Вахитов Наил Шәрәф улы
Наил Шәрәф улы Вахитов (рус. Вахитов Наиль Шарафович; 1947 йылдың 2 ғинуары, Түбәнге Уҫылы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм партия эшмәкәре, 1993—1998 йылдарҙа «Ишембайнефть» акционер йәмғиәтенең генераль директоры. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты[1].
Биографияһы
Вахитов Наил Шәрәф улы 1947 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Түбәнге Уҫылы ауылында тыуған. Юғары белемле.
1970 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. 1985 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлай.[2]
Хеҙмәт юлын 1970 йылда, ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ районының «Салауат» колхозында баш инженер вазифаһында башлай. Был осорҙа ул хужалыҡта етештереү процесын камиллаштырыу, техника паркын яңыртыу һәм ауыл хужалығы эштәрен ойоштороу буйынса әүҙем эш алып бара.
1975 йылдан 1979 йылға тиклем Стәрлетамаҡ районының «Первомайск» совхозы директоры булып эшләй. Директор вазифаһында ул хужалыҡтың иҡтисади күрһәткестәрен яҡшыртыуға, ауыл хужалығы етештереүен үҫтереүгә, хеҙмәт дисциплинаһын нығытыуға һәм социаль өлкәне үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә.
1979 йылда КПСС-тың Стәрлетамаҡ район комитетының икенсе секретары итеп һайлана. Был вазифала ул райондың ауыл хужалығы, сәнәғәте һәм социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре менән шөғөлләнә. 1983 йылдан 1985 йылға тиклем Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй, райондың халыҡ хужалығын үҫтереү, инфраструктураны камиллаштырыу һәм халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса эш алып бара.
1985 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының партия ойоштороу эше бүлеге мөдире урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1986 йылда Башҡорт АССР-ының Дәүләт агросәнәғәт комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй.
1987—1991 йылдарҙа КПСС-тың Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары булып эшләй. Был йылдарҙа ҡаланың сәнәғәтен, төҙөлөшөн һәм социаль инфраструктураһын үҫтереү, предприятие һәм ойошмаларҙың эшмәкәрлеген координациялау буйынса эш алып бара.
1991—1993 йылдарҙа «НГДУ Ишембайнефть» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1993—1998 йылдарҙы йәәмғиәтең генераль директоры була.
1999 йылдан Наил Шәрәф улы Стәрлетамаҡ районындағы күсемһеҙ милекте иҫәпкә алыу, инвентаризациялау һәм баһалау буйынса дәүләт унитар предприятиеһы директоры, ә 2004 йылдан «Башҡортостан Республикаһының техник инвентаризация бюроһы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры.
1987—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының 11-се һәм 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана, БАССР Юғары Советының Милләттәр Советы Комиссияһында ағза була. Бер нисә саҡырылыш Стәрлетамаҡ һәм Ишембай район Советтары депутаты вазифаһын башҡара[3].
1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында ҡатнаша.
2014 йылдан Наил Шәрәф улы хаҡлы ялда. Үҙ участкаһында эшләй, йорт яны биләмәһен төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. Ә буш ваҡыттарында матбуғат, район гәзитен уҡырға ярата. Күп ваҡытын ғаиләһе менән үткәрә. Ҡатыны Фәниә Бакировна алтын туйҙарын билдәләнеләр[1][4].
Ғаиләһе
Ҡатыны — Фәниә Бакир ҡыҙы[1]. Ике ул үҫтергәндәр.
Наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 А. Давлетова. Трудовой путь длиною в полвека. Сельские Нивы (15 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026.
- ↑ Вахитов Наиль Шарифович// Парламентаризм в Башкортостане : история и современность / Гос. собрание - Курултай - Респ. Башкортостан ; редкол.: К. Б. Толкачев (председатель) [и др.]. — Уфа : Тау, 2005. — 29 см.
- ↑ 1 2 Вахитов Наиль Шарифович. Администрация Стерлитамакского района (20 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026.
- ↑ Личность недели: Вахитов Наиль Шарифович. Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026.
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104