Вероника Новаковская-Жемняк

Верони́ка Новако́вская-Жемняк (пол. Weronika Nowakowska; 7 июль 1986 йыл, Клодзко, Польша) — Польша биатлонсыһы. 2015 йылғы донъя чемпионатының көмөш һәм бронза миҙалдарын яулаусы.

Спорт карьераһы

2010, 2014 һәм 2018 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша, биатлон буйынса донъя һәм Европа чемпионаттарында, Ҡышҡы Универсиадала ҡатнаша.

2015 йылғы Финляндияның Контиолахти ҡалаһында уҙғарылған донъя чемпионатында спринт ярышында көмөш, ә эҙәрлекләү уҙышында бронза миҙалдарын яулай.

2016 йылда игеҙәк балалары тыуа. 2018 йылда спорт карьераһы тамамланыуы тураһында хәбәр итә.

Юниорҙар һәм йәштәр араһында ярыштарҙа ҡаҙаныштар

Йыл Уҙғарыу урыны Йәш Инд Спр Пр Эст
2005 ДЧ Flag of Finland.svg Контиолахти U19 32 40 36 9
2005 ЕЧ Рәсәй флагы Новосибирск U21 - 10 DNF 2
2006 ДЧ АҠШ флагы Преск-Айл U21 22 34 35 -
2006 ЕЧ Германия флагы Лангдорф U21 30 26 27 9
2007 ДЧ Италия флагы Валь-Мартелло[1] U21 18 19 25 14
2007 ЕЧ Флаг Болгарии Банско U21 12 13 10 5

Олимпия уйындарында ҡатнашыу

Йыл Уҙғарыу урыны Инд Спр Пр МС Эст
2010 Канада флагы Ванкувер 5 36 28 21 12

Донъя чемпионаттарында ҡатнашыу

Йыл Уҙғарыу урыны Инд Спр Пр МС Эст См
2008 ДЧ Швеция флагы Эстерсунд - 58 55 - - -
2009 ДЧКорея Республикаһы флагы Пхёнчхан 36 35 16 - 6 8

Европа чемпионаттарында ҡатнашыу

Йыл Уҙғарыу урыны Инд Спр Пр Эст
2008 ЕЧ Чехия Нове-Место 14 14 18 9
2012 ЕЧ Словакия Осрблье — 3 6 —

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Близ Мартелла

Һылтанмалар