Виктория (Бөйөк Британия королеваһы)

Викто́рия (ингл. Victoria, Александрина Виктория, ингл. Alexandrina Victoria; 24 май 1819 йыл — 22 ғинуар 1901 йыл) — Бөйөк Британия һәм Ирландия Берҙәм Короллегы Королеваһы, Индия Императрицаһы.

Виктория илде 1837 йылдан 1901 йылға тиклем етәкләй. Ошо күрһәткес буйынса ул Британияның иң оҙаҡ идара иткән Королеваһы.

Уның исемен күп урындар: штаттар, провиницялар, ҡалалар йөрөтә. Мәҫәлән: Угандала Виктория күле, Сейшел утрауҙарҙын баш ҡалаһы — Виктория, Австралияла провинция, Лондонда вокзал һәм метро юлы, Британ Колумбияһының баш ҡалаһы һәм башҡа урындар.

Англияның милли символын, викториан дәүерен уның исеме менән бәйләйҙәр.

Шулай уҡ уны «Европаның ҡәртнәһе» тип тә йөрөтәләр. Уның 9 балаһы башҡа Европа илдәре король династияларының балалары менән ғаилә ҡорған.

Галерея

Тема буйынса өҫтәмә