Ваняшкин

Ваняшкин — Рәсәйҙең хәҙерге Силәбе өлкәһе Һатҡы районы территорияһындағы 1973 йылда бөтөрөлгән ауыл. Межевой эшселәр ҡасабаһы һыҙатына ингән ауыл булған.

Географияһы

Силәбе өлкәһенең көнбайышында, Әй йылғаһында урынлашҡан.

Топонимы

Тәүге атамаһы һәм статусы — «Ваняшкин бүлендек ауылы», Иван ир-ат исеменең иркәләү-кәмһетеү формаһынан — өс тәүге төпләнеүсе йәш ир-егетең исеменән алынған[1]

Тарихы

Ауылға 1904 йылда Н. Г. Лазаревтың Яңы Пристань таш яндау фабрикаһының өс йәш эшсеһе — Иван Яковлев, Иван Бисеров һәм Иван Пупышев нигеҙ һала[1].

1973 йылда Яңы Пристань ҡасабаһы, Ваняшкин, Әй Төркөмө, Парамоновка ауылдары Межевой эшселәр ҡасабаһы составына индерелә.

Инфраструктураһы

Әй йылғаһының һул ярында, ауыл ҡаршыһында, ҡаялар итәгендәге ҡарағай урманында «Уралец» һәм «Барабанщик» балалар лагерҙары.

Иҫтәлекле урындары

Ауыл ҡаршыһында, Әй йылғаһының һул ярында — Ваняшкин ҡаялары[2].

Ҙур һәм Кесе Ваняшкин һәм Өкө (Сова) — Әй йылғаһының һул ярындағы мәмерйә[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 В. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июнь 2022. Архивировано 19 июнь 2022 года.
  2. 1 2 7 самых красивых скал реки Ай — Ураловед. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июнь 2022. Архивировано 18 май 2022 года.