Висбю
Висбю | |
---|---|
швед. Visby | |
Герб | |
![]() | |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Q32360247? |
Почта индексы | 621 xx |
Майҙаны |
|
Административ үҙәге | Готланд[d] и Готланд[d] |
Дәүләт | |
![]() | |
Административ-территориаль берәмек | Готланд[d][2] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] и UTC+2:00[d] |
Категория для видов элемента | Category:Views of Visby[d] |
Урындағы телефон коды | 0498 |
Рәсми атамаһы | швед. Visby |
Халыҡ һаны |
|
![]() |
Висбю (швед. Visby) — Швецияның Готландад уутрауындағы ҙур ҡала, лен Готландтың административ үҙәге. Скандинавияла урта быуаттарҙан һаҡланып ҡалған ҡала, туристик үҙәк, Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы.
Тарих
XII быуатта уҡ Саксония герцогы Генрих Лев, Любектан көнсығышҡа ҡарай балауыҙ һәм тирегә бай Новгородҡа Готланд утрау-базаһынан һәм шулай уҡ уның метрополияһы булған Висбю ҡалаһынан немецтар өсөн трамплин булып торған рус баҙарына барыу өсөн, готландтарҙы ҡыҫырыҡлап сығарыу кәрәклеген аңлай. Шунлыҡтан 1161 йылдағы килешеүгә ярашлы готландтарҙы ҡыҫырыҡлай башлай.
1282-1470 йылдарҙа ҡала Ганзей сауҙа союзында тора һәм Любек иҡтисади күтәрелгәнгә тиклем мөһим сауҙа үҙәге булып тора.
Дания короле Вальдемар IV Аттердаг үҙ ғәскәре менән 1361 йылда ҡаланы баҫып ала. Һуңынан ҡала күп тапҡырҙар пираттарҙан һәм немец юлбаҫарҙарынан талана.
1645 йылда Дания-швед һуғышын тамамлаусы Бремсебрус солохо буйынса ҡала яңынан Швецияға күсә.
1808 йылда ҡала ике ай буйына рус ғәскәре ҡулында тотола.
Иҫтәлекле урындары
Европала аналогы булмаған урта быуаттарҙан 3,4 м оҙонлоғондағы, 44 манаралы ҡала диуары һәм сиркәүҙәре һаҡланып ҡалған (швед. Ringmuren) .
XХ быуат башында осраҡлы рәүештә яугирҙарҙың күпләп ерләнгән урыны (өс туғандаштар ҡәберендә 1186 кеше) табыла, улар шведтар һәм даттар араһындағы алышта Висбю тирәһендә 1361 йылдың 27 июлендә һәләк булған. Артабанғы күп йыллыҡ тикшеренеү археологик материалдары, шулай уҡ xiv быуаттың уртаһындағы яугирҙәрҙе һаҡлағыс тимер кейемдәр реконструкциялауҙың уникаль комплексы 1939-1940 йылдарҙа ике томлыҡ китапта нәшер ителгән, артабан урта быуат хәрби археологияһы буйынса ул әсбап булып тора һәм бер нисә тапҡыр яңынан баҫыла.
Ҡалала Рус Һарайы (1680) һаҡланған, уның подвалында 1971 йылда швед археологтары XII—XIII быуаттағы урыҫ сиркәүенең нигеҙе таба[4][5].
- Висбю кафедраль соборы
- Готландтарҙың боронғоһо музейы
Климат
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 0,7 | 0,3 | 3,1 | 8,0 | 14,3 | 19,0 | 20,3 | 19,7 | 15,4 | 10,7 | 5,7 | 2,5 | 10,0 |
Уртаса температура, °C | −1,1 | −1,8 | 0,1 | 4,0 | 9,6 | 14,3 | 16,3 | 15,9 | 12,1 | 8,1 | 3,9 | 0,7 | 6,8 |
Уртаса минимум, °C | −3,4 | −4,3 | −2,7 | 0,5 | 5,1 | 9,6 | 12,3 | 12,1 | 9,0 | 5,5 | 1,7 | −1,6 | 3,7 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 48 | 28 | 32 | 29 | 29 | 31 | 50 | 50 | 59 | 50 | 57 | 51 | 514 |
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория |
Халыҡ
1960 | 1965 | 1970 | 1975 | 1980 | 1990 | 1995 | 2000 | 2005 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
15 014 | ▲16 973 | ▲19 245 | ▲19 886 | ▼19 835 | ▲20 986 | ▲21 740 | ▲22 017 | ▲22 236 | ▲22 593 |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Висбю янындағы алыш (1361)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Statistiska tätorter 2020, befolkning, landareal, befolkningstäthet per tätort — Центральное статистическое бюро Швеции, 2021.
- ↑ Tätorter 2010 — Центральное статистическое бюро Швеции, 2010. — ISSN 1654-3823
- ↑ Statistiska tätorter 2018 – befolkning, landareal, befolkningstäthet — Центральное статистическое бюро Швеции, 2021.
- ↑ Salu Gotlandshus till — med skelett i källaren! 2015 йылдың 9 июль көнөндә архивланған. (швед.)
- ↑ I dolda innerstan rummet det Se! 2015 йылдың 9 июль көнөндә архивланған. (швед.)
- ↑ Befolkning i tätorter 1960-2010. (швед.)
Әҙәбиәт
- Рыбина Е. А. Новгород и Ганза. — М: А. Кошелев, 2009. — 320 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9551-0331-0.
- Thordeman B. Armour from the battle of Wisby 1361. — Stockholm: Royal Swedish Academy of Letters, History and Antiquities, 1939. — Vol. I. — P. 480.
Һылтанмалар
![]() |
Бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО, объект № 731 урыҫ. • ингл. • фр. |
- Gotlanti.fi (фин.)
- Экономическое чудо на Балтике (нем.)