Ваҡ һаралйын
Ҡылыҡһырлама
Турғайҙан бер ни тиклем ҙурыраҡ. Оҙон суҡышлы, ҡыҫҡа аяҡлы бәләкәй генә сәпсәү. Ерәнһыу көрән һырты буй-буй ҡара һәм һары һыҙыҡтар менән сыбарланған. Түше нәҙек кенә һорғолт һыҙыҡлы. Ҡорһағы аҡ. Зырҡыуыттан һәм һаралйындан байтаҡ бәләкәй булыуы менән айырыла.
Тауышы
Киҫкен генә «ҡыһх» тигән тауышлы, уйын ваҡытында тояҡ тауышына оҡшаған «туп-туп-туп» йәки «тет-тет-тет» тигән тауыштар сығара.
Йәшәү рәүеше
Күл, йылға, һаҙлыҡ, батҡылдарҙа йәшәй. Селәүсен, һыу бөжәктәре, еләк менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһын ергә ҡора. Көрән һәм ҡыҙғылт һоро таптар менән сыбарланған 4 бөртөк һорғолт йәшел йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.
Әҙәбиәт
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)