Черномырдин Виктор Степанович
Биографияһы
Ви́ктор Степа́нович Черномы́рдин 1938 йылдын 9 апрелендә хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы Чёрный Отрог ауылында тыуған. Ата-әсәһе: Марфа Петровна менән Степан Маркович Черномырдиндар. Ғаиләлә алты бала була: Николай, Александр, Наталья, Виктор һәм Екатерина.
Виктор Черномырдин 1957 йылда Орскиҙа 1-се техник училище тамамлай һәм «Орскнефтеоргсинтез» заводында слесарь булып эшләй башлай.
1957—1960 йылдарҙа Приморье крайының Спасск-Дальний ҡалаһында Хәрби-Һауа Көстәрендә әрме хеҙмәтен үтә.
1962 йылда Куйбышев политехник институтына уҡырға инә[3], 1966 йылда инженер-технолог дипломын ала.
1973—1978 йылдарҙа Ырымбур газ эшкәртеү заводы директоры.