ВАЗ-2101
ВАЗ-2101 йәки «Жигули» — СССР-ҙа етештерелгән седан тибындағы кузовлы, бәләкәй класлы, артҡы приводлы еңел автомобиль. Волга автомобиль заводында 1972 йылда сыҡҡан тәүге модель. ВАЗ-2101 базаһында «Жигули» автомобилдәренең «классик ғаиләһе» эшләнә, ул 2012 йылдың 17 сентябренә тиклем конвейерҙа була.
1972 йылдың майында ошо моделде сығарған өсөн Волга автомобиль заводына «Алтын Меркурий» халыҡ-ара премияһы тапшырыла[1].
2000 йылда "За рулём"журналы үткәргән Бөтә Рәсәй һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, ВАЗ-2101 илебеҙҙәге XX быуаттың иң яҡшы автомобиле тип таныла[2].
1970 йылдың 19 апреленән 1988 йылға тиклем бөтә модификацияларҙа 4 846 900 ВАЗ-2101 автомобиле сығарыла.
Исеменең тарихы
Конструктор А. М. Черный тәҡдим иткән «Жигули» атамаһы Волга автозаводы директоры В. Н. Поляков тарафынан 1967 йылдың башында уҡ раҫлана. Ул автомобиль етештерелгән Тольятти ҡалаһы ҡаршыһында, Волганың уң ярындағы «Жигулёв тауҙары» тип йөрөтөлгән ҡалҡыулыҡ исеменән алынған.
Халыҡта ВАЗ-2101-гә төрлө ваҡытта ике ҡушамат бирелә: башта ул «единичка» тип йөрөтөлә, ә 1980 йылдар аҙағында, моделдың абруйы ныҡ ҡына төшкәс, ул «копейка»ға әйләнә.
Етештереүгә әҙерлек
1966 йылдың 16 авгусында Мәскәүҙә Италияның «Fiat» компанияһы һәм Внешторг араһында еңел автомобилдәр эшләү өлкәһендә фәнни-техник хеҙмәттәшлек тураһында генераль килешеүгә ҡул ҡуйыла. Уның буйынса СССР территорияһында автозавод төҙөү проекты раҫлана. Был килешеү менән моделдәр ҙә билдәләнә: седан (ВАЗ-2101) һәм универсал (ВАЗ-2102) кузовлы «норма» комплектацияһындағы ике автомобиль һәм люкс (ВАЗ-2103) автомобиле. «Норма» өсөн прототип сифатында шунда уҡ 1967 йылда «Европаның йыл автомобиле» наградаһын алған «Fiat 124» билдәләнә.
1966 йылдың йәйендә совет белгестәре итальян автомобиле менән беренсегә таныша. Дмитровск автополигонында һынауҙар барышында Fiat 124 автомобилдәре кузовының файҙаланыу һәм артҡы дисклы тормоздарының эшләү ваҡыты менән етди проблемалар асыҡлана. Машинаның тәпәшлеге һәм буксирға тағыу өсөн ҡулайламалар булмауы уны насар юллы урындарҙа файҙаланыуҙы ла проблемалы итә. Шулай уҡ конструкцияны артабан үҫтереү күҙлегенән перспективаһыҙ түбәнге валлы двигатель дә совет инженерҙарының ризаһыҙлығын тыуҙыра. Беҙҙең белгестәрҙең бөтә иҫкәрмәләре лә итальян конструкторҙары тарафынан артабан иҫәпкә алына[3].
ВАЗ-21011
Иҫкәрмәләр
- ↑ Загладышев А.П., Зараковский В.В. Награды АВТОВАЗа, 1970-2006. — Тольятти, 2007. — 263 с.
- ↑ Елена Варшавская. Вы выбрали ВАЗ-2101 // За рулём : журнал. — 2000. — Ғинуар (№ 1). — С. 10—13. Архивировано 3 октябрь 2022 года.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>билдәһе дөрөҫ түгел;:0төшөрмәләре өсөн текст юҡ
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.