Бөтә Рәсәй самбо көнө

Бөтә Рәсәй самбо көнө — спорт байрамы, Рәсәй Федерацияһында йыл һайын 16 ноябрҙә билдәләнә. Самбо спортын үҫтереү, күләмле турниҙар үткәреү, балаларҙы һәм йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеү маҡсатында индерелгән социаль әһәмиәтле ваҡиға. 2022 йылда Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән раҫланған[1].

Байрамдың тарихы һәм йолалары

1938 йылдың 16 ноябрендә СССР Спорт Комитеты «Ирекле стиль көрәшен (самбо) үҫтереү тураһында» 633-сө һанлы бойороҡ сығара һәм уны илдә үҫешкән спорт төрҙәре иҫәбенә индерә. Был көн Рәсәйҙә самбоның тыуған көнө тип иҫәпләнә[2].

2008 йылдан алып йыл һайын Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы ноябрь башында «Самбо көнө»нә арналған спорт-масса саралары үткәрә. Самбо спортын рәсми таныуҙың 70 йыллығына арнап 2008 йылдың 19 октябрендә Мәскәүҙә Рәсәй «Ҡыҙыл майҙанда самбо юбилейы» исемле концерт-спорт байрамы үтә. Байрамды ойоштороусылар булып Бөтә Рәсәй һәм Мәскәү самбо федерациялары сығыш яһай. Сарала ветерандар, спортсылар, тренерҙар, етәкселәр, самбоның төбәк федерациялары вәкилдәре һәм почетлы ҡунаҡтар ҡатнаша[3].

2015 йылда саралар күләмлерәк үтә. Турнирҙар Рәсәйҙең 100 ҡалаһында, унда 11 000-дән ашыу йәш спортсы ҡатнашлығында ойошторола. 98 ҡалала төбәк телеканалдары, киң мәғлүмәт саралары һәм интернет-баҫмалары турнирҙарҙы яҡтырта. Байрамдар яңы форматта уҙғарыла, турнирҙа ҡатнашыусылар «Һин ГТО тапшырырға әҙерме?» исемле махсус күнекмәләр үтәргә, үҙ-үҙеңде һаҡлау алымдарын күрһәтергә тейеш була. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттары йыйылма командалары араһында команда ярыштары уҙғарыла.

2016 йылда ярыштарҙы ойоштороусылар махсус награда атрибутикаһын һәм сувенир продукцияһын әҙерләй. Тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй самбо көнөн байрам итеүҙә Донецк халыҡ республикаһы йыйылма командаһы ҡатнаша.

2017 йылда Самбо көнө «Самбо-70» спорт һәм мәғариф үҙәгендә үткәрелә. Ярыштарҙа Рәсәй Федерацияһының бөтә федераль округтарынан 16 команда, 200 йәш спортсы ҡатнаша. Спорт байрамын асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Геройы, летчик-космонавт Фёдор Юрчихин почётлы ҡунаҡ була. Ул бөтә Рәсәй һәм Европа самбо федерациялары президенты Сергей Елисеевҡа йыһанда булған флагты тапшыра.

2018 йыл самбо спорты үҙеңең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был көндө ярыштар һәм тантаналы саралар Рәсәйҙең 150-нән ашыу ҡалаһында үткәрелә. Юбилейлы байрам сиктәрендә Лужники спорткомплексының Спорт даны аллеяһында милли самбоға нигеҙ һалыусы Анатолий Харлампиев, Василий Ощепков һәм Виктор Спиридоновҡа арналған мемориалға нигеҙ ташы һалына. Шулай уҡ Рәсәй президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһында самбоға ярҙам итеү һәм уны үҫтереү буйынса саралар тураһында» бойороҡҡа ҡул ҡуйя.

2020 йылдың 18 декабрендә Мәскәүҙә Лужники комплексының Спорт даны аллеяһында самбоға нигеҙ һалыусыларға арналған мемориалды асыу тантанаһы була. Монумент бронза һәм граниттан эшләнгән. Уны Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков етәкселегендәге скульпторҙар коллективы башҡарған. Скульптурала «тирмән» ырғытыуын башҡарыусы көрәшселәр фигуралары һүрәтләнгән, улар орбита менән уратып алынған ярымшарҙа алыша. Ярымшарға «Самбо — еңеү фәне» тигән девиз яҙылған. Мемориалды асыу тантанаһында Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский, Бөтә Рәсәй самбо федерацияһының бағыусылар советы рәйесе Рәшид Нурғәлиев, Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин, Мәскәү мэры Сергей Собянин ҡатнаша. Йола буйынса был көндө спорт-күмәк саралар үтә[4].

2022 йылдың 22 февралендә Лужники спорткомплексының Спорт даны аллеяһында, Самбо Мемориалынан бер нисә метр алыҫлыҡта, самбоға нигеҙ һалыусыларға арналған стелла асыла.

2022 йылдың 19 декабрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән «Бөтә Рәсәй самбо көнө» рәсми раҫлана.

2023 йылда самбо үҙенең 85 йыллығын билдәләй. 15-17 ноябрьҙә ярыштар Рәсәйҙең 100 ҡалаһында үтә. Байрамдың төп сараһы — «Еңергә ваҡыт» форумы үткәрелә, самбо буйынса Рәсәй йыйылма командаһы флагы, анты һәм самбосы кодексы раҫлана. 16 ноябрҙә самбоның 85 йыллығы хөрмәтенә махсус марка индереү тантанаһы уҙғарыла. «Спорт төрҙәре» серияһындағы марка Рәсәй почтаһында әйләнешекә сыға. Почта маркаһына өҫтәп беренсе көн конверттары сығарыла, Мәскәү һәм Санкт-Петербург өсөн махсус һүндереү штемпеле, шулай уҡ картмаксимум эшләнә. Шулай уҡ 2023 йылдың 16 ноябрендә Рәсәй Федерацияһы именлек Советы секретаре урынбаҫары, Бөтә Рәсәй самбо федерацияһының бағыусылар советы рәйесе Рәшид Нурғәлиев «Лужники» спорткомплексының халыҡ-ара самбо һәм бокс үҙәгендә Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеевҡа байраҡ тапшыра[5].

2024 йылда Бөтә Рәсәй самбо көнөнә арналған «Самбо бөтәһе өсөн дә» Бөтә Рәсәй фестивале үтә. Фестиваль 11-17 ноябрьҙә белем биреү ойошмалары базаһында ойошторола. Фестиваль бай программалы була, унда самбо буйынса ярыштар, спорт эстафеталары, ГТО нормаларын тапшырыу, практик күнекмәләр үтәү. Спорт байрамында белем биреү ойошмалары, «Zа самбо» Бөтә Рәсәй проекты, өлөшләтә «Юғары уҡыу йорттарына самбо» һәм «Һөнәри уҡыу йорттарына самбо» проекттары ҡатнаша. Спорт-күмәк сарала ҡатнашыусылар:

  • 7-18 йәш категорияһында — дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары;
  • 15-18 йәш категорияһында — һөнәри белем биреү студенттары;
  • 18-25 йәшкә категорияһында — юғары уҡыу йорттары һәм һөнәри белем биреү студенттары;
  • «Белгестәр» категорияһы, йәш буйынса сикләүһеҙ: административ кадрҙар, физик культура уҡытыусылары, өҫтәмә белем биреү педагогтары һәм белем биреү ойошмаларының тренер—судьялар составы[6].

Традиция буйынса «Бөтә Рәсәй самбо көнө — 2024» турнирының финалы Мәскәүҙә үтә. Унда Рәсәйҙең 15 төбәгенән 12-14 йәшлек үҫмерҙәр ҡатнаша[7].

2024 йылдың 19 ноябрендә Сочи ҡалаһында «Бөтә рәсәй самбо көнө» байрамына арналған Ғаилә-спорт Самбониадаһы үтә. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы социаль яраҡлаштырыу һәм физик реабилитациялау маҡсатында үткәрелгән сарала адаптив самбо үҙәге балалары, Сочи самбо федерацияһы спортсылары ла ҡатнаша. Йола буйынса һәр ҡатнашыусы еңеүсе тип иҫәпләнә, миҙал һәм грамота менән бүләкләнә[8].

Саралар

Был байрам көнөндә самбо буйынса ярыштар үткәрелә. Ярыштарҙы тантаналы асыу ваҡытында спорт мәктәптәренең йәш тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең яратҡан спорт төрөнә тоғролоҡ антын ҡабул итә.

Ҡыҙыҡлы факттар

  • Самбоның беренсе секцияһы 1923 йылда Мәскәүҙә асыла, рәсми спорт төрө булып 1938 йылда таныла.
  • Бөтә рәсәй самбо көнөн беренсе тапҡыр 2008 йылда, самбоны рәсми танылыуға 70 йыл тулғанда билдәләйҙәр. 19 октябрҙә Мәскәүҙә «Ҡыҙыл майҙанда самбо юбилейы» концерт-спорт байрамы үтә.
  • 2003 йылда Дәүләт спорт комитеты самбоны Рәсәйҙә милли һәм өҫтөнлөклө спорт төрө тип таный.
  • 2018 йылда самбоның 80 йыллығына ҡарата Лужники спорткомплексының Дан аллеяһында Рәсәйҙә самбоны тәү башлап индереүселәргә мемориалдың нигеҙ ташы һалына, мемориал рәсми рәүештә 2020 йылдың 18 декабрендә асыла.
  • 2021 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты самбоны олимпия спорт төрө тип таный, әммә самбо олимпиада программаһына индерелмәгән.
  • Самбо буйынса спорт мәктәптәренә ғәҙәттә балалар 10 йәштән ҡабул ителә. Ҡайһы бер секцияларҙа йәшерәк спортсылар самбо элементтары менән дөйөм физик әҙерлек үтә, бәләкәй йәштәге балалар өсөн самбо дәрестәре программаһы раҫланмаған[9].

Иҫкәрмәләр

  1. Указ президента Российской Федерации "О Дне самбо" №924. www.publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2022.
  2. Путин ввел в России День самбо. www.sportrbc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2022.
  3. Всероссийская федерация самбо. www.sambo.ru.
  4. В Москве открыли мемориал основоположникам самбо. www.iz.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ноябрь 2020.
  5. "Время побеждать". Русскому национальному единоборству самбо - 85 лет. www.tass.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2023.
  6. Всероссийский фестиваль «САМБО ДЛЯ ВСЕХ», посвященный Всероссийскому дню самбо. www.sportobr.ru.
  7. Финал турнира "Всероссийский день самбо – 2024" состоялся в Москве. www.m24.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2024.
  8. В городе Сочи прошла праздничная семейно-спортивная «Самбониада», приуроченная к празднованию Всероссийского дня самбо! www.sambo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2024.
  9. Всероссийский день самбо в 2024 году: история и традиции праздника. www.kp.ru.

Һылтанмалар

Категориялар