Владимир Путин менән тура бәйләнеш (2024)

Владимир Путин менән тура бәйләнеш (2024) — Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йыл һайын үткәрелгән матбуғат конференцияһы һәм тура бәйләнеш тапшырыуы. 2024 йылдың 19 декабренә планлаштырылған[1]. Дәүләт башлығына телефон, SMS һәм интернет аша һорауҙар ҡабул итеү 2024 йылдың 7 декабренән 8 декабренә төндә башланды[2].

2024 йылдың 18 декабренә ҡарата төрлө форматта 1,5 миллиондан ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән[3].

Әҙерлек

2024 йылдың 8 декабрендәге 00:00 сәғәттән алып 19 декабренә тиклем махсус мобиль ҡушымта, SMS, телефон, «ВКонтакте» һәм «Одноклассники» социаль селтәрҙәре, шулай уҡ moskva-putinu.ru (москва-путину.рф) сайты аша президентҡа текст һәм видео һорауҙар ҡабул ителде[4].

2024 йылда «Халыҡ фронты» штабының call-үҙәге хеҙмәткәрҙәре тәүге тапҡыр яһалма интеллект ҡулланып граждандарҙың мөрәжәғәттәрен тикшерҙе. GigaChat нейроселтәре социаль селтәрҙәрҙәге, аудио һәм SMS мөрәжәғәттәрҙе темаларға бүлеү өсөн ҡулланылды[5].

2024 йылдың 11 декабрендә Владимир Путин Мәскәүҙәге «Сбер» үҙәк офисына барып, яһалма интеллект өлкәһендәге эшләнмәләр күргәҙмәһе менән танышты. GigaChat дәүләт башлығын иң йыш күтәрелгән мәсьәләләр менән таныштырҙы:

Һорауҙарға әҙерләнергә кәрәк, уларҙың күбеһе торлаҡ сифаты һәм уның яраҡлылығы, транспорт инфраструктураһы, медицина, дәүләт органдары һәм ойошмалары, социаль ярҙам тураһында[6].

undefined

2024 йылдың 18 декабренә ҡарата тура бәйләнешкә төрлө форматта 1,5 миллиондан ашыу мөрәжәғәт килде[3]. Үҙәк, Төньяҡ-Көнбайыш һәм Көньяҡ федераль округтары мөрәжәғәттәр һаны буйынса лидерҙар булды[7]. Газ үткәреү, яғыулыҡ һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хаҡы артыуы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү иң көнүҙәк мәсьәләләр тип билдәләнде[8].

Владимир Путин менән тура эфир (2024)Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йыл һайын үткәрелә торған матбуғат конференцияһы һәм тура бәйләнеш формаһында уҙғарыла. Сара 19 декабрь 2024 йылда үтәсәк тип планлаштырылған[9]. Дәүләт башлығына һорауҙар йыйыу 7 декабрҙән 8 декабргә ҡараған төндә телефон, SMS-хәбәрҙәр һәм интернет аша башланды[10].

2024 йыл йомғаҡтары

Эфирҙа күтәрелгән төп темалар араһында Рәсәйҙең социаль сәйәсәте (20 % мөрәжәғәттәр), торлаҡ мәсьәләләре (9 %), иҡтисад (9 %), һаулыҡ һаҡлау (8 %), коммуналь хужалыҡ (8 %), һәм СВО (6 %)[11].

Иҡтисад

2024 йылда Рәсәй Президенты илдең иҡтисади хәлен «тотороҡло һәм ышаныслы» тип баһаланы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙең ЭТП күләмен үҫеше 3,9 %, ә 2025 йылда 2,5 % тәшкил итергә тейеш. Ул Европа Союзының (2024 йылда ЭТП үҫеше ноль) һәм АҠШ-тың (6 %) күрһәткестәре менән сағыштырҙы. Рәсәйҙә эшһеҙлек кимәле рекордлы түбән күрһәткескә — 2,3 % кә етеүен билдәләне[11]. Обработка сәнәғәте күләмдәренең арта барыуы илдең суверенитетын нығытыу билдәһе тип әйтелде.

Инфляция кимәле 2024 йылда 9 % тәшкил иткән, президент уның сәбәптәрен объектив һәм субъектив факторҙарға бәйләнешле тип аңлатты. Объектив сәбәптәр араһында:

  • Рәсәйҙә ҡулланыу күләме артыуы;
  • логистикаға йоғонто яһаған донъялағы хаҡтарҙың үҫеше.

Субъектив сәбәптәр араһында:

  • Үҙәк банктың төп ставкаға бәйле булмаған инфляцияға йоғонто яһау сараларын ваҡытында ҡулланмауы;
  • Хөкүмәттең айырым тармаҡтарҙы үҫтереү буйынса ваҡытында эш алып бармауы[11].

Махсус хәрби операция

Файл:Владимир Путин с флагом 155 бригады.webp
Владимир Путин диңгеҙ пехотаһының 155-се айырым гвардия бригадаһы флагы менән (2024)

Владимир Путин, 155-се айырым гвардия диңгеҙ пехотаһы бригадаһының хәрби байрағын студияла йәйеп күрһәтте, һалдаттарға уңыш, Еңеү һәм имен ҡайтыуҙарын теләне. Ул яугирҙарҙың көндән-көн фронт һыҙығында алға барыуын һәм территорияларҙы азат итеүен белдерҙе[11]. Курск өлкәһендә йәшәгән ҡатын менән әңгәмә барышында, Рәсәй сигенән ВСУ-ны ҡасан ҡыуасаҡтар тигән һорауға, президент: «Егеттәр һуғыша, тап әлеге ваҡытта алыш бара», — тип яуап бирҙе һәм: «Беҙ уларҙы мотлаҡ ҡыуып сығарасаҡбыҙ», — тип ышандырҙы[11]. Владимир Путин Курск өлкәһендә юҡ ителгән техника күләме 2023 йылда фронт һыҙығы буйлап юҡ ителгән танктар, БМП һәм башҡа хәрби техниканан артыуы тураһында белдерҙе. Президент, шулай уҡ, зыян күргән граждандар һәм социаль объекттарҙың бөтәһе лә тергеҙеләсәк, торлаҡ һәм фатирҙарын юғалтҡан граждандар торлаҡ алыу өсөн сертификаттар аласаҡ, бының өсөн 108 миллиард һум бүленәсәк, тип хәбәр итте. Херсон, Запорожье өлкәләрен, ЛНР һәм ДНР-ҙы тергеҙеү мәсьәләләре лә күтәрелде. Атап әйткәндә, өс йыл эсендә был төбәктәрҙең юл селтәре норматив торошҡа килтереләсәк, Азов диңгеҙе тирәләй дүрт һыҙатлы түңәрәк юл һалынасаҡ[12]. Социаль тәғәйенләнешле һәм торлаҡҡа бәйле 20 меңдән ашыу объект тергеҙелгән дә инде[11].

undefined

Президент, шулай уҡ, МХО-ла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар статусын биреү, уларҙы КТО ҡатнашыусыларына тиңләмәү мәсьәләһен дә аңлатты. Ул, етешһеҙлектәр төҙәтеләсәк, хәрбиҙәр «үҙенә тейеш булғандың барыһын да аласаҡ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды[11].

Владимир Путин «Время героев» программаһының үтәлешен дә юғары баһаланы, уның ярҙамында МХО-ла ҡатнашыусыларынан кадрҙар резервы әҙерләнә. Президент, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан студенттар менән осрашҡандан һуң, ошондай курстар ойоштороу идеяһы барлыҡҡа килеүен белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, хәрбиҙәр араһынан ҙур компаниялар, муниципаль берәмектәр, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселегенә лайыҡлы кандидаттар һайлап алырға кәрәк:

Бер генә яңылыш аҙым да булманы...Күптәргә тәҡдимдәр яһалды, кемдер бизнесҡа, кемдер төрлө кимәлдәге власть органдарына урынлаша[11].

Владимир Путин МХО башлау тураһындағы ҡарарҙы иртәрәк ҡабул итеү кәрәклеген белдерҙе. Шулай уҡ, һуңғы өс йыллыҡ махсус операция уның үҙен нисек үҙгәртеүе менән дә уртаҡлашты:

Мин аҙыраҡ шаяра башланым һәм бөтөнләй тиәрлек көлмәйем[11].

Стратегик хәүефһеҙлек

НАТО подразделениеларының «Орешник» һөжүмен кире ҡаға алыу мөмкинлегенә ҡағылышлы Владимир Путин эксперимент үткәрергә тәҡдим итте:

Көнбайыш һәм Украина Киевта район билдәләһен, унда үҙҙәренең барлыҡ ПВО системаларын туплаһын, беҙ «Орешник» менән шунда һөжүм яһарбыҙ, ә улар уны бәреп төшөрөп ҡараһын. Һәм һөҙөмтәне ҡарарбыҙ[11].

Был БРСД өсөн ошондай исемде һайлау сәбәптәренә килгәндә, президент ябай ғына итеп яуап бирҙе:

Ысынлап әйтәмме? Белмәйем[12].</blockquote

Халыҡ-ара сәйәсәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тура бәйләнеш ваҡытында Владимир Путин халыҡ-ара көнүҙәк мәсьәләләргә бәйле һорауҙарға яуап бирҙе. Мәҫәлән, Сүриә элекке президенты Башар Асад Мәскәүгә күсеп килгәс уның менән осрашмағанын әйтте һәм Рәсәйҙең Сүриәлә ҡуйылған маҡсаттарына өлгәшеүен белдерҙе, сөнки Рәсәй хәрбиҙәре унда «террористик анклав» барлыҡҡа килеүгә юл ҡуйманы[11].

NBC репортерының: «Рәсәй МХО-ның маҡсаттарына өлгәшмәне, генералдарын юғалта, һәм көсһөҙләнде», — тигән белдереүенә президент Рәсәйҙең һуңғы йылдарҙа киреһенсә үҙенең иҡтисадын, суверенитетын һәм оборона һәләтен нығытыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды:

Һеҙ, әлбиттә, Рәсәйҙең көсһөҙләнеүен бик теләнер инегеҙ, әммә минең ҡараш башҡаса[12].

Американ репортеры Мәскәүҙә генерал Игорь Кирилловты үлтерелеү һорауына[12]махсус хеҙмәттәрҙең был һөжүмгә әҙер түгел ине, тип яуап бирҙе[11].

Ҡытайҙың «Синьхуа» мәғлүмәт агентлығы вәкиле РФ менән ҠХР араһындағы хеҙмәттәшлектең кимәлен баһалауҙы һораны. Яуап итеп, президент ике ил араһындағы тауар әйләнешенең 200 миллиард доллар тәшкил итеүен, инвестиция проекттары һанының 600-гә етеүен һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлектең артыуын билдәләне:

Иң мөһиме – беҙҙең төбәк етәкселәренең һәм ҡытай вәкилдәренең берлектәге эшмәкәрлеге. Араҡы ла бар, әммә самалы[11].

Социаль сәйәсәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Демографик мәсьәлә президент өсөн иң мөһимдәрҙең береһе булып тора, сөнки тыуым кимәле 1,41 %-ҡа тиклем түбәнәйгән, бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙар һаны 30 %-ҡа кәмене. Владимир Путин һүҙҙәренсә, тыуымды кәм тигәндә 2,3 %-ҡа еткереү мөһим[12].

Дәүләт ярҙамы саралары тураһында президент түбәндәгеләрҙе билдәләне:

  • әсәлек капиталы программаһы;
  • ғаилә ипотекаһы программаһы;
  • бала тәрбиәләүселәр өсөн берҙәм пособие түләүҙәре[11].

Президент миграция сәйәсәтенә лә туҡталып, уны «бик нескә мәсьәлә» тип атаҙы. Мигранттар һанын кәметеү өсөн, уның фекеренсә, эш етештереүсәнлеген арттырыу, юғары технологиялы өлкәләргә иғтибар биреү мөһим. Шулай уҡ илгә эшкә килгәндәр өсөн талаптарҙы көсәйтеү, Рәсәйҙең мәҙәни үҙенсәлектәрен аңлау, телде белеү өсөн белем кимәлен арттырыу зарур[11].

Тейешле сараларҙың ҡайһы берҙәре ҡабул ителгән инде. Мәҫәлән, рус телен белгән балаларҙы мәктәптәргә ҡабул итеү тураһында закон ҡабул ителгән[11].

Һаулыҡ һаҡлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түбәнге Новгород ҡалаһында йәшәүсенең поликлиникаларҙа кадрҙарҙың етмәүенә зарланыуына яуап итеп, президент иң киҫкен кадрҙар дефициты тап һаулыҡ һаҡлауҙың башланғыс звеноһында булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, урындағы властар йәш белгестәрҙе йәлеп итеү һәм эш йөкләмәһен дөрөҫ бүлешеү бурыстарын хәл итергә тейеш. Шулай уҡ фармацевтика тармағын үҫтереү һәм үҙ дарыуҙарын етештереү мәсьәләләре ҡаралды[11].

Интернет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Блогер[Влад А4 Рәсәйҙә YouTube хеҙмәтенең әкренәйеүе тураһында фекерен белеү өсөн Владимир Путинға мөрәжәғәт итте. Дәүләт башлығы аңлатыуынса, платформаны биләгән Google компанияһы Рәсәйҙәге филиалдарының финанслау күләмен ҡыҫҡартҡан, ҡорамалдарҙың тәьмин ителеүен сикләгән, был хеҙмәттең эшендә өҙөклөктәр тыуҙырған[11].

Сәйәсмәндәр тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эфир барышында Владимир Путин Рәсәй һәм сит ил сәйәсмәндәре тураһында бер нисә фекер әйтте. Мәҫәлән, кем менән сәй эсер инегеҙ тигән һорауға, Гельмут Кольды иҫкә алды:

Канцлер Коль менән осрашыр инем... ул Германия өсөн күп эшләгән күренекле сәйәсмән булды[11].

Владимир Жириновскийҙың Украина һәм Яҡын Көнсығышҡа ҡағылышлы прогноздарының тормошҡа ашыуы хаҡындағы иҫкәрмәгә ҡарата:

Ул эпатажды яратты, ләкин бик эрудициялы һәм әҙерлекле шәхес ине. Шуға уның прогноздары ысынбарлыҡҡа нигеҙләнеп, тәжрибә һәм белемдәрҙән сығып әйтелде[11].

Хантер Байденды ғәфү иткән Байден хаҡында:

Һәр ваҡыт мөһим: һиндә сәйәсмәнлекме, әллә кешелеклелекме күберәк. Байденда кешелеклелек күберәк булып сыҡты[11].

Борис Ельцин тураһында:

Ельцинды Көнбайышта яраттылар, әммә Белградты бомбаға тотолоуға ҡаршы тауышын күтәреү менән үк, уны шунда уҡ баҫа һәм эскесе тип атай башланылар[12].

Зеленскийҙың киләсәге хаҡында:

Кемдәргә хеҙмәт итә, шулар ҡарамағында ҡаласаҡ[12].

  1. Путиндың тура бәйләнеше 19 декабрҙә үтәсәк (06.12.2024). 6 декабрь 2024 тикшерелгән.
  2. Путин 19 декабрҙә ҙур матбуғат конференцияһы һәм тура бәйләнеш үткәрә (06.12.2024). 6 декабрь 2024 тикшерелгән.
  3. 1 2 Путин менән тура бәйләнешкә 1,5 миллиондан ашыу мөрәжәғәт килде (18.12.2024). 18 декабрь 2024 тикшерелгән.
  4. 19 декабрҙә Мәскәү ваҡыты менән 12:00 сәғәттә «Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» тапшырыуы эфирға сыға (07.12.2024). 8 декабрь 2024 тикшерелгән.
  5. Путиндың тура бәйләнешендәге call-үҙәктә мөрәжәғәттәрҙе яһалма интеллект ярҙамында тикшереү тураһында һөйләнеләр (10 декабрь 2024). 10 декабрь 2024 тикшерелгән.
  6. Яһалма интеллект Путинға ниндәй һорауҙарға әҙерләнергә кәрәклеген күрһәтте (11.12.2024). 11 декабрь 2024 тикшерелгән.
  7. Путиндың тура бәйләнешенә ялыуҙар һаны ярты миллиондан ашты (12.12.2024). 12 декабрь 2024 тикшерелгән.
  8. Продукт хаҡтарын күтәреү Путиндың тура бәйләнеше өсөн төп темалар рәтенә инде (16.12.2024). 16 декабрь 2024 тикшерелгән.
  9. Путиндың тура линияһы 19 декабрҙә үтәсәк (06.12.2024). 6 декабрь 2024 тикшерелгән.
  10. Путин 19 декабрҙә ҙур матбуғат конференцияһы һәм тура эфир үткәрә (06.12.2024). 6 декабрь 2024 тикшерелгән.
  11. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары (19.12.2024). 19 декабрь 2024 тикшерелгән.
  12. 1 2 3 4 5 6 7 Итоги года с Владимиром Путиным. Онлайн-репортаж (19.12.2024). 19 декабрь 2024 тикшерелгән.

Категориялар