архивировано 19 сентябрь 2020 года.
  15. Тимур Батрутдинов и Даша Канануха после проекта «Холостяк» расстались. uchastniki.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2016. Архивировано 22 октябрь 2020 года.

Һылтанмалар