Тарихы
1921 йылдың 19 февраленән Мәскәүҙә нәшер ителә[4]. Гәзиттә билдәле яҙыусылар һәм шағирҙар — Владимир Маяковский һәм Николай Рубцов, Юрий Нагибин, Евгений Евтушенко баҫыла[5].
1988 йылдың ғинуарында гәзиттең ҡушымтаһы — «Ветеран» гәзите сыға башлай. Ул — һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының Бөтә Союз ойошмаһы баҫмаһы була.
1990 йылдар башына тиклем ВЦСПС органы. Гәзиттең төп уҡыусылары — 30 йәштән 45 йәшкә тиклемге кешеләр[6].
2007 йылға гәзит ағалы-ҡустылы Ананьевтарҙың Медиа3 холдингы составына инә[7].
2011 йылдың 1 майынан редакциялағы үҙгәрештәрҙән һуң [8] гәзитте ойоштороусы, үҙенең ҡарарын сығымдарҙы оптималләштереү менән нигеҙләп һәм «Медиа3» холдингының бөтә предприятиеларының табышлылығын арттырыу буйынса программаға таянып, «Труд», «Труд7» гәзиттәре һәм «Труд» гәзитенең электрон версияһы өсөн материалдар әҙерләү буйынса «Издательский дом Труд» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте менән редакция килешеүен өҙә.
«Труд» гәзите өсөн материалдарҙы артабан холдингтың бөтә редакция бүлексәләренән, атап әйткәндә, «Аргументы и факты» гәзитенән һатып алыу планлаштырыла. Холдинг шулай уҡ «Труд» бренды аҫтында эшләгән нәшриәт проекттарын һатыу мөмкинлеген ҡарай[9].
2011 йылдың көҙөндә «Труд» гәзите алдағы хужаһы — «Media3» холдингынан һатып алына һәм Оло Дмитровка, 9-сы йорт адресы буйынса үҙенең тарихи бинаһына ҡайта[10]. 2012 йылдың февралендә ойоштороусылары Юрий Лужковтың элекке матбуғат секретары Сергей Цой, журналистар Валерий Симонов[11] һәм Юрий Ряжский[12] булған йәмәғәт «Ирекле журналистика институты»[13] гәзиттең яңы хужаһы тип иғлан ителә.
2015 йылдан гәзит аҙнаһына бер тапҡыр йома көндәрендә сыға.
Баш мөхәррирҙәр
- Александр Потапов (1985 — 2006[14]) (КПСС Үҙәк Комитеты ҡарары менән тәғәйенләнгән һуңғы баш мөхәррир [15]);
- Валерий Симонов (2006[14] — 2007);
- Владимир Бородин (сентябрь[7] 2007 — апрель 2010) [8]);
- Владислав Вдовин (апрель 2010 — декабрь 2010[8]);
- Валерий Симонов (2012 — хәҙерге ваҡытҡаса[16][17].
Спорт
Гәзит призына йүгереү буйынса ярыш
1951—2012 йылдарҙа «Труд» гәзите призына 30 километр араға йүгереү буйынса ярыш (1991 йылдан — ярым марафон) үткәрелә. 1958 йылда ошо ярыш барышында бәләкәй марафон буйынса РСФСР чемпионаты, 1987 йылда — СССР чемпионаты була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ленин ордены (1971)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1951)
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Труд: Редакция
- ↑ №083 за 15 Ноября 2019 года газеты «Труд» в PDF. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2019. Архивировано 15 ноябрь 2019 года.
- ↑ 1 2 The ISSN portal (ингл.) — Paris: ISSN International Centre, 2005. — ISSN 1025-1189
- ↑ [ «Труд» (газета)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ История газеты богата событиями и именами. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2010. Архивировано из оригинала 12 ноябрь 2012 года.
- ↑ Запущен полностью обновлённый сайт одного из старейших массовых изданий в стране — газеты «Труд». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2010. Архивировано 4 декабрь 2014 года.
- ↑ 1 2 «У страны Россия должна быть другая информационная конфигурация» - Slon.ru. web.archive.org (10 август 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2022. Архивировано из оригинала 10 август 2011 года.
- ↑ 1 2 3 «Я предлагал закрыть газету, чтобы не мучить старушку»: интервью бывшего главного редактора газеты «Труд» Владислава Вдовина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2011. Архивировано из оригинала 12 август 2011 года.
- ↑ Учредители газеты «Труд» прекращают сотрудничество с её редакцией Архивная копия от 22 октябрь 2013 на Wayback Machine // РИА Новости
- ↑ «Труд» продан Архивная копия от 23 ноябрь 2020 на Wayback Machine // Медиа Атлас
- ↑ Симонов Валерий Петрович Архивная копия от 23 ноябрь 2020 на Wayback Machine // Медиа Атлас
- ↑ Ряжский Юрий Олегович Архивная копия от 23 ноябрь 2020 на Wayback Machine // Медиа Атлас
- ↑ Сергей Цой освобождает «Труд» Архивная копия от 1 ноябрь 2018 на Wayback Machine // Коммерсантъ
- ↑ 1 2 Валерий Симонов назначен главным редактором газеты «Труд». web.archive.org. ГИЛЬДИЯ ИЗДАТЕЛЕЙ ПЕРИОДИЧЕСКОЙ ПЕЧАТИ (21 февраль 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2022. Архивировано из оригинала 20 март 2013 года.
- ↑ Идiотъ • Новый главный редактор «Труда». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2022. Архивировано 19 июнь 2013 года.
- ↑ ЛЕНТА: Валерий Симонов вернулся на пост главреда Труда - LENTA.com.ua. web.archive.org (25 декабрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2022. Архивировано из оригинала 25 декабрь 2014 года.
- ↑ Валерий Симонов вернулся на пост главреда «Труда» - ЖурДом. web.archive.org (26 август 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2022. Архивировано из оригинала 26 август 2016 года.
